Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Сентябрь 2019, 02:00

Арҙаҡлы яҡташ

Кинйәбулат ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ - билдәле шағир, журналист һәм тәржемәсе Риф Фәйзрахман улы Мифтаховҡа 17 сентябрҙә 80 йәш тула.

Кинйәбулат ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ - билдәле шағир, журналист һәм тәржемәсе Риф Фәйзрахман улы Мифтаховҡа 17 сентябрҙә 80 йәш тула.


Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән йәш шағир «Өскөл хаттар» тигән тәүге китабында ла хәрби тематиканы беренсе урынға ҡуя. Артабанғы йылдарҙа донъя күргән «Тормош ағасы», «Уртаҡлашыр серҙәр», «Ябай мөғжизәләр», «Арғымаҡ сапһын оҙаҡ» һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтары уның күп ҡырлы талантын асыҡ сағылдыра. Риф ағайҙың тиҫтәләгән шиғырҙарына яҙылған йырҙар популяр башҡарыусыларҙың репертуарында ныҡлы урын алған. Радио, телевизорҙан даими яңғырап торған оҙон ғүмерле халыҡсан йырҙар рәтендә улар.


Әҙиптең прозала ла уңышлы ижадын баһалау кәрәк. «Күҙ йәштәре», «Юл күрһәтеүсе йондоҙ» исемле повестары, тиҫтәләгән хикәйәләре төрлө быуын уҡыусы тарафынан яратып ҡабул ителә. «Һәнәк» журналында эшләү дәүерендә ул үҙен юмористик шиғырҙар оҫтаһы булараҡ та асты.


Риф Мифтахов 2004 йылда Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булған шағир Рәшит Назаровтың тормошон һәм башҡорт шиғриәтендә айырым урын алып торған бай ижадын өйрәнеүгә күп көс һала. Ҡаты ауырыуға дусар булып, ғүмеренең һуңғы йылдарын ҡалабыҙҙа үткәргән ижадсының әҫәрҙәрен барлап, үҙенең баш һүҙе менән ике томлыҡ йыйынтыҡта халыҡҡа еткереүгә ирешә. Шуға ла Риф Мифтаховтың үҙенең 2014 йылда Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнеүе уның шәхси ижадына ғына түгел, ҡәләмдәше әҫәрҙәрен дә юғалыуҙан алып ҡалып, баҫтырып сығарыуы өсөн ниндәйҙер дәрәжәлә оло һәм ваҡытлы баһа булды.


Риф Фәйзрахман улына бөтә яҡташтар исеменән иң изге теләктәрҙе юллайбыҙ. Һаулыҡ, күңел көрлөгө, илһамлы оҙон ғүмер теләйбеҙ һеҙгә, Риф ағай! Районыбыҙ гимны яңғыраған һайын ихлас күңелдән уның һүҙҙәрен - һинең “Ғәзиз ерем – Ишембай” шиғырын ҡабатлайбыҙ. Яҡташтарҙы һин шулай рухлылар, илһөйәрҙәр сафына теҙәһең!




Фото: интернет.
Читайте нас: