Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2019, 02:00

"Теге донъяға барып ҡайтыу" (хикәйә)

Ҡартинәйем йыш ҡына:
— Беҙҙең кейәү бигерәк ҡыҙыу шул, — тип уфтана.
Аптырайым, әллә шундай кешеләр генә йәшәй инде беҙҙең урамда: бала-сағаларына хәтлем, көҙгө әтәстәр шикелле, һуғышып китәләр – айырып алып булмай. Үҙҙәре күҙ асып йомғансы яраша тағын. Эттәр ҙә, ата ҡаҙҙар ҙа башҡа урамдыҡыларға ҡарағанда уҫалыраҡ һымаҡ. Ауыҙыңды асыбыраҡ торһаң, килә лә йәбешәләр.
Аҡыртын ғына донъя көтөп йөрөгән ерҙән, хатта иң баҫалҡы кешеләр ҙә, ҡайһы ваҡыт еңеләйеп китеп, башҡа һыймаҫлыҡ эштәр ҡыйратып ташлай.
Ауылда һуҡыр Ғәбиҙулланан да йыуаш әҙәм бармы икән? Ул урам буйлап эсеп йөрөмәҫ, кеше менән һүҙгә килмәҫ. Шул ҡарт та бер көн, бөтә урамды аптыратып, ҡоҙоҡҡа һикергән.
Үҙе нимә уйлағандыр, ниндәй шайтан ҡотортҡандыр?
Ҡайҙа ла шул эске инде. Самаһын белеп кенә эскән ҡарт, был юлы күберәк “еппәргәндер, күрәһең. Өйҙә тағы бер ярты барлығын белгәс, һораған был ҡарсығынан:
– Ултырт! – тигән. – Бер генә рюмка эсәм дә, ятып йоҡлайым.
Ә Хәтирә, ҡыҙыу холоҡло, телгә шәп ҡатын, ҡартын рәнйетеп, бер бик яман һүҙ ысҡындырған. Уның нисек яңғырағанын әйтеп тормайым, үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ инде. Ул һүҙҙе ишетһә, ҡартинәйем, телең ҡорор, ти ине. Әйтмәгәнем яҡшы.
Ундай саҡта беҙҙең ауыл ирҙәре хатта бауға барып йәбешә. Ҡайһы берҙәре, киреһенсә, балта тотоп, барығыҙҙы ла сабам тип, йүгереп йөрөй, шуға, хужабикәһе тиҙ генә балта, бысаҡтарҙы йәшерә һала. Ә бына үҙе мәрйә, ватып-ҡырып яртылаш башҡорт бисәһе булып бөткән Хәниә-Анна ире менән ярышып талаша башлай, Нурый телевизорҙы сығарып ата икән, Хәниә – радиоалғысты. Шунан район үҙәгенән оҫта саҡырталар, ул, аҙна буйы ҡыйыша торғас, Хәниә менән Нурый күтәреп һыҙырғандан һуң тауышы ла сыҡмаған әйберҙәргә йән өрә. Бөтәһе лә бер араҡы эсә, ә иҫерһәләр, ҡырҡ төрлө тилерәләр.
Хәйер, һүҙем Ғәбиҙулла ҡарт хаҡында ине бит әле. Ул ҡоҙоҡҡа һикергән! Үләм, тигән...
Был хәбәр таралыу менән, уйыныбыҙҙы ташлап, йүгерешеп ҡоҙоҡ янына йыйылабыҙ. Малайҙар, Ғәбиҙулла ҡартты күрергә тырышып, ҡоҙоҡҡа баштарын да тығырға маташа, әммә арҡан сыбатып ҡыйышҡан оло ағайҙар:
— Аяҡ аҫтында буталмаң әле. Барың, уйнаң! — тип уларҙы ҡыуып ебәрә
Бындай ваҡытта уйын ҡайғыһымы? Ғәбиҙулла ҡарт көн дә ҡоҙоҡҡа һикереп тормай ҙа инде. Ололар ҡыуған һайын, малай-шалай йомолоп алға үтергә тырыша, ә беҙ, ҡыҙҙар, рәшәткә ярығынан ғына күҙәтәбеҙ.
Гөлсирә, атаһын йәлләп, үкһеп-үкһеп илай. Уға бер нисек тә ярҙам итә алмауыма эсем бошоп, бөтөнләй юғалып ҡалам. Үкенескә ҡаршы, ҡушылып иларға күҙ йәштәре лә әллә ҡайҙа юҡ булған. Шуға үҙемде һатлыҡ йәндәй тойоп, көйәм.
Оло ағайҙар береһенән-береһе уҙҙырып, аҫҡа ҡарап, ҡысҡырыша:
– Ғәбиҙулла абзый, арҡандың осон ырғытабыҙ, тот!
Икенсе яҡтан берәүһе:
— Эләктерҙеңме? – тип аҡыра. Уларҙың йөҙҙәре етди, көсәнеп ҡысҡырыуҙан биттәре ҡыҙарып бүрткән.
Ҡоҙоҡ эсенән, әллә ҡайҙан ер аҫтынан ишетелгән кеүек, тоноҡ тауыш килә:
— Төшөрөң әҙерәк, буйым етмәй ҡый...
— Бүтән юҡ бит әле! — тип ҡысҡыралар уға. — Ялғарға кәрәк...
Берәүҙе арҡанға йүгертәләр. Шул ваҡыт Гөлсирәнең әсәһе Хәтирә апайҙың тауышы ишетелеп ҡала. Үҙе илай меҫкен:
— Үлгәндер инде, үлгәндер... Тауышы сәпсим сыҡмай. Эй, хоҙайым, итәк тулы бала күтәреп, яңғыҙ ҡалам инде.
Буйға әсәләренән ике мәртәбә оҙон оло малайҙарын, шул туғандарын елтерәтеп йөрөткән оло ҡыҙын, нисек итеп ябыҡ ҡына, бәләкәй генә Хәтирә күтәрергә уйлай икән тип баш ватып торған арала, уның Тәғзимәһе һүҙгә ҡыҫыла:
— Ниңә ҡысҡыраң инде? Кеше көлдөрөп…
Һәр ваҡыт үҙ һүҙен генә һүҙ итергә яратҡан, әллә кем булып һөйләшергә өйрәнгән еткән ҡыҙ, халыҡтан оялып, шулай әсәһен тыя. Ә Хәтирә, киреһенсә, бөтөнләй ҡыҙып китә.
— Көлһөндәр, көлһөндәр... Мин көлдөрәмме? Атайығыҙ бит... Диуана… Шул диуана менән ғүмер иттем инде… Бешмәгән генә бисәләр ниндәй кешеләр менән торар, ә мин шундай буй-һыным була тороп, бер диуанаға тура килдем.
Шул арала арҡанды килтереп еткерәләр ҙә, тегеһенең осона ялғап, ҡабат аҫҡа төшөрәләр.
– Ғәбиҙулла абзый, ырғыттыҡ, тоттоңмо?
– Тоттом, шикелле...
– Билеңдән бәйлә, билеңдән! — тип өйрәтә берәүһе.
– Бәйләнем.
Өҫтәгеләр йәнә гөжләшә.
– Тартабыҙ улайһа, абзый...
– Килең, йәбешең барығыҙ ҙа, күмәкләп тартабыҙ!
Бер заман үләм тип һикергән Ғәбиҙулла ҡарттың турғай балаһыныҡы шикелле тап-таҡыр башы күренә. Уны төрлө яҡтан, ҡайһыһы биленән, ҡайһыһы ҡулынан эләктереп алалар һәм ергә баҫтыралар. Бер өлгөрө биленән уратып бәйләгән арҡанды сисә. Дер-дер ҡалтырап торған меҫкендең теше тешкә теймәй. Көскә торған ҡарт эйелеп, ҡулын кирза итегенең ҡуңысына терәп, ҡойоноң тәрәнлеген күрһәтә:
– Эй, тубыҡтан ғына... Ну, һыуы-ыҡ!
Шунан ергә ултырып сылғауҙарын бора, итектәренә тулған һыуҙы түгә, кире кейергәме, юҡмы, тип аптырап торғанда:
– Ярар, бир инде, – тип, Хәтирә итектәрҙе ҡулына тотоп ала.
Дер-дер ҡалтырап торған ҡарт, ялан тәпәй ситән эргәһенән һалынған тар һуҡмаҡтан һаҡ ҡына баҫып, өйөнә табан атлай. Илап шешенеп бөткән Гөлсирә менән Фазила ла уның артынан йүнәлә.
– Эй, хоҙайым, саҡ үлмәй ҡалды! – тип туҡтауһыҙ һөйләнеп, Хәтирә лә ҡыҙҙары артынан эйәрә. Ул бер-ике аҙым атлағас, артына боролоп:
— Малайҙар, ҡайтың, ҡайты-ы-ң! — тип сәрелдәп ебәрә. Малайҙарҙың олораҡтары кеселәрен ҡысҡыртып, бында хәҙер ирмәк бөттө инде тип, ҡул һелтәп, бер-береһе менән этешә-төртөшә таралыша. Бошонмаҫ Әмир генә:
— Үәт, диуана ҡарт, еңел генә теге донъяға ысҡынырға уйлаған! — тип оло ағайҙарҙы көлдөрөп, төшөп барған ыштанын ҡорһағына күтәрә-күтәрә арттан йүгерә.
Ҡайтып китергәме, юҡмы тип уйланып торғанымда, ҡоҙоҡтоң болғанған һыуын түгеп маташҡан ирҙәрҙең береһе шатланып, ҡысҡырып ебәрә:
— Кипкәһе сыҡты, кипкәһе! — Ысынлап та, Ғәбиҙулла ҡарттың ҡояшҡа уңып бөткән кепкаһы биҙрәгә эләгеп килеп сыҡҡан. Мин дә был табышҡа шатланып китәм. Ғәбиҙулла ҡарт унһыҙ йомортҡанан яңы сыҡҡан турғай балаһына оҡшап тора. Иҫке генә булһа ла, баш кейеменән ҡолаҡ ҡаҡмауы хәйерле. Атайым уны ҡулына алып, һыуын һығып, ары-бире һуҡҡылай ҙа:
— Бар, ҡыҙым, илтеп бир! — тип, Ғәбиҙулла ҡарттың башынан төшмәгән кәпәсте миңә тоттора. Мин инде әллә ниндәй ҡәҙерле нәмә тотҡандай, уны устарыма һалам да, Гөлсирәләргә атлайым.
– Күршеләрҙең йортона килеп ингәндә, малайҙар күмәкләшеп аталарының өҫтөнән һыулы кейемдәрен систереп маташа, ә Хәтирә мунса яғып ебәргәйне.
– Бына, Ғәбиҙулла бабайҙың кипкәһе ҡоҙоҡта ҡалған...
Өҫтөн систергәс, малай кеүек бәләкәй генә булып ҡалған аталарының, йорт уртаһында, улдары нимә ҡушһа, шуны эшләп, алмаш-тилмәш йә ҡулдарын, йә аяҡтарын күтәреп торғанын сит кешенең күреүенә асыуы килепме, оло малайҙарҙың берәүһе — Иҙелман кипкәне тартып ала ла:
— Тай бынан! — тип, мине елтерәтеп сығарып та ебәрә. Шулай, ит изгелек – көт яуызлыҡ, уларҙың йортонан нисек ысҡынғанымды һиҙмәй ҙә ҡалам.

