Бала саҡта өләсәйҙең: “Сеү! Шаяртып һөйләһәң дә, уйлап һөйлә. Фәрештәнең “амин” тигән сағына тура килер”, – тип киҫәтеп әйтеүенә, тормошта күпме һынау, һыҙланыуҙар аша үтеп, саҡ төшөндөм...
БДУ профессоры, химия фәндәре докторы, Нью-Йорк Фәндәр академияһы ағзаһы Нәжип Вәлитовтың электромагнит һәм гравитация ҡырҙарының бәйләнеше тураһындағы ғилми асышы ғалимдар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ғалим фекеренсә, ғаләмдәге теләһә ниндәй объекттар, улар араһындағы алыҫлыҡҡа ҡарамаҫтан, бер-береһе менән яҡтылыҡ тиҙлегенән дә шәберәк бәйләнешкә инә. Тимәк, ғаләмдә бөтә нәмәне берләштереүсе ниндәйҙер бер көс булырға тейеш. Ә Ҡөрьән, Тәүрат, Тора китаптарын уҡып сыҡҡас, профессор тағы ла нығыраҡ ғәжәпләнә. Изге китаптарҙа Аллаһ (Бог) “бөтә нәмәне күреүсе” һәм “бөтә нәмәне ишетеүсе” тип билдәләнә. Баҡһаң, беҙҙең уйҙар ҙа матдиләшеү һәләтенә эйә икән. Уйлау процесы фәҡәт электромагнит һәм гравитация ҡырҙарының бәйләнеше ярҙамында башҡарыла.
Миҫалды йыраҡтан эҙләйһе лә түгел. Үҙегеҙ ҙә иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: быуындары нығынып та бөтмәгән сабый, туп тиҙлеге менән, әле былай, әле тегеләй саба. “Уф, йығыла инде бынау бала”, – тип әсәһе әйтеп тә өлгөрмәй, теге, ысынлап та, ҡолап ҡуя. Йә булмаһа: кистән Әсмәнеме, Хәсәндеме иҫкә төшөрһәгеҙ, икенсе көн шул кеше үҙе үк һеҙгә шылтырата. “И-ий, кисә генә һине иҫкә төшөрөп алғайным!” – тип ҡыуанысығыҙҙы йәшерә алмайһығыҙ. Был күренеште, әлбиттә, кемдер эске тауыш менән бәйләр, кемдер – һиҙемләү тойғоһо менән.
Әммә, хужаһын һырғаланып һағалаған насар уйҙар уның тормошона һәм һаулығына зыян килтерергә, кире йоғонто яһарға әүәҫ. Юҡҡа ғына француз классигы Ги де Мопассан: “Бәйләнсек уйҙар яман сирҙәр кеүек бер туҡтауһыҙ эстән кимерә. Йәнде яулап алып, уны “ашай” башлайҙар – бер нәмә хаҡында ла уйларға һәм ҡыҙыҡһынырға бирмәйҙәр”, – тип яҙып үтмәй.
Шуға ла, тормош ни тиклем генә ҡатмарлы булмаһын, матур уйҙарҙы һәм изге ниәттәрҙе эшкә егеп йәшәргә өйрәнергә кәрәк. Хас та медицина, психология, педагогика һәм философия фәндәре профессоры Георгий Сытин кеүек. Бөйөк Ватан һуғышында ныҡ ҡаты яраланған Георгий Николаевич, һауығырға мөмкинлек булмауына ҡарамаҫтан, үҙ-үҙен дауалау тураһында уйлана башлай. Ул һүҙҙең организмға нисек тәьҫир итеүен өйрәнеп, шундай һығымтаға килә: әгәр ҙә кеше бер туҡтауһыҙ сир тураһында уйлаһа, һөйләһә, хәүефләнһә, уның һаулығы тағы ла нығыраҡ ҡаҡшай. Һәм, киреһенсә, кәйефен ыңғай уй-ниәткә ҡорған кеше тиҙерәк һауыға. Уйҙар ярҙамында һауығып, аяҡҡа баҫҡан ғалим, махсус һайланылған һөйләмдәрҙән торған текстар төҙөп, үҙ методикаһын булдыра. Мәҫәлән, текстарҙың береһендә ошондай кәңәш бирелә: “Кире уйҙарҙан ҡотолоғоҙ, уларға ҡаршы көрәшергә тырышмағыҙ. Ә ни бары уларҙы үҙегеҙҙән ебәрегеҙ”.
Бер системаға һалынған Ҡөрьән сүрәләре лә бит тап әҙәм затын һаҡлауға йүнәлтелгән. Сүрәләрҙең ауырыуға, зәхмәт ҡағылыуға, күҙ тейеүгә ҡарата көслө икәнен ишетеп беләбеҙ, әммә был хаҡта уйланғаныбыҙ юҡ. Тимәк, уйҙарҙың матдиләшеүе хаҡында боронғолар бик һәйбәт хәбәрҙар булған.