Әсәһе әхирәткә күскәндә Ләйләгә ете генә йәш ине. Әлеге кеүек хәтерендә: урам, ишек алды, өй эсе тулы кешеләр. Ҡыҙ үҙҙәренә был тиклем күп кеше килгәнен хатта хәтерләмәй ҙә. Улар үҙ-ара шым ғына һөйләшә. Оло инәйҙәр өйгә ҙур кәритә ҡуйып, һыу индерҙе, тотонолғанын сығарып түкте. Икенселәре аҡ төҫтәге тауарҙан әллә нимә текте... Күрше Ғәйшә инәйҙән ҙур суйын көршәк алып килеп, аш һалып ебәрҙеләр, ике самауыр менән сәй ҡайнатырға ҡуйҙылар...
Шулай бер тын ҡайнашып алғандарынан һуң, әйләнә-тирә тынып ҡалды. Ләйләне өләсәһе етәкләп, өйгә алып инде. Түр яҡта аҡҡа төрөп һалынған нимәлер ята. Кеше ятҡанға оҡшаған. Ҡыҙ аптыраны. Ниңә урындыҡҡа һалмағандар? Урындыҡ буйлап оло йәштәге олатай-өләсәйҙәр теҙелешеп ултырған. Өләсәһе менән ҡыҙ ингәс, ауыл муллаһы оҙаҡ итеп Ҡөрьән уҡыны. Ҡыҙ хатта арып китте. Ләйлә килгән кешеләрҙе күҙҙән үткәрҙе. Кем генә юҡ. Хатта түбән оста йәшәгән Мәғәфүрә әбей ҙә бар. Уға ни ҡалғандыр, тип уйлап ҡуйҙы. Сөнки, әсәһе әйтмешләй, уларҙың ишегенең ҡайһы яҡҡа асылып, ҡайһы яҡҡа ябылғанын да белмәй улар. Берәүҙәр тауыш-тын сығармай ғына күҙ йәштәрен һөртә, икенселәре бер нөктәгә текәлгән, әйтерһең дә, оло ҡайғы килгән. Ләйләгә лә күҙ һалғылайҙар... Ҡыҙҙың асыуы килеп, юл аша ҡаршы өйҙә йәшәгән Фрәнгизәгә телен күрһәтте. Тик ул яуап бирмәне, ҡарашын ғына күсерҙе. Аҡ төргәктең бер башы асыҡ. Унда кемдер ятҡанын шәйләп алды. Урындан торорға ярамағас, ятҡан кешенең йөҙөн асыҡ ҡына күрә алманы. Мулла, ниһайәт, доғаһын уҡып бөтөп:
– Хәҙер мәрхүмә менән хушлашырға ла мөмкин, – тине.
Баштарын түбән эйгән кешеләр яй ғына атлап, мәрхүмә менән хушлашып, урамға сыҡты. Шул ваҡыт өләсәһе Ләйләнең ҡулынан алып:
– Әйҙә, ҡыҙым, һин дә әсәйең менән хушлаш! – тине.
Ҡыҙ аңлап етмәне. Тирә-йүненә ҡарап әсәһен эҙләне, тик тапманы.
– Һин әсәйемде, китте, тигәйнең бит. Киткән кеше менән нисек хушлашырға? Ул күптән икенсе планеталалыр инде, әсәйем үҙе шулай тип әйткәйне...
* * *
Ләйләнең әсәһе йыш ҡына дауаханаға инеп, дауаланып сыға. Ҡыҙ уның ҡайтҡанын һәр ваҡыт һағынып көтөп ала. Кис ятҡас, янына саҡырып алып:
– Әсәй, әйҙә, минең менән ят, әтеү ҡурҡам, йоҡлап китә алмайым. Һин башҡа дауаханаға инмә, йәме! Өйҙә генә дауалан! – тип, ҡыҙ әсәһен янына ятҡырып, уға һыйынып, муйынынан ҡосаҡланы. – Әсәй, мин һине ны-ы-ыҡ иттереп яратам! – тип, иркәләнеп тә алды, шунан тынысланып, йоҡлап китте.
Ләйләгә күптән былай тыныс һәм йылы булғаны юҡ ине. Әсәһенең дауахананан ҡайтҡанын оҙаҡ ҡына көтөргә тура килде. Бына ҡәҙерле кешеһе, ниһайәт, өйҙә, уның эргәһендә һәм башҡа бер ҡасан да ҡыҙын ҡалдырып дауаханаға китмәйәсәк. Әсәһе, йәшләнгән күҙҙәрен бәләкәсенән йәшерергә тырышып, битен юрғаны менән ҡапланы. Һәм, бышылдап ҡына, мин дә, бәләкәсем, һине ныыыҡ иттереп яратам, тине.
Күңеле елкенгән ҡыҙ оҙаҡ йоҡламаны, уянды. Әсәһенең янында ятҡанын күргәс, ҡыуанып китте:
– Әсәй, әкиәт һөйләле! Һинең миңә күптән әкиәт һөйләгәнең юҡ! – тине.
– Әкиәт? Ә нимә тураһында тыңлағың килә, ҡыҙым?
– Әлләсе. Миңә һин һөйләгән бөтә әкиәт тә оҡшай. Бигерәк тә минең һәм үҙең тураһындағылары.
Әсә ҡыҙына нимә тураһында һөйләргә белмәй, байтаҡ ҡына баш ватып ятты. Әүәл үҙе, ҡыҙы белгән әкиәттәрҙе бергә ойоштороп, әүәләп, өр-яңы әкиәт уйлап сығара торғайны. Бындай әкиәттәрҙе Ләйлә лә ярата. Йыш тыңлаһа ла, ялҡмай, сөнки улар һәр ваҡыт та бер төрлө башланып китһә лә, бөтөнләй икенсе төрлө, матур бөтә. Ҡыҙ үҙе лә әкиәттәр уйлап сығарырға әүәҫ. Уға айырыуса ваҡиғаларҙы үҙе теләгәнсә үҙгәртә алыуы оҡшай... Әсәһе:
– Йә, тыңла, ҡыҙым, минең әкиәтем беште, – тине, әүәлгесә мөләйем тауыш менән.
– Һөйлә! – ҡыҙ арҡаһына ятып, түбә таҡтаһына төбәлде. Ул шулай, әсәһе һөйләгәндәрҙе йәнһүрәт итеп ҡарарға күнеккән.
– Борон-борон заманда түгел, ә беҙҙең көндәрҙә йәшәгән, ти, бер бәләкәс кенә ҡыҙ.
Ләйлә:
– Уның исеме Ләйлә булған, әсәй, ивет.
– Ярай, һин әйткәнсә булһын.
– Шунан, әсәй, шунан?..
– Шулай йәшәгән, ти, былар, бик оҙаҡ йәшәгәндәр... Уларҙың өйҙәре шоколадтан, йорт-ҡура-ҡаралдылары мармеладтан, ҡашығаяҡтары алтындан, кейемдәре ебәктән, аҙыҡтары ап-аҡ ҡалас булған, ти... Был тиклем байлыҡҡа Мәскәйҙең күҙе ҡыҙған һәм нисек итеп быларҙың байлыҡтарын үҙенеке итергә тип баш вата башлаған.
Әсәһе фекерен туплай алмай, тынып ҡалғас, Ләйлә:
– Шулай бер көн Мәскәй матур ҡыҙға әйләнгән һәм ҡыҙҙың әсәһенә тылсымлы алма бүләк иткән. Шунан, әсәй?
– Шунан, әсәһе алманы бер генә тешләп өлгөрә, шунда уҡ башы әйләнеп йығыла. Ауылдағы күп сирҙең серен белгән әүлиә инәй:
– Уны дауалар өсөн ете генә бөртөк алһыу төҫтәге, ете тажлы сәскә кәрәк, – тип әйткән.
Ләйлә:
– Әсәй, бәлки, һиңә лә шул алһыу төҫтәге сәскә ярҙам итер? Атай бит урман-ҡырҙарҙа күп йөрөй, ә ниңә ул һиңә уны алып ҡайтмай? – тип, ҡыҙыҡһыныуынан тороп уҡ ултырҙы. – Беҙҙә булмаһа, икенсе яҡтан эҙләһен...
– Атайың миңә алып ҡайтыр ул, ҡыҙым, ә бына теге ҡыҙҙың атаһы алып ҡайта алмаған, сөнки тапмаған.
– Шунан, әсәй?
– Беләһеңме, үҫкәнем, был донъяға кешеләр оҙаҡҡа килмәй. Ваҡытлыса ғына. Сабый булып тыуа, үҫә, ә мәле еткәс китә. Китә лә башҡа ҡайтмай. Киреһенсә, бында ҡалғандар киткәндәр артынан китә. Улар унда осраша һәм башҡа бер ваҡытта ла айырылышмай... Аңланыңмы?..
– Юҡ, аңламаным, ә ҡайҙа китәләр?
– Күктә, аҡ болоттарҙан да өҫтә, ай-йондоҙҙарҙан да юғары икенсе планета бар, ана шунда. Унда кешеләр бик бәхетле йәшәй. Яманлыҡ һәм сир-сорҙар ҙа юҡ, ти. Тик унда бөтә кешене лә алмайҙар, ә иң-иң яҡшыларын ғына. Тәртипле, тәрбиәле, һәйбәт кеше булырға кәрәк, аңланыңмы?..
– Эйе, аңланым, әсәй, тик беҙ бергә китербеҙ, йәме: һин, мин, атайым...
– Ярай, ҡыҙым, ә хәҙер йоҡлайыҡ!
Ҡыҙ оҙаҡ ҡына үҙ уйҙарына сумып ятҡандан һуң, хыялдарына батып, йоҡлап китте.
* * *
Ҡыҙ иртән күҙҙәрен асһа, әсәһе янында юҡ. Ләйлә:
– Өләсәй, әсәйем ҡайҙа?
Өләсәһе ейәнсәрен алдына ултыртып, тыныс ҡына тауыш менән:
– Ҡыҙым, әсәйең китте, – тине.
– Ә ниңә мине лә алып китмәне? Беҙ кисә бергә китербеҙ тип һөйләшкәйнек бит.
– Белмәйем, ҡыҙым, был турала ул миңә өндәшмәне.
Ләйләнең күҙҙәренә үпкә йәштәре тулды. Ҡыҙ урамға сығып йүгерҙе.
– Әсәйем мине алданы, ул мине яратмай, – тип һарай башына менеп, бесәнгә ҡапланып, үкһеп-үкһеп иланы. Күҙенән һуңғы бөртөк йәше сығып бөткәнсе, күңеле һыуһыҙлыҡтан кибеп ҡатҡансы... Аҙаҡ арҡаһына әйләнеп ятты ла төпһөҙ күкте күҙәтә башланы. Әсәһе уны ҡалдырып ҡасҡан планетаны табырға тырышты ул. Тик тапманы. Ғәзиздәренә ҡаты үпкәләп, эсенә йомолоп, кис еткәс кенә һарай башынан төштө. Өйгә инде һәм ҡәҙимге урынына ятмай, урындыҡтың икенсе башынан урын алды. Бынан кире ул һәр ваҡыт шунда йоҡланы.
* * *
Йылдар үтте, Ләйлә буй етте, мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортона уҡырға инде, уҡыуын бөтөп кейәүгә сыҡты, улы тыуҙы. Шул арала бер тапҡыр ҙа әсәһен иҫенә төшөрмәне. Хәтеренә төшһә лә, уйын икенсегә бороп ебәрергә тырышты. Донъяһы бер төҫлө йәмләнеп, талғын ғына аҡты ла аҡты. Моғайын, һаман да шулай дауам итер ине. Тик көтмәгәндә ире юл фажиғәһенә эләгеп, вафат булды. Уларҙы яратмағанлыҡтан түгел, ә әсәһе әйтмешләй, мәле еткәндер. Шул ауыр көндәрендә Ләйлә, теге ваҡыт, әсәһе киткәс, бесәнлектә тәгәрәп ятып илағандағы кеүек, иҙәнендә тәгәрәп йөрөп, үкереп иланы. Ул кешеләрҙең был донъянан үҙ теләктәре менән түгел, ә өләсәһе әйтмешләй, ризыҡтары бөткәс киткәнен аңланы. «Китәһеңме, ҡалаһыңмы?» – тип уларҙан бер кем дә һорап тормай... Киткәндәрҙең һайлау хоҡуғы юҡ. Әгәр булһа, ғаиләһе өсөн йән атып торған Хәмите уларҙы ҡалдырып, илатып, үкендереп китеп бармаҫ ине... Хәйер, әсәһе лә... Ул бит Ләйләне фәрештәһе күреп яратты. Ә ул ғүмере буйы әсәһенә үпкә һаҡлап йәшәне. Ана шул яратҡаны өсөн үпкәләне лә инде ул уға, юҡһа күптән онотор ине. Хәйер, уға әсәһе үлем тураһында, йыш булмаһа ла, һөйләй торғайны. Моғайын, үҙенең иртә китерен белгән һәм ҡыҙын шуға яйлап ҡына әҙерләгәндер. Ә ул, ете йәшлек сабый, ҡайҙан аңлаһын инде?..
Башта – әсәһе, хәҙер ире... Тик ниңә шулай иртә? Улы мәктәпкә төшөп өлгөрмәне бит әле. «Ни өсөн мин яратҡан, мине яратҡан кешеләр шулай иртә китә? Улар мине ярата бит! Мин дә!..»
Йомала Ләйлә улын эйәртеп мәсеткә юлланды. Хәҙрәттән әсәһе рухына бағышлап доға уҡыуын һораны. Әсәһе әхирәткә күскәндән алып, беренсе тапҡыр...
– Ғәфү ит мине, әсәй, мин һине ғәфү иттем! – тине ул, ә күҙҙәренән йылға булып күҙ йәштәре аҡты ла аҡты ...
Бынан һуң ҡатын улы менән һәр йома мәсеткә йөрөнө. Әсәһе, ире рухына доғалар бағышлатты. Яйлап үҙе лә намаҙға баҫты.