Ап-аҡ тәнле, ҡабырғалары беленеп торған Ғәбиҙулла ҡарттың ябыҡ кәүҙәһе күҙ алдында тик тора бит. Әллә, мин әйтәм, Ғәбиҙулла ҡарт теге донъянан әйләнеп ҡайттымы икән? Шулайҙыр, ашар ризығың, эсәр һыуың бөтмәгән тип, кире мендереп ебәргәндәрҙер меҫкенде.

Күрше ҡатын

Күршеләргә ҡунаҡ килгән. Белмәгән, күрмәгән кеше. Ҡарт мәрйә. Биҙәнгән, төҙәнгән, ҡыйбатлы тундар кейгән. Ғәлимә апай күҙе тоноп, ҡунаҡтарын ашатып-эсереп, ял итергә урын йәйгән дә, әсәйемә ингән. Барыһын да һөйләп бирҙе лә, сеңләп тә ебәрҙе:
– Ниҙәр генә эшләйем инде, апаҡайым, теге мәрйә малайымды алырға килгән. Ниңә мин урыҫтан бала таптым икән? Башыма һыймай. Күҙем күрмәгәнме? Башҡанан тапһамсы…
Әсәйемә булһын ғына сәбәбе, трибунаң да кәрәкмәй.
– Яратмай улар башҡортто. Яратма-а-а-й. Ҡандарында бар беҙгә булған күрә алмаусанлыҡ. Ата-бабалары әйткән бит инородцы тип, был ҡарашты тамырынан йолҡоп ташлай алмайһың. Мәғәнәһенә генә иғтибар ит: ят ҡәүем. Бына бит нисек. Урыҫ булһа атаң, билеңдә булһын балтаң, ти ине инәйем мәрхүмә.
– Күҙ терәп торған берҙән-бер балам сумкаларын тултырып ҡуйған. Барам, ти. Атайым ниндәйерәк кеше икән, күреп ҡайтам, ти. Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай, тигәндәре шул инде.
– Малайы эсә башлаған, имеш. Ҡатыны итәк тултырып ҡыҙ тапҡанға. Әкиәт. Ир кешегә бала кәрәкме?! Ағаһында өс малай, күршелә – икәү, ә уныҡы юҡ. Шул сәменә тейә инде. Ҡайҙа хәҡиҡәт, йәнәһе? Шулай уйлайҙар. Ирҙәрҙең йөрәге әсәнеке шикелле бала тип өҙөлә тиһеңме? Ул кеше йүнле әҙәм булһа, ҡыҙын ҡәҙерләр ине. Малай һораһалар ҙа, ҡыҙҙарҙы нығыраҡ ярата улар, белгең килһә.
– Ҡыҙ булһа, бәлки, үҙемә генә ҡарап торор ине, ете ят кешегә эйәреп сығып китәм тигән уй башына ла килмәҫ ине, – күрше ҡатын башын күтәрҙе лә, алъяпҡысына танауын һөрттө.
– Мәрйә ҡарсығы улынан тыуған баланы эҙләп, ер аяғы, ер башында ятҡан ауылға килгән, имеш… Ышанмайым, һөйләмә лә. Башҡа сәбәбе булыуы мөмкин. Мәҫәлән, ҡыҙыҡһыныу, йә киленен күрә алмайҙыр. Во, шулайҙыр әле. Килененә үс итеп алып ҡайта малайҙы, танауыңды күтәрмә, тимәкселер, әллә кем булма, бында улыма ҡатын булырҙай һинән дә шәберәк бисә бар, малайы ла бына, үҙебеҙгә оҡшап тора.
– Белмәйем инде, белмәйем. Ниҙәр генә күрергә яҙғандыр инде миңә? – Күрше ҡатын башын өҫтәлгә һалып, ҡысҡырып илап уҡ ебәрҙе.
– Эйе, ҡатын кешегә бала кәрәк, яңғыҙлыҡтан да яман бәхетһеҙлек юҡ беҙҙең өсөн. Саматты ҡулына алғанда үҙеңдең дә йәшең байтаҡ ине бит. Ә ир кеше тороп ҡалған балаһын һағынып, эсеүгә һабышҡан, тип әйтеүең менән һис тә килешмәйем. Юҡ хәбәр, буш хәбәр. Был һүҙең раҫ булһа, туғанҡайым… Саматҡа нисә йәш тулды әле?
– Йәйгә ун ете тула инде…
– Бына шул-шул… Әйтәм бит, Саматың кәрәкһә, ун ете йыл элек үк килеп алыр ине. Э-э-й! Ирҙәрҙең күбеһе балаһыҙ ҡатын менән дә бик бәхетле йәшәй, тамағы туҡ, өҫтө бөтөн булһа, ҡайтыуына бисәһе йылмайып-көлөп торһа. Ә инде бала-сағаһы менән ҡаңғырып, ашарына ла йүнләп бешермәй, үҙен дә ҡарамай, иренә лә иғтибар итмәй, кисен: “Кит! Кит! Кит! Шул тиклем арыным”, – тип янынан да ҡыуып ебәрһә… Балаларым бар, тип уйлар тиһеңме, уйнап торғанырағын тапһа, китә лә бара инде эргәһенә. И-и-и, туғанҡайым, ирҙәрҙе белмәйһең икән әле.
– Белмәйем шул, ҡайҙан беләйем ти инде, ир менән торҙоммо һуң? Етмәһә, малайым сумкаһын тултырып ҡуйған…
– Һуң китһен! Китһе-е-н!.. Уға ниңә көйәң әле? Мәктәпте тамамланы. Йөрөп килһен әйҙә. Бәлки, берәй юғары уҡыу йортона индерерҙәр. Мәрйәкәй бик дәртле генә күренә. Эшен дә табып бирер әле. Ә һин бында, ауылда, уны уҡыта алаһыңмы, эшкә урынлаштыраһыңмы? Ҡалала кемең бар?
– Шулай тиһеңме?
– Шулай тимәй. Үҙең уйлап ҡара, сит кешегә биреп сығармайһың да. Ул ҡатын Саматҡа ҡараған һайын, үҙенең улын ғына күрәсәк. Ә әсә үҙ балаһына насарлыҡ теләмәй. Тимәк, малайыңдың тамағы туҡ, өҫтө-башы бөтөн булыр, ә иң әһәмиәтлеһе, уҡытып кеше итер үҙен...
– Ҡабат әйләнеп ҡайтмай ҡуйһа… – тип, тағы ла ҡысҡырыбыраҡ сеңләп ебәрҙе күрше ҡатын.
– Ҡайтмаймы? Саматың тыуған өйөнә ҡайтмаймы? Берҙән-бер ул әсәһен ташлай буламы! Ҡайғырма юҡҡа. Ҡайтыр, каникулға, отпускыға… Беҙҙекеләр кеүек.
– Эй, Хоҙайым! Шулай, берҙән-бер балам мине ҡалдырып сығып китә инде… И-и-и…
Саматты күмәкләшеп оҙаттыҡ. Яҡшы ғына урынлашҡан, нефтсе булырға йыйына. Һуңғы хатында, атайымды бер мәртәбә генә күреп ҡалдым, башҡа осрашҡаныбыҙ юҡ, тигән. Күрше апай хәҙер иламай инде, ниңә юҡҡа иларға, малайы бына тигән уҡып йөрөй, сессиянан һуң каникулға ҡайтам, үҙем утын әҙерләп китермен, борсолма, тигән.
Мәүлиҙә ӘХМӘТЙӘНОВА.

Фото: интернет.


Читайте нас: