Юғары ҡан баҫымынан күптәр яфалана. Әлбиттә, көн һайын услап төрлө дарыу эскәнсе, баҡсаңда тәм алған еләк-емеш нығыраҡ ярҙамға килә. Мәҫәлән, сөгөлдөр – шундайҙарҙың береһе.
Йәшелсәне бешермәйенсә яҡшылап әрсегеҙ, ваҡ-ваҡ итеп турағыҙ, 3 литрлыҡ быяла һауыттың өстән ике өлөшөн шуның менән тултырып, өҫтөнә ҡайнаған һалҡын һыу һалығыҙ. Быяла һауыт ауыҙын марля менән ҡаплап, бүлмә йылылығында 7-8 тәүлек тотоғоҙ.
Шунан һуң төнәтмәне, башҡа һауыттарға ҡойоп, һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Ашар алдынан көнөнә бер-өс тапҡыр яртышар стакан эсергә кәңәш ителә. Бер һауыттағыһын бөтөргәнсе, икенсеһе, өсөнсөһө өлгөрә тора.
Ауырыуығыҙ бик аҙып китмәгән булһа, өс айҙан һуң 3-4 йылға ҡан баҫымы күтәрелеүҙән ҡотолорһоғоҙ.