Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2019, 02:00

Булмышы – илһамлы, яҙмышы – яҡты

Бөгөн ҡалабыҙҙың башҡорт китапханаһында яҡташыбыҙ – билдәле шағир, журналист һәм тәржемәсе Риф Мифтаховтың 80 йәшлек юбилейы уңайынан "Миңә баласаҡтан ерҙең еҫе таныш" исемле әҙәби-музыкаль кисә үтте.

Мәртәбәле сарала юбилярҙың дуҫтары, класташтарының матур иҫтәлектәр менән бүлешеп, фекер алышыуы тыңлаусылар өсөн ҡыҙыҡ та, фәһемле лә булды. Ысынлап та, шиғриәт матурлыҡ иле икән, тигән фекерҙә ҡалды ҡунаҡтар. Оҫта ҡурайсы, нефть колледжының уҡытыусыһы Кинйә Әхмәҙиев яҡташыбыҙҙың "Торатау" шиғырына үҙе яҙған йырын башҡарып, сараға йәм өҫтәне. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әнисә Һөйәрғолова Риф Фәйзрахман улының тормош һәм ижад юлы менән тыныштырҙы, билдәле йырҙарын тыңлатты. Уның шиғырҙарын да иҫ киткес хисле итеп уҡыны Әнисә апай.
Кисәнән ҡунаҡтар ҡәнәғәт ҡайтып китһә, сараны ойоштороусылар осрашыу, аралашыу мөмкинлеге тыуҙыра алыуҙарына ҡыуанып ҡалды.

Фото: автор.
Читайте нас: