Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2019, 02:00

Һәр беребеҙ ун төп кенә ағас ултыртһа...

Урман - йәшел байлығыбыҙ, тибеҙ. Ҡәҙерле, тергеҙеү еңелдән булмаған байлыҡ. Урмандарҙы ҡарау, тәрбиәләү, ағас үҫтереүҙең ни тиклем ҙур көс талап иткәнен ошо өлкәлә эшләүселәр генә төптән беләлер. “Маҡар урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһы директоры Сәлим Хафизов менән әңгәмәбеҙ коллективтың бөгөнгө эше, киләсәккә пландары тураһында барҙы.

Урман - йәшел байлығыбыҙ, тибеҙ. Ҡәҙерле, тергеҙеү еңелдән булмаған байлыҡ. Урмандарҙы ҡарау, тәрбиәләү, ағас үҫтереүҙең ни тиклем ҙур көс талап иткәнен ошо өлкәлә эшләүселәр генә төптән беләлер. “Маҡар урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһы директоры Сәлим Хафизов менән әңгәмәбеҙ коллективтың бөгөнгө эше, киләсәккә пландары тураһында барҙы.
- Сәлим Рәшит улы, әлеге көндә урмансылар нимә менән мәшғүл? Ғөмүмән, үҙегеҙҙең эшегеҙ тураһында һөйләп үтегеҙ әле?
- Райондың урман фонды 289 мең гектар майҙанды биләй. Иң күп территорияны япраҡлы урман тәшкил итә. Беҙҙең учреждение урман хужалығы, урманды тергеҙеү буйынса эштәр алып бара. Йылына халыҡтың шәхси ихтыяжы өсөн яҡынса 100 гектар урман ҡырҡылһа, шул уҡ күләмдә яңы үҫентеләр ултыртыла. Былар ҡарағай, шыршы кеүек ылыҫлы ағастар. Үҫентеләрҙе Маҡар ауылы эргәһендәге питомникта үҫтерәбеҙ. 22,3 гектар майҙанды биләгән был питомникта йылына 600 мең төп ылыҫлы ағас үҫентеләре етештерелә. Улар асыҡ грунтта ла, теплицала ла ултыртыла. Теплицала ағастарҙың яҡшыраҡ үҫеүе билдәле. Шуға ла быйыл элеккеһе эргәһенә алты сутый майҙанда тағы ла бер теплица төҙөүҙе планлаштырабыҙ. Унда үҫентеләр яңы технология буйынса үҫтереләсәк.
- Урмансыларға питомникта йыл әйләнәһенә тырышырға тура килә тимәк?
- Эш яңы йылдан тубырсыҡ йыйыуҙан башлана, уларҙы киптереп әҙерләп ҡуябыҙ. 15-20 апрелдән питомникта орлоҡ сәсеүгә керешәбеҙ, ул майға тиклем дауам итә. Йәйге осорҙа үҫентеләрҙе тәрбиәләү менән мәшғүлбеҙ. Ҡырҡылған ағас урындарына үҫентеләр ултыртыу ҙа беҙҙең иңдә. Эш бының менән генә бөтмәй, әлбиттә. Үҫентеләрҙең нығынып китеүе яҙлы-көҙлө күҙәтелә, һәләк булғандары урынына яңылары ултыртыла. Маҡар питомнигы үҫентеләргә бай, дөйөм алғанда ағастар төрө ҡырҡҡа етә. Ылыҫлы ағастарҙың ғына ете-һигеҙ төрөн үҫтерәбеҙ. Район халҡы ошоноң менән ҡулланһын ине. Ағас ултыртыу буйынса яҙғы, көҙгө өмәләрҙә һәр саҡ ярҙам итәбеҙ. Быйыл май айында «Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 мең ағас» акцияһын ойоштороп, халыҡ менән бергә ҙур майҙанда ағас үҫентеләре ултырттыҡ. Берҙе ҡырҡһаң, унды ултырт, тип өйрәтә халыҡ аҡылы. Ошо тәрбиәне йәштәргә һеңдереү маҡсатын да ҡуйғанбыҙ.
- Һеҙ етештергән “Көнъяҡ Уралдан боланут сәйе” лә район брендына әүерелде шикелле.
- Эйе, хәҙер инде дүрт йыл ошо йүнәлештә эш алып барабыҙ. Бының өсөн махсус цехыбыҙ бар. Сәй өсөн сеймалды күпселек Ҡолғона халҡы йыйып тапшыра. Уның экологик яҡтан таҙа ерҙә йыйылыуы мөһим. Сәйгә ысынлап та һорау арта. Республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә һатып алыусылар бар. Киләсәктә яңы йүнәлеш – йылҡысылыҡ буйынса ла эш асырға ниәтләйбеҙ. Быйыл бының өсөн бейәләр һатып алыу күҙ уңында тотола. Киләсәккә маҡсат – үҙебеҙҙә ҡымыҙ һәм ҡаҙылыҡ етештереү. Өсөнсө йыл ер еләге үҫтерәбеҙ. Уға ла һорау бар, күсереп ултыртыу өсөн мыйыҡтарын һатып та файҙаһын күрәбеҙ. Тәжрибә рәүешендә быйыл ҡайнатмаһын әҙерләүгә тотондоҡ.
- Һөнәри байрам уңайынан хеҙмәттәштәрегеҙгә әйтер теләктәрегеҙ ҙә барҙыр.
- Беҙҙең коллективта 40 кеше эшләй. Уларҙың утыҙы урман эштәре менән мәшғүл. Хеҙмәттәштәремде байрам менән тәбрикләп, иң элек һаулыҡ теләйем. Һөнәребеҙҙең кәрәклеген аңлап, киләсәктә лә хеҙмәттән йәм һәм тәм табып тырышып эшләргә, яңы ҡаҙаныштарға өлгәшергә яҙһын.

ӘЙТКӘНДӘЙ
5 октябрҙә республикала ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыу буйынса «Йәшел Башҡортостан» акцияһы үтәсәк.
Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев хәбәр итте. Быйыл апрель айында уҙған тәүге акцияла 109 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ ултыртыу ойошторолған, унда 160 меңдән күберәк кеше ҡатнашҡан. Бындай сараларҙа ишембайҙар ҙа үҙен һәр саҡ әүҙем күрһәтә, яҡташтар быйыл да акция мәленә ағас үҫентеләре хәстәрләп ҡуйыр, тип ышанабыҙ. Әлбиттә, акцияға халыҡты ойоштороуҙа торлаҡ идарасылары, ауыл биләмәләрендә урындағы хакимиәт тырышлығы кәрәк.
“Йәшел Башҡортостан» акцияһы ағас ултыртыуҙан тыш, мөмкин тиклем күберәк кешене йәлеп итеү маҡсатын ҡуя. Шуға күрә уның бурысын, шулай уҡ майҙансыҡтарҙың адрестарын халыҡҡа еткерергә кәрәк”, – тине Радий Хәбиров, сара тураһында мәғлүмәт биреүҙең мөһимлеген билдәләп.
Читайте нас: