Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2019, 02:00

Аҡ халатлы, аҡ күңелле Әлмира

Әҙәм балаһы уға күпме ғүмер бирелгәнен белмәй, әммә һәр кемдең бурысы – шул ғүмер юлдарын лайыҡлы үтеү, үҙеңдән һуң яҡты эҙ ҡалдырыу. Ғүмер оҙонлоғо кешенең донъяла күпме йәшәгәне түгел, ә башҡарған эштәре, өлгәшкән ҡаҙаныштары, яҡындарының күңелендә ниндәй урын биләүе менән баһаланалыр.

Әҙәм балаһы уға күпме ғүмер бирелгәнен белмәй, әммә һәр кемдең бурысы – шул ғүмер юлдарын лайыҡлы үтеү, үҙеңдән һуң яҡты эҙ ҡалдырыу. Ғүмер оҙонлоғо кешенең донъяла күпме йәшәгәне түгел, ә башҡарған эштәре, өлгәшкән ҡаҙаныштары, яҡындарының күңелендә ниндәй урын биләүе менән баһаланалыр.
Вәлиева Әлмира Ғәзиз ҡыҙын Ҡарайған ауылы халҡы бөгөн дә оло рәхмәт менән хәтерләй. Бөгөн беҙҙең арала булмаһа ла, ул әле һаман ауылдаштары, яҡындары күңелендә. Намыҫлы хеҙмәте менән халыҡ һөйөүен яулап өлгөргән ҡатын беҙҙең аранан бик иртә китте. Ғүмерен фельдшерлыҡ эшенә арнаған Әлмира Ғәзиз ҡыҙы дәүерендә йәшәгәндәр уны оло хөрмәт менән иҫкә ала. Быларҙың барыһы нигеҙендә Әлмира апайҙың халыҡҡа булған йылы мөнәсәбәте, кеше һаулығын ысын күңеле менән ҡайғыртыу ята.
Вәлиева Әлмира Ғәзиз ҡыҙы 1947 йылда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Исмәғилев Ғәзиз һәм Хәбирәнең көтөп алған тәүге балаһы булып донъяға килә. Ғаилә усағын дөрләтеп, йәмләп, бер-бер артлы тағы һигеҙ балалары тыуа Исмәғилевтарҙың. Өлкән апай булараҡ туғандарына терәк-таяныс, атай-әсәйенең ярҙамсыһы булып үҫә Әлмира. Башланғыс мәктәпте тыуған ауылында тамамлағас, артабан уҡыуын Әхмәр урта мәктәбендә дауам итә. Изге күңеле, кешеләргә ярҙам итеү теләге ҡыҙға медицина училищеһына уҡырға инеүгә этәргес булғандыр ҙа. Фельдшерлыҡҡа уҡыуын тамамлап, 1967 йылда ауылына эшкә ҡайта Әлмира. 1969 йылды ошо ауылдың шәп егете Вәлиев Фәрит Ишҡәли улына кейәүгә сыға. Татыу, мөхәббәтле пар бер ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерә. Бына шул йылдарҙа ауыл фельдшеры олоһон да, кесеһен дә төплө белеме, наҙлы һүҙҙәре, йомшаҡ ҡулдары менән дауалай.
Тулы тормош менән йәшәй йәш ғаилә. Төп ваҡыт эштә үтеүенә ҡарамаҫтан, йорт тулы ҡош-ҡорт, мал-тыуар, баҡса тулы емешеләк үҫтерә. Яратҡан балаларын, Лилиә менән Рөстәмде, ваҡыт табып, йәйге осорҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһына киноға алып барып, туңдырма ашатып, иҫтәлеккә фотоға төшөрөп алып ҡайтыуҙы ла бер матур йола иткән. Беҙ ауыл балалары өсөн был ҙур ҡыуаныс ине, тип иҫкә ала тормош иптәшем Рөстәм.
Тыуған ауылы халҡының сәләмәтлеген ҡайғыртыуға 20 йылдан ашыу ғүмерен бирә Әлмира Ғәзиз ҡыҙы. Әммә яҙмыш аяуһыҙ - әллә күпме кешене аяҡҡа баҫтырған изгелекле ауылдашыбыҙ үҙе ҡапыл сирләп китә. Операция уңышлы үткән һымаҡ та була. Әсәһенең дауахананан ҡайтыуын үҙенең тыуған көнөнә ҙур бүләк итеп көткән Рөстәм. Ләкин тап ошо көндө, 1988 йылдың 24 июне, ғаиләгә аяныслы хәбәр килә. Ни бары ҡырҡ йәш булған һылыу ҡатынға, Лилиәгә -18, Рөстәмгә 15 тулған.
Фәрит ағайҙың Ағиҙел буйында аҡҡан һыуҙарға ҡарап ултырғанын йыш күреп була ине. Өләсәйем, Әлмираһыҙ ҡалғас, шулай яр буйына сығып ултыра ул, тип аңлатҡаны хәтерҙә. Атай әсәйгә ҡарата һәр саҡ йылы мөнәсәбәттә булды, уға “яныҡайым” тип өндәшә ине, тип иҫләй Рөстәм менән Лилиә. Күп тә тормай Фәрит ағай үҙе ҡаты ауырып вафат булды. Ғаилә ҡояшы булған әсәйһеҙ, арҡа терәрҙәй атайһыҙ ҡалыу ике үҫмер йәштәге балаға әйтеп бөткөһөҙ ауыр хәл. Ләкин кесе йәштән тәрбиә менән һалынған эш һөйөү, тырышлыҡ, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ һәм, әлбиттә, туғандар, олатай-өләсәйҙәрҙең хәстәрлеге тормош ауырлыҡтары алдында баш эймәҫкә, юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам итә. Лилиә әсәһенең оло ярҙамсыһы булып үҫкәс, хужалыҡта байтаҡ эште өйрәнеп өлгөргән. Рөстәмдең дә белмәгән эше юҡ, ҡулдарында ут уйнай. Атайым мәктәпкә уҡырға төшкәс тә бәләкәй салғы сүкеп бирҙе, тип иҫкә ала тормош иптәшем. Инде атаһының йәшен үтһә лә, уйҙары менән йыш шул хуш еҫле бесән яландарына, бәхетле бала сағына әйләнеп ҡайта Рөстәм Фәрит улы. Хас та йырҙа йырланғанса...
Туғайҙарҙа салғы сыңы,

Яңғырап торһа ине.

Бесән сапҡанымды ҡарап,

Атайым торһа ине.
Рөстәм менән Лилиә икеһе лә юғары белем ала, бына тигән ғаилә ҡоралар. Лилиә әсәһенең һөнәренә яҡын тармаҡты һайлай - БДУ-ла биология кафедраһында эшләй. Тормош иптәше Илдус менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Оло ҡыҙҙары Айгөл юғары белемле белгес, һөнәре буйынса МФЦ-ла эшләй. Кесеһе Йондоҙ быйыл мәктәпте уңышлы тамамлап, дәүләт имтихандарында байтаҡ балдар йыйып, Мәскәү вузына юридик факультетҡа бюджетҡа уҡырға керҙе. Рөстәм үҙе байтаҡ йылдар Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбендә физкультура уҡыта, Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы. Ҡыҙыбыҙ Әлмира өләсәһенең исемен лайыҡлы йөрөтә. Мәктәпте алтын миҙалға, ӨДНТУ-ла уҡыуын ҡыҙыл дипломға тамамлап, эколог һөнәрен үҙләштерҙе, хеҙмәт юлын ошо йүнәлештә дауам итә. Кейәүебеҙ Эмиль менән Ибраһим атлы шуҡ малай үҫтерәләр. Әмир улыбыҙ ҙа быйыл әрменән ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтты һәм БДУ-ның юридик факультетына уҡырға инде. Ейәндәре бәхетен өләсәләре күрһә икән дә бит.
Лилиә лә, Рөстәм дә икеһе лә кешелекле, тормош яратыусан, алсаҡ күңелле. Был сифаттар иң тәүҙә атай-әсәйҙән, Әлмира Ғәзиз ҡыҙы менән Фәрит Ишкәли улы тәрбиәһенән киләлер.
Үҙем ҡалала йәшәһәм дә, йәмле йәйге каникулдың бер өлөшөн ауылда өләсәйем менән олатайым янында үткәрә торғайным. Бер урамда йәшәгәс, Әлмира апайҙың эштән ҡайтып йөрөүен йыш күрә инем, ышаныслы, етеҙ аҙымдары, мөләйем ҡарашы һоҡландыра торғайны. Шулай бер эсем ныҡ ауыртып, төнөн дауаханаға алып барып еткергәне лә иҫтә. Ул саҡта улы Рөстәм менән яҙмышыбыҙ бәйләнер ҙә, ҡәйнәм, тип тә әйтә алмаҫмын, тип кем уйлаһын инде...
- Әлмираға еткән фельдшер юҡ тип, әле булһа иҫкә алабыҙ. 80-се йылдарҙа ауыл советы депутаты итеп һайландыҡ, эшләмәгән эш ҡалмағандыр. Өмәләр ойоштороу булһынмы, йәштәр менән саралармы - күңелле итеп эшләнек, - тигән иҫтәлектәре менән уртаҡлашты 85 йәшлек Фәриҙә апай Сәфәрғолова. Бер осорҙа тырышҡандар, әхирәттәр булғандар.
- Аҡ күңелле, аҡ халатлы Әлмира заманында беҙҙең земский доктор булды.1967 йылда тыуған ауылына фельдшер булып ҡайтты. ФАП бәләкәй генә өс тәҙрәле йортта урынлашҡайны. Бер ниндәй ҙә шарттар булмауына ҡарамаҫтан, Әлмира шул тиклем тырышып эшләне, - тип хәтерләй ул саҡтарҙы ауылдашыбыҙ Мәстүрә апай Сөләймәнова. - Аҙна һайын фермаға, ауыл мәктәбенә барып, таҙалыҡты тикшереп, санбюллетендәр ҙә сығара торғайны. Йәйен келәт алдында, механизаторҙар янында булырға кәрәк. Ул ваҡытта кеше отпуск тигән нәмәне белмәне. Айына ике тапҡыр ҡалаға йәйәүләп дарыуҙар алырға бара, уны күтәреп ҡайта. Һәр йортта 5-6 бала. Көн-төн тип тормай, ҡатындарҙы бала табыу йортона оҙатырға кәрәк, ауылда транспорт юҡ, бер генә йөк машинаһы. Әгәр ул рейста булһа, ат йә трактор менән бала табыу йортона оҙата. Өйҙә лә бала таптыра ине. Ысын мәғәнәһендә бөйөк ҡатын булды.
Уны ауыл халҡы яратып, рәхмәттәр әйтеп, “Беҙҙең Әлмира” тип кенә йөрөткән. Әле лә шулай иҫкә ала. Ә кеше тормошона иң ҙур баһа - халыҡ рәхмәте, халыҡ хәтере.

Фото: ғаилә архивынан.
Читайте нас: