Автобустан төшөп ҡалған Мәрйәм ҡулындағы ауыр сумкаһын алмаш-тилмәш ике ҡулына тотоп, яй ғына өйөнә табан атланы. Их, кеше һымаҡ “тимер ат”лы булһа, йонсоп йөрөмәҫ ине лә бит, юҡ шул, машина алыу түгел, ашарҙарына саҡ еткерәләр, тигәндәй. Булмағас булманы инде, әсәһе әйтмешләй, баҙарҙа сөсө күмәс: ней ире йүнһеҙ, эшкә бик барымы юҡ, эсеү яғын ҡарап ҡына тора, ней үҙенә ауылда эш юҡ, ҡайһы яҡлап ҡына алып ҡараһаң да, хәлдәре ҡолас ташлап донъя көтөрлөк түгел. Бына әле лә эшһеҙлек буйынса иҫәпкә ҡуйһалар тип район үҙәгенә барғайны ла, пособие аҡсаһының күләмен ишеткәс, ул аҡса миңә ике тапҡыр бында килеп китергә лә етмәй бит, тип ҡул һелтәп сығып китте.
Ҡайтҡас та үпкәмде йөҙҙөргәнсе сәй эсермен дә ятып хәл алырмын, тип ҡайтып килгән ҡатын өйҙәре янына теҙелгән биш-алты машинаны, етмәһә, ҡапҡалары шар асыҡ икәнлеген күреп, аптырап китте. Үҙенә текәлгән ят-ят кешеләргә һаулыҡ ҡушырға ла онотоп, ихатаға уҙҙы. Йә Хоҙай, был нимә?! Табут ҡапҡасы түгелме һуң? Иртәнсәк кенә бөтәһе лә үҙ урынында ине бит, ире лә, балалары ла иҫ белмәй йоҡлап ятып ҡалды. Кемгә нимә булған һуң?
- Өйгә инмәй тороғоҙ, унда мәйетте йыуалар, беҙгә лә сығып торорға ҡуштылар, - тине кемдер уға һаҡ ҡына ҡағылып.
Күҙ алдары ҡараңғыланып, быуындары тотмаҫ булған саҡта мейеһен йәшен һымаҡ ярып бер уй үтте: “Балаларым, балаларым ғына була күрмәһен!”
- Мәрйәм! Мәрйәм! Ҡурҡма! – иренең яурынынан тотоп дер һелкетеүенә аңына килгән ҡатын соландағы ширлектә ултырыуын абайланы.
Хәл асыҡланғас, иренә ниндәй ҙә булһа ауыр нәмә менән алып тондороуҙан саҡ тыйылып ҡалды Мәрйәм. “Хоҙай аҡыл өләшкәндә, беҙҙең кейәү ситтә тороп ҡалған, бала хәтлем дә уйлай белмәй” тигәйне ағаһы бер мәл кейәүенә нимәгәлер ныҡ ҡына йәне көйгәндә. Ысынлап та шулайҙыр шул: аҡылы бар кеше бөтөнләй сит кеше мәйетен өйөнә индерергә ризалашамы ла, уны ерләр өсөн зыяраттан урын күрһәтәме?! Туған-тыумаса булһа йәки был ауылда тыуып үҫкән кеше булһа бер хәл. Юҡ, ситтән килеп, хан заманында күршеләрендә бер аҙ ғына йәшәп киткән бер танышы “Бына туғаным үлеп китте бит әле, ҡалала күмер өсөн мәшәҡәте күп, шуны берәй ауылға ғына алып барып ерләргә ине” тип шылтыратҡас, алйот ир тотҡан да үҙҙәренең ауыл зыяратын тәҡдим иткән. Мәйетте йыуып, күмергә әҙерләп килтерһәләр ни арыу! Юҡ, берәүҙең ҡәҙерһеҙ балаһы булғандыр инде, асарбаҡ кеүек йөрөгән туғандарын утындай итеп машинаға тейәп, тура ауылға алып киткәндәр ҙә барғандар, бында алып килгәс иһә мәйетте йыуып, кәфенгә төрөп оҙатыу йолаһы иҫтәренә төшкән...
Өйҙәренә алып инелгән мәйет балаларының ғына түгел, Мәрйәмдең үҙенең дә ҡотон алғайны: байтаҡ ваҡыт йоҡолары йоҡо, ашауҙары ашау булманы. Төн етһә, утты һүндертмәй аптыраттылар, һаташып бер булдылар. Үҙе ябығып, йонсоп китте, инде генә күҙен йомһа, бүлмә уртаһындағы табут күҙ алдына килә, унда ятҡан әҙәм бына-бына торор ҙа килеп йәбешер төҫлө. Ире иһә һәр ваҡыттағыса бошмаҫ ҡалды, әрләгәнен ҡолаҡ ситенә лә элмәне. Элекке күршеһе ҡалдырып киткән хәйер аҡсаһына ике-өс көн ауа-түнә эсеп кинәнде лә, ул хәлде онотто.
Был хәл хәтерҙән бөтөнләйгә юйылмаһа ла, бер-ике йылдай ваҡыт уҙғас, бер аҙ онотола төшкәндәй булды. Берҙән-бер көндө ире баш йүнәтергә тип ауыл араһына темеҫкенеп сығып киткән еренән утҡа баҫҡан бесәйҙәй ҡайтып инде.
- Салауаттан Рәзилә апай шылтыратты, Сәмиға инәй мәрхүмә булып киткән... Бер-ике сәғәттән алып киләләр, ирҙәрҙе йыйнап, ҡәбер ҡаҙырға ебәрҙем...
Үҙҙәренә сыбыҡ осо туған был инәйҙе Мәрйәм ишетеп кенә белә ине.
- Һуң, ул бит күрше ауылдан. Нишләп шунда ерләмәйҙәр?
- Унда уларҙы кем көтөп торһон, ситкә сығып киткәндәренә утыҙ-ҡырҡ йыл барҙыр, өйөнөң нигеҙе лә ҡалмаған.
Иренең нисәмә быуын айырылған туғандары алдында яман булып ҡалһа ҡалды Мәрйәм, был юлы мәйетте өйҙәренә индертмәне.
Ауыл халҡы шул тиклем әҙәпле инде, ишеткәндәре, ихатаның уртаһына ултырғыстарға ҡуйылған табутта урын алған әбей менән таныш булмаһа ла, килеп хәйер бирҙеләр, оҙатып ҡалдылар.
Иренә ныҡлы хәтере ҡалды ҡатындың. “Берәү ҙә һинең һымаҡ ғүмер иткән өйөнә ситтән әллә кемдәрҙең мәйетен килтереп ултырмай”, - тип илай-илай әрләне.
Тик бәләкәйҙән киҫекһеҙ булып үҫкән һәм “башбаштаҡ” исемен алған Илдусы уның ғына түгел, хатта ауыл биләмәһе башлығы менән ауыл старостаһының әйткәндәрен дә ҡолағына элмәне.
- Зыяратта үҙебеҙҙең ауылдыҡыларға ла, ситтән килтерелгәндәргә лә урын етәрлек, башҡа ҡайғығыҙ булмаһа, бушҡа ҡайғырмағыҙ, - тип кенә ебәрҙе уларҙың ярайһы уҡ асыуланыуҙарына иғтибар ҙа итмәй.
Шулай ҙа ирҙең бошмаҫлығына нөктә ҡуйылды. К.ҡалаһында фажиғәле вафат булған бер ҡатынды, бында бер туған-ырыуы булмаһа ла, ни сәбәптәндер тап уларҙың ауылына килтереп ҡуйғандар, урындағы халыҡтың күбеһе һәр ваҡыттағыса белмәй ҙә ҡалған. Быныһына инде Мәрйәмдең иренең һис ҡағылышы юҡ ине. Айығып торған һирәк көндәрендә, ашарға ла кәрәк икәнлеге хәтеренә төшкәнлектән, ике-өс көнгә ситкә эшкә киткәйне. Ҡайтҡас, ауылға ниндәйҙер ҡатынды килтереп күмгәнлектәрен ишеткәс, ҡыҙыҡһыныуын тыя алмай, зыяратҡа китте. Унда яңы ҡәберҙе таба алмай байтаҡ йөрөнө, унан инде ҡул һелтәп, килеүен килгәс, бер ыңғай атай мәрхүмдең “хәлен белеп” булһа ла китәйем тип, үҙҙәренең нәҫел-ырыуы мәңгелек төйәк тапҡан мөйөшкә ыңғайланы.
Көпә-көндөҙ шайтан күрһә лә, ул тиклем сәстәре үрә тормаҫ ине Илдустың, моғайын: атаһы ҡәберенә терәлеп кенә тигәндәй өр-яңы уба ҡалҡып сыҡҡан. Тупрағы ла баҫылып өлгөрмәгән ҡәберҙең ташындағы һүрәттә һары сәсле ҡатын йылмая. Атаһы вафат булғас, һикһәнгә етеп килгән әсәһе уның янынан мотлаҡ урын ҡалдырыуҙарын үтенгәйне, тап бына шул урынды хәҙер ниндәйҙер мәрйә “биләһенсе”әле! Үлгәс тә ҡарты менән йәнәш булырға теләгән ҡарт әсәһенә ни тип әйтер?
Был шаҡ ҡатырғыс яңылыҡты әсәһенә лә, туғандарына ла әйтмәҫкә булды ир... Тик беҙҙе тоҡта йәшереп буламы һуң, күпмелер ваҡыттан һуң барыбер белде әсәһе, белгәс тә таяҡҡа таянып булһа ла үҙ күҙҙәре менән барып күрҙе һәм янъял ҡуптарҙы:
- Шартлаһағыҙ-шартлағыҙ, миңә тәғәйен урынды бушатығыҙ! 50 йыл бергә ғүмер иткән ҡартым янында һары мәрйә түгел, мин ятам!
Әсәләренең ярһыуы туғандарына ла күсте: беренсенән, ауылға бер ҡағылышы булмаған кешене нишләп килтереп ерләгәндәр, икенсенән, зыяратта башҡа урындар бөткәндәй, нишләп нәҡ уларҙың атаһының янындағы урынды һайлағандар?!
Ауыл халҡының кемеһелер уларҙы яҡлашты, судҡа бирергә, теге ҡатынды ҡаҙып алып башҡа ергә ҡайтанан ерләргә тәҡдим итте, икенселәре үлгәс ҡайҙа ятһаң да барыбер түгелме ни, былар ниңә ҡотора, тип баш сайҡаны, өсөнсөләр иһә Илдус теләһә кемде ауыл зыяратына килтереп ерләтеүҙе үҙе башланы тип үсәгәндәй итте.
Билдәле булыуынса, был хәлгә нөктә ҡуйылмаған: ҡарт әсә һаман да “урынын” бушатыуҙарын көтә һәм, бәхеткә күрә, үҙ аңында булып, үҙ аяғында йөрөй. Илдус иһә үҙенә ғүмерлек һабаҡ алған – бер олоно, бер кесене тыңларға, бар ауылға ҡағылышлы мәсьәләләрҙә баш-баштаҡлыҡ ҡылмаҫҡа.
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Фото: интернет.