Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2019, 02:00

“Башҡорт балы” фестиваленән уңыш менән!

Үткән шәмбе Өфөлә “Башҡорт балы” фестивале үтте. Йәрминкә, конкурстарҙы, концертты берләштереп, ҙур байрам сараһына әүерелде ул. Ҡала халҡы үҙҙәренә оҡшаған балды һайлап алды, кинәнеп концертын да ҡараны, умартасылар иһә үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

Ишембай районы был юлы ла һынатманы. Бай тирмә ҡороп үҙҙәрендә етештерелгән продукцияны күрһәтте, сәнғәт оҫталарыбыҙ йыр-бейеүҙәре менән фестивалде биҙәне. Һөҙөмтә ҡыуаныслы: фестивалдә күргәҙмә -йәрминкә конкурсында “Районды тулы итеп күрһәтеү” номинацияһында Ишембай районы хакимиәте икенсе урын яуланы. Ә бына “Иң яҡшы бал” номинацияһында Илгиз Шәнгәрәев шулай уҡ алдынғы урынға лайыҡ булды.

Фото: автор.
Читайте нас в