Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2019, 02:00

Йәш ғаиләләргә – тос ярҙам

Хакимиәт тирәһенән бындай хәбәрҙәр алыу һәр саҡ ҡыуаныслы. Шаршамбы көн күп балалы 10 йәш ғаиләгә торлаҡ һатып алыуға йәки шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә социаль түләү алыу хоҡуғы тураһында таныҡлыҡтар тапшырылды.

Хакимиәт тирәһенән бындай хәбәрҙәр алыу һәр саҡ ҡыуаныслы. Шаршамбы көн күп балалы 10 йәш ғаиләгә торлаҡ һатып алыуға йәки шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә социаль түләү алыу хоҡуғы тураһында таныҡлыҡтар тапшырылды.
“Рәсәй Федерацияһы граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” Рәсәй Федерацияһы дәүләт программаһының “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” төп саралары сиктәрендә ошо рәүешле Ишембай йәштәренә ҙур ярҙам күрһәтелде. Муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов таныҡлыҡтар тапшырып, тап ишле ғаиләләр йәмғиәт тотҡаһы булыуын әйтте.
- Һеҙҙең ише балалар тәрбиәләү яуаплылығынан ҡурҡмаған ғаиләләргә киләсәктә лә дәүләт ярҙамы буласаҡ, ишембайҙарға уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу өсөн артабан да бергәләп эшләйәсәкбеҙ, - тине ул.
Ҡыуаныслы тантанаға күптәр балалары менән килгәйне. Шуға ла был сара күркәм бер байрамға әүерелде. Дәүләт ярҙамынан файҙаланасаҡ был ғаиләләрҙең барыһында ла өсәр бала тәрбиәләнә.
Бәхетле ғаиләләрҙең береһе Әлиә менән Булат Мансуровтар был сараға улдары Данис, Данил, Эмиль менән бергәләшеп килгәйне. Сығышы менән Әлиә Петровскиҙан, Булат - Көҙән егете. Ишембайҙа төпләнеп йәшәргә ниәтләгәндәр. Ғаиләләренең йәме булып үҫеп килгән улдарының икәүһе әле мәктәптә уҡый, бәләкәсе балалар баҡсаһына йөрөй. Ярҙам алыуға улар биш йыл тирәһе сиратта торған.
- Әлбиттә, рәхмәтлебеҙ. Күп балалы ғаиләләргә был ҙур ярҙам. Ситкә күңел тартманы, үҙебеҙҙә йәшәргә, эшләргә теләйбеҙ, - тине йәш ғаилә.
Мансуровтар кеүек матур балалар үҫтергән, тыуған еренә хеҙмәт иткән тырыш ғаиләләрҙә Ишембай киләсәге. Бындай йәштәр күберәк булған һайын районыбыҙҙың көсө арта.

Фото: автор.
Читайте нас: