Ватансылыҡ – ул тыуған илеңдең етәкселәре кем булыуға һәм улар тарафынан ниндәй эштәр башҡарылыуға ҡарамаҫтан, халҡыңдың хәлен, талаптарын тоя һәм күрә белеп, уға хеҙмәт итеү. Был тойғо өсөн ваҡыт та, арауыҡ та, тыуған илеңдән айырып торған меңәр-меңәр саҡрымдар ҙа кәртә була алмай. Быны асыҡ итеп Әхмәтзәки Вәлиди һәм уның рухташтары миҫалында күрергә була. Замандаштары билдәләүенсә, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалған шәхес һәр саҡ тыуған ере, ауылы, йәйләүе һәм көтөүлектәре улы булып ҡала. Тыуған ил, тап Вәлиди аңлауынса, ата-әсәңде, йортоңдо, ҡәрҙәштәреңде, тауҙарыңды, ҡырҙарыңды, һыуҙарыңды, һауаңды һәм ҡояшыңды бер бөтөнгә берләштергән бөйөк төшөнсә ул!
“Вәлидовсылар”ға ҡара мөһөр һуҡҡан замандан алып ниндәй генә ҡапма-ҡаршылыҡтар, сәйәси үҙгәрештәр кисерергә яҙмаһын, арабыҙҙа бөгөн дә Әхмәтзәкиҙең эшен дауам итеүселәр бар.
Быйыл республикабыҙҙың 100 йыллығына ҡарата районыбыҙҙа бик күп әһәмиәтле саралар үтә. Киң матбуғат саралары уларҙы бар нескәлектәрендә яҡтыртып бара: гәзит биттәрендә йыш ҡына республикабыҙға нигеҙ һалған яҡташтарыбыҙ, иҫтәлекле даталар тураһында мәҡәләләр баҫтырыла, телевидение аша төрлө ҡыҙыҡлы сюжеттар күрһәтелә.
Күптән түгел ошо иҫтәлекле дата уңайынан Ишембай телевидениеһының ижади төркөмө “Зәки Вәлиди: вариҫтар хәтере” документаль фильмын төшөрөп, республика халҡына матур бүләк тәҡдим итте. Фильм нигеҙендә Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалған күренекле яҡташыбыҙ, Юрматы ырыуының данлыҡлы улы Әхмәтзәки Вәлидиҙең тормош юлы, уның тураһында яҡты хәтирәләр ята.
Фильмдың географияһы киң. Телевидение редакторы Динә Мурзина менән Ишембай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенең баш белгесе Айгөл Разамасова фильмды төшөрөү маҡсатында Төркиәнең Истанбул ҡалаһында бөйөк яҡташыбыҙҙың балалары Иҫәнбикә ханым һәм Сүбиҙәй бей менән осраша. Журналистар интервьюла уларҙың аталарына булған барлыҡ йылы хистәрен, хөрмәтен, матур хәтирәләрен, быға тиклем беҙгә билдәле булмаған сифаттарын барлыҡ нескәлектәрендә асып һала. Шуға ла был фильм беҙгә Ә. Вәлидиҙе тап вариҫтары күҙлегенән, ғалим һәм ғаилә башлығы булараҡ күҙ алдына баҫтырыуы менән дә бик әһәмиәтле.
Фильмды авторҙар Зәки Вәлидиҙең тормошон, уның сәйәси эшмәкәрлегенең барлыҡ этаптарын тулыһынса ентекле өйрәнеп, тарихи документтар, фоторәсемдәр, архив мәғлүмәттәрен ҡулланып, тамашасыға сағыу, матур кадрҙар менән аңлайышлы тәҡдим итә. Шәхесебеҙҙең тыуған ауылы Көҙән һәм унда урынлашҡан Ә. Вәлиди музейы тураһында ла һөйләйҙәр, урындағы башҡорт интеллигенцияһының Ә. Вәлиди исемен мәңгеләштереү өсөн эшләгән эштәрен бәйән итәләр.
Фильм беҙҙә бөтә донъяға билдәле бөйөк яҡташыбыҙға ҡарата һоҡланыу һәм ғорурлыҡ тойғолары уятты, яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Шуға күрә лә “Зәки Вәлиди: вариҫтар хәтере” документаль фильмы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ, тип иҫәпләйбеҙ.