Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Сентябрь 2019, 02:00

Юлға сығыуы күңеллерәк

Август айында “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы филиалы булып торған Салауат ПАТП-һының Ишембай автоколоннаһын һигеҙ яңы автобус тулыландырғайны.

Август айында “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы филиалы булып торған Салауат ПАТП-һының Ишембай автоколоннаһын һигеҙ яңы автобус тулыландырғайны.
Бәләкәй һәм урта класлы машиналар ҡала яны һәм Ишембай-Салауат, Ишембай-Стәрлетамаҡ маршруттарын хеҙмәтләндерә. Шулай уҡ Ишембай-Өфө маршруты ла тергеҙелде. Автовокзалдан ул 15.30 сәғәттә китә.

Яңы транспорт артыуы менән предприятиела өҫтәмә ете эш урыны булдырылған.
Автобустарҙың йөрөү графигы менән автовокзалдың үҙендә йәки 8 (34794) 2-50-8 телефон һандары буйынса шылтыратып, диспетчерҙан белешергә була.
Салауат автотранспорт предприятиеһы етәксеһе Азат Ғәлиев әйтеүенсә, беҙҙең ҡала һәм район өсөн тағы ла бер партия автобустар алыуға ғариза бирелгән. Улар 2020 йылдың беренсе кварталында килер тип көтөлә. Был автобустар ҡала маршруттары буйынса ла, ауылдарға ла йөрөйәсәк.
Республикала 1 августан эшләй башлаған “Алға” берҙәм транспорт картаһына килгәндә, уларҙы кондукторҙарҙан, автобус водителдәренән элекке “Башавтотранс” карталарына алмаштырып йәки автовокзал кассаһынан 50 һумға һатып алырға мөмкин. Әлеге көндә беҙҙең муниципаль районда 1300-ҙән ашыу “Алға” транспорт картаһы һатылған да инде.


Читайте нас: