Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь 2019, 02:00

Урман үҫтереүселәр нәҫеленән

“Маҡар урман хужалығы” автономиялы дәүләт учреждениеһының Маҡар ауылы янында урынлашҡан питомнигында эштең ҡыҙыу мәленә эләктек - трактор гөрләп ер һөрә, хеҙмәткәрҙәр көҙгө эштәр менән мәшғүл.

15 сентябрь – Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө



“Маҡар урман хужалығы” автономиялы дәүләт учреждениеһының Маҡар ауылы янында урынлашҡан питомнигында эштең ҡыҙыу мәленә эләктек - трактор гөрләп ер һөрә, хеҙмәткәрҙәр көҙгө эштәр менән мәшғүл.
- Яңыраҡ ҡына утау эштәрен тамамланыҡ. Киләһе аҙнанан еләк ултыртыуға тотонмаҡсыбыҙ, әле шуға ер әҙерләнә. Бер аҙна самаһы ваҡыт эсендә был эштәрҙе башҡарып ҡуйырға уйлайбыҙ, -тип эш барышы тураһында һөйләп алып китте егерме йыл питомникта тырышыусы Салауат Хафизов. - Әле еләкте ике гектарҙа үҫтерәбеҙ, быйыл тағы бер гектарға арттырырға ниәтләнек. Йылдан -йыл майҙанын киңәйтә барабыҙ, сөнки халыҡ һорауы ҙур. Әле был татлы емештең алты сорты үҫтерелә.
Бындағы һәр үҫенте, һәр ағас яҡын питомник мастеры Салауат Фәрит улына. Тейешле тәрбиә, ҡарау булғас, һәр ҡайһыһы нығынып үҫеп китә. Көньяҡ Уралдан боланут сәйе, тиҫтәләгән төр ағас үҫентеләре менән генә түгел, хәҙер тәмле еләк ҡайнатмалары менән дә баҙар яулай Маҡар урман хужалығы. Ҙур маҡсаттарҙы коллективта Салауат ағай кеүек үҙ эшенең оҫталары эшләгәндә ҡуйып булалыр ҙа.
Питомникта беҙҙең яҡ өсөн ятыраҡ ағас-ҡыуаҡтар араһында декоративтары ла, емеш биргәндәре лә бар. Ҡаланы, ауыл биләмәләрен йәшелләндереү, ҡырҡылған урмандарҙы терегеҙеү өсөн үҫентеләрҙең төрлөһө етерлек. Орлоҡтарҙы ситтән дә алып ҡайтырға тура килә – айва, каштан, артыш, маньчжур сәтләүеге, катальпа... Барыһы ла питомникка үҙенә бер төрлө йәм биреп, күтәрелеп киләләр.
- Эш башлағанда бер нәмә лә юҡ ине. Бөртөкләп питомнигыбыҙ тулыланды. Урман, яратҡан эшем үҙенән ебәрмәй. Атайым да ғүмер буйы урман хужалығында эшләне. Әле улым менән киленем дә питомникта тырыша,- тине Салауат Фәрит улы.
Оҫтаның юлын дауам итеүселәрҙең үҙҙәрен - улы Азамат менән килене Зәлиәне лә осраттыҡ. Ауылда төпләнеп, ергә ныҡлы баҫып хеҙмәт итеүсе йәштәр хуплауға лайыҡ.
Урмансылыҡ менән шөғөлләнеү был төбәктә элекэлектән ир-егеттәрҙең төп шөғөлө, икмәге. Бөгөн иһә һөнәр абруйын заман менән бергә атлап, тармаҡтың мөмкинлектәрен киңәйтә, яңы юлдар аса белгәндәр күтәрә.

Фото: автор.
Читайте нас: