Район үҙәгенән ситтәрәк, кешеләр, машиналар ҡайнауы, шауы тынмаған юлдар сатында ҡыу ҡарағай тора. Үтә лә бейек, үтә лә йыуан. Оҙонлоғо йәнәшә-һендә төҙөлгән өс ҡатлы кирбес йорттоң ҡыйығы менән бер сама, уратаһын, һиңә әйтәйем ике кеше ҡара-ҡаршы баҫһа ла, ҡоса алмаҫтыр. Ҡасандыр мөһабәт булғандыр ҙа хәҙер тотошлайы менән ҡыуарып тирә-йүнде йәмһеҙләп һерәйгән. Ҡабығы әрселгән, ҡорһаҡһыған, урыны-урыны менән сайыры һығылып сығып, юлаҡланып ҡатҡан ала-ҡола олоно күңелде шомландыра. Ел иҫкәндә, берәй ос-тоғо кителә лә үткән-һүткәнде һипһендереп, янынан ҡыуалап түбәнгә оса, минең эргәнән йөрөп маҙаһыҙламағыҙ, йәнәһе. Ҡурҡалар, урап үтәләр. Ошоғаса уны урынынан алып ырғытырға бер кем дә батырсылыҡ итмәне. Хәйер, был мөмкин дә түгел. Йыҡһаң, эргәһендәге электр бағаналарындағы сымдарҙы өҙәсәк, әлеге кир-бес йортто емерәсәк. Икенсе яғына ауҙарһаң, юл аша һалынған ағас өйҙәргә сарпыуы ҡағылыуы ихтимал. Ҡороған, кипкән булһа ла, ҡоростай ҡаты, тос, сай-ырына бешеп ҡатҡан бит ул. Ә һөңгөләй осло, бихисап ботаҡтары йәҙрәләй сәсрәһә, яраламаҫ, имгәтмәҫ тимә. Шуға теймәйҙәр. Бәләһенән баш-аяҡ. Ыжғыр елдәр өҙлөкһөҙ ҡамсылап, ҡойма ямғырҙар еүешләп, селләләр тәнен бешереп йә һалҡындан ҡороштороп, йылдар һынауына дусар итһә лә, бирешмәй әле ҡарағай, шыпа ла бирешмәй. Көслө , сыныҡҡан мускулдарҙай ишелгән олоно дәү шырау булып ерҙең үҙәгенә ҡаҙалған, йыуан ботаҡтары хәтәр тарбайышып күктәге күҙгә күренмәҫ тотҡаларға йәбешәләр төҫлө. Анчар, торғаны анчар, бөйөк Пушкин һүрәтләгән, ҡош-ҡорт яҡынламаған, ҡунмаған, әҙәм заты урап үткән ыу ағасы.
Ниндәйҙер осраҡлы нәмәне тасуирламайым бер ҙә, ана ул ағас, әллә ҡайҙан, хакимиәт йортоноң тәҙрәһенән күренә. Эштән талсыҡҡан мәлдәремдә тышҡа, урам яҡҡа һирпелһәм, теләйемме-юҡмы, ҡарашым шул шыҡһыҙ ҡарасҡыға барып төртөлә. Фатирым шул яҡта булғас, ҡайтышлай туҡтап күҙәтеп торғаным да бар. Әле лә уға төбәлгәнмен. Шәмбе, ашығаһы түгел. Бөгөнгө көн законлы ял булып иҫәпләнһә лә, хакимиәттең яҙылмаған үҙ ҡанундары бар: башлыҡ, урын-баҫарҙары төшкә ҡәҙәр халыҡты шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итә, ҡалғандар ашыҡмай ғына ҡул етмәгән ҡағыҙҙары менән булыша, рәткә килтерә. Төштән һуң инде - мәйелең, эшләйем, тиһәң - тыйыусы, ҡайтып китәм тиһәң, тотоусы юҡ.
Ишекте ҡапыл тартып асып, рөхсәт һорауҙы ла кәрәк тапмай кабинетҡа ҙур кәүҙәле ҡарт килеп инде лә, яй ҡыбырҙап, ҡаршыма баҫты. Ҡулындағы кейеҙ эшләпәһен өҫтәлгә ырғытҡас, йомшаҡ креслоға сумды.
Уңарсы булмай ишектә секретарь ҡыҙ Зарифа күренде:
–Хәбир Нуруллович, был олатай Фәнил Хамматовичҡа килдем, ти, кәрәкле кабинетты күрһәтһәм дә, һеҙгә инде лә китте.
Ҡарт күҙҙәрен асыулы йылтыратып, зәһәр ыҫылданы:
– Ул бит телефондан һөйләшә, әҙерәктән ҡабул итер, әйт. Әлегә урынбаҫ-арында булырмын!
“Әйҙә, ултырһын”тигәнерәк ишара яһауыма ишек ябылды. Апаруҡ ваҡыт үтте, Зарифа нишләптер башҡаса күренмәне. Миңә төбәп килеүселәрҙе ҡабул итәм, үҙебеҙҙекеләр ҙә инеп сыҡҡылай. Теге ҡарт миңә күтәрелеп тә ҡарамайынса суҡайып ойой бирә. Тора-бара үҙемдең дә саҡырылмаған әҙәмгә ҡыҙыҡһыныуым артты, ҡаш аҫтынан ғына ҡарап-ҡарап алам.
Ҡарттың кәүҙәһе ҡасандыр тулы булғандыр. Әле ул яртылаш һауаһы сыҡҡан туптай ялпашҡан, бушап ҡалған. Йәшен дә аныҡ ҡына билдәләрлек түгел. Һик-һән тирәһе барҙыр, моғайын. Ундайҙар хаҡында: “Ғазраилдан боҫоп ҡалғас, би-решмәҫ, арҡаһы ныҡҡа терәлгән”, - тиҙәр. Был да шундайҙар ҡоронандыр, ана бит, тәнтерәкләп йөрөп ятҡан көнө. Тәрән йыйырсыҡтар сыбарлаған йөҙөндә өкө-гә хас тоноҡ күҙҙәр таҫырайған. Бит алмалары аҫҡа һалынып, бәләкәй төмөз тана-уын, йоҡа иренле йәйенке ауыҙын ҡаплай биреңкерәгән. Һарғайып бөткән, һирәк, оҙон алғы тештәр ҡоршауын еңгән тотанаҡһыҙ теле генә тышҡа һалынып ала ла ит һоғонғандағылай кире эскә тартыла, тик оҙаҡҡа түгел. Торғаны бер бульдог ин-де. Маңлайы киң. Пеләшләнә төшкән башында сусҡа ҡылындай һирәк-мирәк шырт сал сәстәре тырпайған. Ҡарпыш ҡолаҡтары ла иғтибарҙы йәлеп итә. Муй-ынында баш бармаҡ йыуанлыҡ күкһел тамырҙары, тарамыштары, ороло ҡу-рылдайы итһеҙ тире аша бермә-бер асыҡ беленә. Туҡта! Уң ҡолағы артынан ирененә еткәнсе күптәнге яра йөйө ялтасланып күренә түгелме? Таныным! Нисә йылдан һуң бына ҡайҙа тап иттем. Тәнемдән сымырҙау йүгереп үтте, йөрәгемде ҡурҡыу семетте, күңелде аңлайышһыҙ хәүеф биләне. Ҡулымдан ҡәләмем төшөп китте. Ҡарт билдәһеҙлеккә төбәлеп ҡымшанмай ултыра бирҙе, сәбәпһеҙ ыуалан-ыуымды шәйләмәне лә. Ҡапыл ҡолағыма сыбыртҡы шыйлауы, әсәйемдең: “Шәһит, бәдбәхет, теймә балаларыма, уларҙың ни ғәйебе бар” Ҡанэскес!” тип үҙәләнеп аҙарыныуы ишетелгәндәй, арҡа буйымды ҡасандыр өткән ауыртыу яң-ынан яндырғандай тойолдо.
Беҙ, бер төркөм Яланайыр ауылы кешеләре, башаҡ сүпләргә китеп барабыҙ. Беҙ, тигәнем - иң алдан юрғалаусы Самокат әбей, унан ҡалышмай эйәргәне күрше Сәғилә инәй, апайым менән мине етәкләгән әсәйем дә, уның әхирәте Хәмдениса апай. Самокат тигәнем - Сәмиғә әбей ул. Юртып ҡына атлағанға шулай ти ҙә ҡуя-лар уны. Яҙын ямғыр килгәндә, ҡаҙ бәпкәләрен ҡабаланып итәгенә йыйып йөрө-гәнендә тормозы тотмай себештәрҙе тапалап бөтөргән, тип мәрәкәләп һөйләп тә алдылар бер осор. Ысынмылыр-бушмылыр, кем генә белһен, сөнки беҙҙең ауыл халҡы етди мәшәкәттәрҙән дә көлкө табып, ләҡәп сығарырға әҙер, һәр мәҙәкте ҡырҡҡа төрләндереп-шаштырып һөйләргә әүәҫ.
Самокат әбей ата ҡаҙҙай аңҡаңлап бара-бара ла, яҙып ябынған француз яу-лығы менән тирләгән маңлайын һөрткөләп, тауҙан-тауға артылып, емеш-еләк тиреп сынығып бөткәнгә һис тә бирешмәй килеүсе Сәғиләгә өндәшә:
–Һин, теге ерҙе, ҡайһы тирәләрәк тинең әле?
Көр тауыш яланды яңғырата:
– Ай Алла, ҡайҙа булһын, Һарытайҙың Һарналы төбәккә ҡушылған ерендә тинем дә баһа!
– Ә-ә-ә… - Самокат ниҙер хәтерләгәндәй итә. - Әйткәйнең шу. Байтаҡ бараһы икән әле.
Һарытай һүҙе мине яңы ғына сығып килеүгә ҡарамаҫтан, ҡыҙҙыра ла баш-лаған ҡояшҡа, таҫмалай һуҙылған осһоҙ-ҡырыйһыҙ туҙанлы юлға ҡарарға мәж-бүр итә. Кисәге көндөң һүрелеп өлгөрмәгән эҫеһенә бөгөнгөһө өҫтәлә. Томрала тын алыуы үтә лә ауыр. Яңы томаланған мунса эләүкәһендә ҡайнар һауа йо-тҡандай хис итәһең үҙеңде. “Көҙгө сыуаҡтың былайтып селләләй ҡыҙҙырғанын хәтерләмәйем”, - тип аптырай оләсәй ҙә. Алыҫта, күҙ күреме ерҙә, ялан ҡырлатып теҙелгән сауҡалар ҙа тын ғына торалар. Сафландырғыс ел булмағас сарсайҙарҙыр, йонсойҙарҙыр улар ҙа. Юлдан алыҫ түгел өйкөлөшкән уҫаҡтарҙың ҡатҡан япраҡтары ғына бер-береһе менән шыбырҙашҡандай тойола. Ағастарҙың аҡһыл йәшел туҡымаһына урын-урыны менән һары тап төшкән. Был - иртә килеүсе көҙ билдәһе. Ләкин башаҡ сүпләү минең иң яратҡан шөғөл булыуы ғына аҙымдарыма көс биргәндәй, өҫтәүенә, ауыҙ кибеп киткәндә, әсәйем тотоп килгән күнәсектәге һалҡын айранға ирендәремде тейҙерәм.
Барып еткәс игене һуғылған баҫыуға һибелербеҙ. Башаҡ сүпләүселәр бер беҙ генә түгелдер. Ошоғаса әллә күпме кеше ул яланды күҙ яҙлыҡтырмай байҡап, көтөп йөрөгәндер әле.
Әсәйем башҡаларға ҡушылмай ғына ялан ситенә йүнәләсәк. Дауаханала оҙаҡ ҡына ятып сыҡҡандан һуң хәле юҡ шул уның. Оләсәйем әйтмешләй, сир ҡар-
ыуын, быуынын алды. Шыпа мандып китә алмай ҙа ҡуя.
Ул яйлыраҡ, күләгәлерәк урын таба ла тырыздарыбыҙҙы тултырып алып киле-үебеҙҙе көтә. Шунан килтергәнде бәләкәй турпышаға ауҙарып, ситен ҡайырып башаҡтарҙы ҡаплағас тос ҡына таяҡ менән һуҡҡыларға тотона. Башаҡтарынан айырылған, ҡуш устай өйөмдө елгә елгәреп ебәрҙеңме, гәрәбәләй бөртөктәр хасил була. Йылымыс ҡына үҙҙәре. Маңлайға, биттәребеҙгә тейҙереп-тейҙереп алабыҙ, еҫен еҫкәп кенә туйырлыҡ. Көнө буйы бүҫкә тоҡ самаһы иген йыйыла. Артығын йыймайбыҙ, сөнки йәйәүләп 4-5 саҡрым ҡайтаһы ла бар бит әле. Йөктө өскә бүлеп күтәрһәк тә арманһыҙ итеп арыта.
Күптән түгел генә уҡырға төшкәс, шуны белдем: баҫыуҙа башаҡ сүпләү ҡәт-ғи тыйыла икән. Шулай тине уҡытыусыбыҙ. Был дәүләт милкен урлау була, йәнә ас кеше һымаҡ ҡыланырға ла ярамай. Беҙ - донъялағы иң бәхетле балалар, тип яҙылған ти “Әлифба”ла. Китаптың һүрәттәрендәге ҡара тәнле балалар ише яп-раҡтарға төрөнмәгәнбеҙ әлегә. Бына минең бер үҙемә ике салбар, яңыһын мәктәпкә кейәсәкмен, ә төбө ышҡылғаны урам ыштаны, йәй оҙоно ялан аяҡ сабып ҡатып бөткән аяҡтарым уҡыу башланғас ялтыр ҡаптырмалы сандалиҙа иреп кенә йөрөйәсәк.
Былай мәктәп ят урын түгел миңә. Унда йәй аҙаҡтарында йөрөй баш-лағайныҡ. Иң тәүҙә уҡытыусы апай парта артында нисек ултырырға күрһәтте, мәктәп ҡағиҙәләрен аңлатты, шунан йыр өйрәтергә кереште. Ул башта һәр һүҙҙе асыҡ әйтеп, баҫым яһап, ҡат-ҡат ҡабатлай ҙа көйләп ебәрә. Оҙаҡ йонсотманыҡ уҡытыусыбыҙҙы, аҙна тигәндә йырҙы отоп та алдыҡ. Беренсе сентябрь көнө райондан ят ағай килде. Мәктәп линейкаһы тамамланғас, ул директорыбыҙ Ғүмәр ағайҙы эйәртеп, беҙҙең класҡа инде. Аяғүрә баҫтыҡ. Ҙур ҡорһаҡлы түрә ауыр тын алып торҙо ла хәл алғандай иткәс ғыжылдап-быуылып класҡа мөрәжәғәт итте:
– Ҡайһылай отҡор балалар былар, мәктәп ҡағиҙәләрен өйрәнеп тә алған-дар, белеп тә өлгөргәндәр, уҡытыусыны, килгән ҡунаҡты шулайтып баҫып ҡаршы алалар шул. Йә, тағы ниндәй һөнәрегеҙ бар?
Уҡытыусы апай арабыҙҙағы иң шәп йырсы Нәсимәгә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ымланы.
Сәрелдәк тауыш ҡолаҡты ярҙы:
Бөтә класс гөрләтеп күтәреп алды:
Ҡунаҡтың табаҡтай йөҙө ҡәнәғәтләнеүҙән ирәмһерәне:
– Бына ул коммунизм төҙөйәсәк быуын! Төҙөү генә түгел, һеҙ унда йәшәйә-сәкһегеҙ ҙә, балалар! Никита Сергеевич шулай ти. Иптәш Хрущевтың кемлеген беләһегеҙме, балалар?
– Илебеҙҙең силсәүит башлығы!
Һәр ерҙә үҙенең белемен күрһәтергә ынтылған Фәндиҙә һикереп сыҡты. Ул ауылдағы силсәүиттең төпсөк ҡыҙы.
Инеүселәр бер-береһенә ҡарап йылмайышҡас ҡунаҡ төҙәтмә индереүҙе кәрәк тапты:
– Уҡыусылар, ул беҙҙең коммунистар партияһының Генераль секретары.
Коммунизм тигән ят һүҙ хәтеремә уйылды. Дәрес буйы шул турала ғына уйланым. Нимә икән һуң ул коммунизм? Хужалар әйткәс шәптер моғайын.
Өйгә ҡайтып инеү менән һорай һалдым:
– Әсәй, әйт әле, нимә ул камунизм?
Урындыҡта ятҡан әсәйем тороп уҡ ултырҙы, ойпаланған сәстәрен рәтләштергәс, теләмәй генә яуап бирҙе:
– Ожмах, тигәнерәк һүҙ ул, балаҡайым. Ҡана һуң уға тиклем йәшәп бул-һа…
– Ауыҙыңдан ел алһын Йәнбикә! - Усаҡ тирәһендә уралған оләсәйем һүҙгә ҡушыла. - Ожмах - теге донъяның, әхирәттең рәхәте. Әллә бар, әллә юҡ нимә. Ошо көн итмешебеҙгә шөкөрана ҡылайыҡ. Колхоз быйыл халыҡҡа ашлыҡты арыу ғына бүлмәксе, тиҙәр. Башаҡ сүпләүҙән әҙерәк төшһә, бирешмәбеҙ.
Эйе, дөрөҫ әйтә оләсәй. Тик бая әйткәнемсә, уны сүпләргә ярамай, яҙыҡ эш. Тағы бер нимә башыма һыймай - игене һуғылған баҫыуҙа башаҡтар барыбер ятып ҡалып әрәм була, серей түгелме, сүпләп бөтөрһәк һәйбәт тәһә. Тамаҡ астан йый-майбыҙ, сөнки Мәскәүҙәге Хрущев олатай беҙҙе асыҡтырмай. Борон аслыҡтан ҡы-рылғандар, хәҙер кибеттә “размол” он һаталар: туҡлыҡлыраҡ булһын өсөн куку-рузы, борсағы, арышы, бойҙайы бергә аралаштырып болғанғанды. Башаҡҡа йөрөүҙең сәбәбе - ҡыш бауыры оҙон, йәнә ҡош-ҡортҡа ла ем кәрәк бит әле. Өҫтәһәң, иген бәрәкәтләнә, иш янына ҡуш, тигәндәй, сана юлы төшһә, уң яҡ күр-шебеҙ Ғәбит олатай ҡола бейәһен егеп беҙҙән ун биш саҡрымда ятҡан Ивановка утары тирмәненә йүнәлә. Беҙҙән дә ике тоҡ һалып ала.
– Балаларға танһыҡҡа бешереп ашатырһың, Йәнбикә, - ти ул. Үҙе әсәйем-дең юлға аҙыҡ төйнәгәнен көтөп, урындыҡ ситенә һаға. Әжер хаҡы - бер ярты араҡы ла бер ҡабырлыҡ ризыҡ. Шулай тейеш. Әсәйем йүгергеләгән арала оләсәй-ем менән Ғәбит ҡарт араһында ҡыҫҡа ғына һөйләшеү булып ала.
– Тормош хөртәйеп бара түгелме, Ҡыҙбикә? Яңы тамағыбыҙ ашҡа туя баш-лағайны, әпәт… - Ғәбит ҡарт башлағанын осламай ҡоласын йәйеп ебәрә, шул ыңғайы бейәләйҙәрен иҙәнгә атып бәрә, тырпайған мыйығының осон семетә. Янд-ырай бигерәк. Һөйләгән ыңғайы ҡыҙа ла китә.
Оләсәйемдең тауышы сабыр. Уның әрләшкәнен бер ҙә ишеткәнем юҡ. Тор-мош мәшәҡәттәре менән һәүетемсә генә шөғөлләнеп тик йөрөй. Йәшәйеше теүәл, түңәрәк. Янында тыныс, йылы, ышыҡ.
– Барына риза булайыҡ, шөкөр итәйек, Ғәбитулла. Егерме берҙәге йот йылы аслыҡтан шешенгәнеңде хәтерлә. Сабитулла ағайың шунан китте түгелме?
– Белә күрә йомшартып, йыуашайтып һөйләйһең Ҡыҙбикә. Сабитулла
ҡусты аслыҡҡа сыҙамай күрше урыҫ утарына барып кемдеңдер берҙән-бер һауын кәзәһен урлап һуйған бит. Шунан тегенең артынан урыҫтар ҡыуа төшөп ҡан ялатып Серек Баһыу баҫыуында туҡмағандар. Мин барып тапҡанда иҫендә ине әле. Уның һуңғы әйткәндәре бөгөнгөләй хәтеремдә: “Аслыҡ гөнаһҡа төшөрҙө ҡустым, был үлемесле туҡмалыу Хоҙай Тәғәлә язаһы... Васыят итеп әйтәм, кешенең энәһенә лә теймә...” Бындағы хәлдәргә килгәндә бөтәһенә лә рәйес Ғәлийән ғәйепле, ул ғына. Иң тәүҙә халыҡты ҡайғыртмай. Егеп эшләтә, ашарын, кейерен хәстәрләмәй. Ниместе ояһында дөмөктөрҙөк. Емерек илде ҡулдан кил-гәнсе бөтәйттек тә, хәҙер ултыр инде ҡырамалай ҡырҡ ашлыҡ болғанған икмәк ки-мереп.
– Һуң план үтәйбеҙ, тип, көҙ етте ниһә, ырҙын табағындағы игенде һепереп алып китеүҙәрендә рәйестең ни ҡыҫылышы? Ғәлийән ни, прастуй һалдат, район түрәләре ни әйтһә, шуны үтәй. Әле йәш, өйрәнер, бер ата балаһы ла белеп тыумай, күтән һурпаһын эсә-эсә, нужа үрә барып һәммәһенә төшөнә. Күҙ алды-нда үҫкән бала, тәүфиҡле лә, һәр хәлдә халыҡты илатҡан Шәһит түгел.
–Уныһы шулай. - Ғәбит һүрелә төшә, быраҡтырған бейәләйҙәрен үрелеп алып, ҡыптыр тунының кеҫәһенә тыға. - Ашҡаҙан эшкә ашмай бит минең, әүәле аслы-туҡлы йөрөү касафаты. Ҡайыҙ һымаҡ икмәкте ҡапты ниһәң, теге нимә эш-кәртелергә теләмәй кире ашҡаҙан ауыҙына килә лә тығыла.
– Тирмән ононан ҡабартма бешереп ашап, тегеһен ыумас иттереп эсеп ҡараһаңсы, Ғәбитулла. Ыумасҡа ҡатыҡ ҡушып туғып ебәрһәң, үҙәгеңә лә ял бу-лыр. - Өләсәйҙән әмәл ҡаламы, Ғәбит ҡарттың көйәләнеүенә лә сара табыла.
– Әллә шулайтып ҡарайыммы икән, ҡорҙашбикә, ә? - Ул ҙур зәңгәрһыу күҙҙәрен тултырып, ышаныусан ҡарашы менән оләсәйемә төбәлә. - Ҡайтҡас Ас-ияға әйтәйем әле. - Шунан бынан да файҙа сыҡмаҫ, тигәндәй, өмөтһөҙ ҡул һелтәй. – Булмаҫ!..
Тирмәндән ҡайтҡан ондо һаҡлап тотонһаҡ, ҡыш буйына тейерлек етә. Әсәйем уны байрамдарҙа ғына, апайымдың, минең тыуған көндә генә бешерә. Оләсәйем дә егәрле бит, һул яҡ күршебеҙ Ямал инәй әйтмешләй, юҡтан да аш бешерә белә. Әлеге, көн дә ашаған размолға йомортҡа һытып, май иретеп ҡушып ебәрһә, ыумасың эсең күпкәнсе йыпырырлыҡ, ҡабарып бешкән күмәстәрҙе тешләһәң, танауға тейә хатта, бүтән ризыҡтары ла ғәләмәт үтемле. Апайым менән минең ашҡаҙан шәп шул. Ғәбит ҡарттыҡылай мөсһөҙ түгел, таштай аҙығыңды ла иретер.
Үткәндә әсәйем колхоз өмәһенә тип һуйылған һыйырҙың тояҡтарын алып ҡай-тып, өтөп, ҡырып-йыуып бешергәйне. Ҡарт малдыҡы булғандыр, тояҡтар ҡаҙанда күпме генә ҡайнаһа ла, ҡоро һеңер булып ҡалды. Ололар аштың һалмаһын ғына аш-аны, беҙҙең тештәр ни, ҡырҡҡыстай, баштарҙы стенаға бәрә-бәрә йолҡҡосла-ныҡ ҡына тояҡтарҙы, этебеҙ Аҡтырнаҡ мөнйөрлөгө лә ҡалманы.
Әле һыҙғыра-һыҙғыра алдан төшкәнмен. Иртән ейгән ризыҡ һеңеп бөткән-гәмелер, һыҙғырыу үтә лә шәп килеп сыға: әсе лә, моңло ла. Мин бит тағы ла өҫтәмә эш башҡарам баҫыуҙа: ашлыҡ һуғылып бөткәс, елгәргән саҡта һыҙғырып торам. Һыҙғырмаһаң, ел сыҡмай. Үҙебеҙгә бушлай һыҙғырам, ҡалғандарҙан – бер-әр манпасый. Нишләһендәр инде, “ахырызаман балаһын оторһоң, отмай” тип көлөшәләр ҙә ризалашалар. Кемдең ҡыйлы ашлыҡ йөкмәп ҡайтҡыһы килһен.
Мәүлиҙәне уртаға төшөрөп етәкләп атлаусы әсәйем менән Хәмдениса апай-ҙың һөйләшеүҙәренә ҡолаҡ һалам. Күрәм, бер ҙә генә ырата алмайҙар. Хәмдениса әсәйемдең аҙымына үлсәп баҫҡанға шулайҙыр. Оҙон юлды ҡыҫҡартырға теләптер, әңгәмәләре лә алда һуҙылған юлдай оҙон.
– Нурулланы әйтәм, хат яҙамы? - тип һорай Хәмдениса апай.
– Яҙа, һирәкләп. Уларын да тикшереп бирәләр, конверттың ауыҙы йә ашыҡ-бошоҡ йәбештерелгән, йә йыртылған була, хаттың мөйөшөнә лә “цензуру прошел” тигән штамп баҫалар. Төрмәнән бисәһен ҡотортоп ятмаһын, артығын яҙмаймы, тип темеҫкенеүҙәрелер. Халыҡ дошманы, мөһөрөн баҫып ебәрҙеләр бит.
– Дошман, имеш, Нурулла ағайҙай кешеләр күберәк булһа, донъя ғәҙелерәк булыр ине, билләһи.
– Былай мөнәсәбәт күпкә яҡшырҙы, тип яҙа, аҡлап ҡуйыуҙарына ла өмөт-ләнә.
Аҡлайҙар икән, тимәк, атайымды төрмәнән сығарасаҡтар. Был төшөнсә ба-шыма һыйһа ла, аңыма барып етмәй. Атайымды хәтерләмәйем, ул киткәндә сәң-гелдәктә ятҡанмын, әсәйҙең һөйләүенә ҡарап ҡына күҙаллайым: оҙон буйлы, киң яурынлы, минеке һымаҡ йомро башлы. Ҡайтты ла икән, ти. Ундай ҙур кешене ҡайҙа һыйҙырырбыҙ. Урындыҡта оләсәй йоҡлай, карауатта әсәйҙең бер яғында апайым, икенсе яғында - мин. Аптыраҡ. Әсәйемдең ире булғас, Ямал инәйҙең улы Фәрит ағай һымаҡ араҡы таптырып даулаша, бола ҡуптара башлаһа? Йыш эсә Фәрит ағай. Сәлихә еңгәне рәнйетә, балаларына, шул иҫәптән йәндәй дуҫым Наси-рйәнгә лә көн юҡ. Ундай атайҙың булғанынан булмауы хәйерле. Икенсе яҡтан уй-лаһаң, йорт хужаһы атайым ҡайтып төшһә әсәй утын, бесән әҙерләп ыҙаламаҫ ине. Бесән, тигәндәй, уны әҙерләү әсәйемә үтә лә ҡыйынға төшә. Ҡулы тейгәндә, йәғни эштән һуң ауылдан өс саҡрым алыҫлыҡта ятҡан сабынлыҡҡа бара ла эңер төшкәс кенә арып-талып ҡайтып инә. Шулайтып колхоз эше менән йорт мәшәҡ-әттәре араһында сабыулап йәй оҙоно арып-йонсоп бөтә. Башҡаса ҡайһылайтһын, нисек тә йәшәргә, беҙҙе аҫырарға кәрәк! Өләсәй беҙҙе эйәртеп алып сабынлыҡҡа иртәнсәк бара ла көн оҙоно сабылған бакуйҙарҙы күбәләп аҙаплана, шунан кис-ҡырын көтөү ҡаршыларға ҡайтабыҙ. Эйәреп йөрөү һуңғы сиктә беҙҙең дә сей ел-кәгә тейә. Бесән осорона бағышлап яңыраҡ бер таҡмаҡ та сығарҙым әле:
Салғы, салғы, салғыны яныуҙары.
Атайым ҡайтып төшһә мин дә малайҙар менән һуғышҡанда, элеккеләй еңелеү ғәрлеген эсемә йотоп түгел, “Атайыма әйтеп, кәрәгегеҙҙе бирҙертәм!” тип ҡотта-рын аласаҡмын, үәт. Атайлы йортта йәшәүе барыбер һәйбәттер.
– Нурулла ағайҙы Шәһит ултыртты, уның ғына түгел, бик күптәрҙең баш-ына етте ул бригадир сағында. - Хәмдениса апай бышылдаңҡырап һөйләй, әйтер-һең, бынауындай ҙур баҫыуҙа кем дә булһа ишетә инде. - Йыйыштырыусы булып эшләгәндә барҙым бер кис кантурҙың иҙәнен йыуырға. Ошоноң һымаҡ ураҡ өҫтө. Тышҡы ишек шар асыҡ, рәйес яғыныҡы эстән бикле, кемдәрҙер мөңгөр-мөңгөр һөйләшә. Хисапсы ултырған яҡҡа ингәйнем, тауыштар асығыраҡ ишетелә баш-ланы. Әһә, береһе - райондан килгән упалнамушенныйҙыҡы, икенсеһе - Шәһит-теке. Эстәкән сәкәштергәндәре ишетелеп ҡалды. Эсәләр. Үәт, эшем эйәләре, баҫ-ыуҙа булаһы урынға, кәйеф-сафа ҡоралар. Инеүемде һиҙмәнеләр шикелле, лау-ылдайҙар ғына.
– Был айҙа ауылдан ике халыҡ дошманы табаһың, күрһәтмә шундай. - Рай-он үҙәгенән килгән әҙәмдең тауышы зыңлап ишетелә.
– Булмай. Етте. Күпме ебәрергә мөмкин? - тип ҡарыша Шәһит.
– Ярай, таба алмаһаң үҙең китерһең! Һуғыш осорондағы мутлыҡтарыңды беләбеҙ. Дезертирлыҡ өсөн баштан һыйпамайҙар, брат…
– Ниндәй дезертирлыҡ хаҡында әйтәһегеҙ? Миндә ысынлап та ашҡаҙан
язваһы, шул арҡала һуғышҡа яраҡһыҙ иҫәпләп фронтта списать иттеләр, аҡ бил-ет тоттороп ҡайтарҙылар…
– Ул әкиәтеңде миңә һөйләмә, йәме… Ер аҫтында йылан көйшәгәнен бел-
әм мин… Һине беренсе халыҡ дошманы яһар өсөн бер ым-ишарам етә… Так что хәл ит, икәүҙе табаһың, йә үҙең Себер тарафтарындағы диләнкәләрҙең береһенә ағас йығырға юлланаһың…
– Һәр әйткәнегеҙҙе ошоғаса һүҙһеҙ үтәнем, еренә еткереп башҡарҙым…
Мин бит һеҙҙең кеше… Быны бөтәһе лә белә…
– Минең кеше булһаң бирелгәнлегеңде тағы ла бер тапҡыр иҫбатла…
– Күпме кәрәк, шунса… Әгәр минең менән түгелһең икән, тимәк һин дош-
ман! Йә был яҡ, йә теге, алтын урталыҡ юҡ, шуны онотма!
Тағы апаруҡ шымтайыштылар.
– Эх-х-х… Һинеке еңде. - Сәкәштергән тауыш ҡабатлана. - Табырмын, улай
һа икене… Тағы ла берәүҙе өҫтәргә мөмкинме? Уныһы минең иҫәптән… Ҡан ғына түгел, йән дошманым!
– Ана бит, бик кәрәк булһа табаһың, табаһың ғына түгел, өҫтәйһең дә
Әҙерәк ҡыялғас шешәләре төпләнгәндер, упалнамушенный сығырға йүнә-лде, артынан Шәһит эйәрҙе. Һиңә әйтәйем асыуым алҡымыма килеп тығылды, әх-ирәт. Бына кем халыҡтың башын ашап ятҡан! Ярһыуыма сыҙай алмай, ултыр-ғыстарҙы таһырлатып шылдырып йыйыштыра, иҙәнде йыуа башлағайным, берәү инеп осамдан матҡып алмаһынмы! Ҡараһам, бесәй күҙҙәрен майландырып, Шәһ-ит йылмайып баҫҡан, мәлғүн. Тоттом да йән асыуыма тегенең йән еренә типтем. Бөгөлөп төштө лә сарға кәзә һымаҡ аҡырып ебәрҙе.
Шул мәлде яңынан кисергәндәй, Хәмдениса апай ҡысҡырып көлөп ебәрә, уға әсәйем дә ҡушыла. Көлөп туйғас, Хәмдениса апай күнәге ситенә йәбештер-елгән ҡара һағыҙҙы ауыҙына оҙата ла лас та лос сәйнәй-сәйнәй һүҙен дауам итә.
– Үлтереп ҡуймайым тип ҡурҡтым башта. Бер аҙҙан Шәһит кәүҙәһен тур-айтып йоҙроҡтарын төйөп өҫтөмә килә, мөйөшкә ҡыҫырыҡлай башланы.
– Ах, кәнтәй, тоҡомһоҙ ҡалдырырға итәһеңме? Әйләндереп-тулғандырып һыу эскеһеҙ итәм хәҙер, тызыйым!
Мин тиҙ генә өҫтәлдәге графинды эләктереп алдым:
–Яҡынлап ҡына ҡара, күкәйең иҙелмәһә, ҡараҡ тамғалы баш мейеңде сәсрә-тәм! Үҙем ишетеп торҙом, райондан килгән кеше менән нимә тураһында һөйләш-кәнегеҙҙе бөтә ауылға таратам. Белһендәр этлегеңде!
Һуңғы һүҙҙәрем быны айнытҡандай итте, шулай ҙа еңелмәҫкә маташа.
– Иртәгә үк эшеңдән ҡыуам!
– Кәрәге - һуҡыр бер тин, эшеңдең! Былайтып ҡаҡрығыңды йыуып, төпсөк-тәреңде һепереп аҙапланғансы ырҙын табағына иген таҙартырға сығам, лутсы. - Йәнә киҙәнәм. - Тағы ла бер аҙым атла, графин менән йәнеңде йәһәннәмгә оҙат-ам!
Бүтән яҡынламаны. Шөрләне. Ялтлатып йыуған иҙәнемә ласҡылдатҡансы төкөрҙө лә ишекте шартлата ябып, туҙынып сығып китте. Шуның менән бөттө тиһеңме? Бөтмәй торһон! Ҡараңғы төшөүгә ишегемде шаҡый берәү. Сыҡтым соланға. Шәһиттең ҡыҙмаса тауышы ишетелә:
– Ас әле, Хәмдениса, һөйләшәһе һүҙ бар.
– Ишек аша әйт тә, дүрт яғың ҡибла. Ирһеҙ көйгә ҡараңғы юҡҡа һине керетер, тиһеңме? Бик беләһең килһә ауыл ерендә ҡараңғының да күҙ-ҡолағы бар. Ошоғаса исемем сыҡманы, ары ла сыҡмаҫ. Бар, икенсе ерҙән ҡыҫҡа итәкте эҙлә.
– Ас тим, оронмайым, теймәйем.
–Тейерлек кәрең ҡалдымы ни әле?
– Уҫаллашма инде, шайтан таяғы ише ҡаҙалырға әҙерһең. Өндәшмәһәм дә, һине күптән оҡшатып йөрөйөм. Бисәмде яратмайым.
– Свежий һөйәркә кәрәк булдымы? Былай ҙа тоҡом үгеҙеләй бисәләрҙе өйөрөп- әйҙәп кенә алып йөрөйһөң.
–Кемлегемде белгәстәре, ир дәртемде тәтегәстәре, үҙҙәре йәбешеп яталар бит.
– Йәбешеп ятҡандар тирәһендә урал! Миңә йоғонаһы булма! Ҡабатлап әйтәм, нәҫелеңде ҡоротам!
Китмәй тик тора. Уфтана, ниҙер әйтергә итә.
– Хәмдениса, ни… теге һөйләшкәнде онот: мин әйтмәнем, һин ишетмәнең. Яйын яйлап, бер тоҡ иген яҙырмын.
– Бына ҡайҙа ята тел төбөң, йылан! Шуны әйтер өсөн килдеңме? Ҡурҡаҡ, ҡуян йөрәк! Шулай булмаһа, фронттан ҡасып ҡайтып, һуғыш бөткәнен өй ҡыйы-ғыңда көтөп ятыр инеңме?! Бөтәһе лә белә, өндәшмәйҙәр генә. Кеше йәнен һатып, ғүмерең буйына үҙеңдекен һаҡлай килдең.
Кантурҙағы асыуым ҡабаттан ҡалҡып сыҡты. Ҡыҙҙым да киттем.
Шәһит ишек ярығына ауыҙын терәп, теш араһынан һығып әйтте:
– Телеңде тый, Хәмди! Артыҡ тәтелдәй башланың: ишетмәҫте ишетәһең, күрмәҫте күрәһең… Һиңә лә урын табылыр…
– Ни эшләрһең, арт яғың менән кәртә емерерһеңме?
– Төрмәгә ебәреп ыҙалатмам үҙеңде. Берәй төн килеп элмәккә элеп кенә китермен. Кем күрә лә кем белә…
Йөрәк табанға китте әхирәт. Ҡурҡыштан төнө буйы йоҡлай алмай ҡалтыран-ып сыҡтым. Иртәгеһен теге ғифрит эргәмдән терәлеп тиерлек үтте, миңә иғтибар ҙа итмәне, йәнәһе лә, күрмәй. Үҙе юл ыңғайы ағыуын сәсте: “Кисә әйткәнде бер ҡасан да иҫеңдән сығарма!” Шулай итеп, Шәһит ауыҙҙы япты, ҡотто алды. Ҡур-ҡырһың да, етем бисәне кем генә һаҡлаһын да, кем генә яҡлаһын инде, өҫтәүенә әпәүләп-ҡурсып, эс-бауырына ҡыҫҡыр, йән баҫыр яҡын туғаның да бумағас. Әгәр бер-бер хәл була ҡалһа кем генә мине ҡайғыртып, хәстәрләп йөрөһөн. “Яңғыҙ-лыҡтан алйып, үҙенә-үҙе ҡул һалған”, тип бер геүләп һөйләп алырҙар ҙа онотор-ҙар, хәтерләүсе лә, миңә бағышлап аят уҡытыусы, саҙаҡа биреүсе лә табылмаясаҡ. Шәһиттең түрәлеге, йоғонтоһо үтте күптән, шуға йәшермәй һөйләйем, йолҡош эт һымаҡ өрһә лә, тешләшә алмай хәҙер.
Байтаҡ ҡына һүҙһеҙ атланылар. Әсәйем өҙөлгән әңгәмәненең осон ялғай:
–Әлләсе, Нурулланы, бәлки, Шәһит ултыртҡандыр. Бәлки, ул да түгелдер… Күреп тормағас, бар, иҫбатлап ҡара!
– Атаҡ, атаҡ, ул булмай тағы! Орлоҡ игенен келәт мөдире Фәйзулла менән икәүләп шылдырғандар ҙа бөтә бәләне Нурулла ағайға таҡҡандар. Иҫерек сағында Фәйзулланың үкенеп уфтаныуын ишетеүселәр бар әле… - Хәмдениса апай һүҙен
раҫлағандай ҡулын ҡырҡа һелтәп ала. - Ул саҡта бер тоҡ иген түгел, бер ус өсөн дә әҙәм башы Себер китә ине.
– Бөгөн дә шул инде. Ашлыҡ ерҙә ятып сереһә-серей - халыҡҡа бирмәйҙәр. Комбайндар артынан баҫыуҙы һөрә һалған булалар, йәнәһе лә башаҡ сүпләү-селәрҙе һемәйтәләр.
– Ҡуй инде! - Хәмдениса апай элеп ала. – Теге, Шәһит, тыума, эттән яралған нәмәкәй, мәле үтте, тиһәм дә, һаман ҡанды һурып-һура. Эшенән ҡыуылғас, унда-бында һуғылып йөрөнө-йөрөнө лә яҙ етеү менән обьезчик булып алды, сәсеүлек-тәрҙе һаҡлай, йәнәһе лә. Хәҙер ни башаҡ сүпләүселәрҙең ашлығын тартып алып кинәнә. Ғәҙеллек урынлаштыра үҙенсә. Тартып алынғаны бер ҙә генә ырҙын таба-ғына барып ятмай, тура Шәһиттең һарайына юллана. Ҡарун. Алирлән. Бур бит ул, ғүмере уғрылыҡта үтте. Битендәге яраһын һуғышта алдым тип маҡтанған була, төптө ялған, урлаған нәмәләрен бүлешә алмай әшнәһе менән бысаҡлашҡан, тигән хәбәрҙе ишетеп ҡалдым әле йәшерәк саҡта. Сикәһе сыйылғансы, боғаҙы ҡы-рҡылһасы! Йүнле әҙәм булһа, әллә ҡасан дөмөгөр ине, билләһи!
– Ҡыҫыр көйөккә көймәйек әле, Хәмдениса. Әйҙәгеҙ, әҙерәк ултырып, билде яҙып алайыҡ. - Әсәйемдең арығанлығы йөҙөнә сыҡҡан.
– Әйҙә һуң, - тегеһе ризалаша, юл ситенә сығып сирәмгә аяҡтарын һуҙып ултыра, яулығын ҡашына ҡәҙәр тарта ла ҡулдарын артҡа ташлап, йөҙөн ҡояшҡа ҡуя.
Әсәйем дә әхирәтенең эргәһенә сүгәләй, Мәүлиҙә апайыма өндәшә:
– Ҡана башыңды ҡарайым, һеркәң күренмәйме, бетләп китә күрмә.
– Ю-ю-юҡҡ… - Мәүлиҙә апайым уңайһыҙлана, ситкә тартыла.
– Ҡарат, ҡарат. - Хәмдениса вайымһыҙ ғына өгөтләй. - Хәбирҙең класындағы Фәрзәнәнең башы лыс бет тип ишеттем әле.- Минең яҡҡа мут ҡына күҙ атып ала, үҙенсә ирештереп маташыуы.
Белә - Фәрзәнә йәрәшелгән кәләшем. Тешебеҙ сығып ҡына килгәндә үк ҡол-аҡтарыбыҙҙы тешләтеп ҡуйғандар. Тимәк, ине һалынған, бисәм буласаҡ, әрмегә барып ҡайтыуымды ғына көтөп йөрөй. Гәрсә унда ҡасан барырымды аныҡ ҡына итеп әйтеүсе генә юҡ. Әҙәплеләре, үҫә төш әле, ти, әҙәпһеҙҙәре, маңҡаңды ҡорот башта, тип ирештерә. Нисек кенә булһа ла Фәрзәнә - минең яртым, буласаҡ кәлә-шем, уны эҙләп, ете диңгеҙ кисеп, ете тау артылаһы түгел, өй аша ғына йәшәй, етәклә лә алып ҡайт. Тик кәйефте ҡырған яғы бар - кейәүләп йөрөү бәхете тәтемә-йәсәк миңә. Ниңә бәхет тиемме? Уның күркәмлеген күреп белгәндәр генә баһалай ала. Ғәбит олатайҙың төпсөгө Сәғәҙей әрпеш кенәмен тимәй, кәләш әйттереп, бөтә ауылды һоҡландырып, күрше ауылдағы кәләшенә йөрөгәйне. Шәмсетдин ауылы беҙҙән өс саҡрым самаһы ғына. Барыбер йәйәү сығып йүгермәй Сәғәҙей, шартына килтереп, яһана-йыйына ла йоманан һуң һыбайлап, атын бейетеп кенә китә. Мас булып ике көн ҡайныһында һыйланғас йәкшәмбе көн генә ҡайтып инә. Унда ла үҙен күрһендәр, тип эңер төшмәҫ элек кире борола. Уның ҡуҫтарла-ныуын-йыйыныуын баһыу аша күҙәтәм: менгегә өйрәтелгән байталды ентекләп ҡырғыслай Сәғәҙей, кеше көлдөрөп, сабан бейәне менеп китмәҫе билдәле инде. Тайҙың маңлай ялына ҡыҙыл таҫма үрһә, малҡайҙың йондоҙ ҡашҡаһы тағы ла баҙыҡланып китә, дегәнәктән
аҙартылған тиреһе ҡояш нурҙарында йылҡылдай. Урынында тыбызыҡлап бейеп тороуы һуң! Ҡонан, һиңә әйтәйем, сапсан ҡонан!
Сәғәҙей үҙе кәртинкәме ни: тауыҡ йомортҡаһылай осло башына төлкө кәп-әс кейеп ебәрһә, был күрмәлекһеҙ ағзаһы йомроланып-матурланып китә, күфәй-кәгә тартым ҡыҫҡа кармазин тышлы билле бишмәте һалпыш кәүҙәһен һомғол-ландыра, кәлүшле хром итеге ҡамыт аяҡтарын турайта һымаҡ. Күрҙегеҙме инде, кейәү булыу нишләтә кешене!
Ситкәрәк ултырам. Бетле баштан йырағыраҡ булыуың хәйерле. Әсәйем Мә-үлиҙәнең башын тубыҡтарына һалып, сәстәрен ярып бет эҙләргә тотона.
Хәмдениса апай баяғы ҡиәфәтендә ултыра, йоҡомһорап күҙҙәрен йома. Йылымыс нурҙарға ҡойоноуымы, тәрән уйҙарға батыуымы – айырып әйтеү мөм-кин түгел. Салбар кеҫәһендә йөрөгән бармаҡ башындай ҡаты ҡоротто уртыма ҡы-ҫтырам. Уны атлап түгел, ултырып һурыу ләззәтлерәк. Ауыҙыма әскелтем тат та-рала, сәскәләр, үлән тәме тәнемдең һәр күҙәнәгенә саҡлы үтеп инә. Ундай ҡоротто әсәйем генә эшләй белә. Бесән осоронда һарҡытып ҡуйған сей ҡоротто әүәләрлек булғас, сабынлыҡҡа алып бара ла күбәләгән бесән араһына һала, кәбән ҡойор ал-дынан хуш еҫтәрҙе һеңдергән ҡороттарҙы алып ҡайтып, ылашҡа теҙеп солан күл-әгәһенә ҡуя. Ҡыш буйына шул ожмах ризығын ашап кинән инде.
Шәмдәрҙә генә, уттар яна, Гөлъямал…
Хәмдениса апай йырлай. Тирә-яҡҡа даны таралған йырсы булараҡ, уны уҙ-ҙыра алмайҙар. Яйы сыҡҡанда ла, былай ултырғанда ла берәй моңло йырҙы һуҙа ла ебәрә. Күберәк ҡышҡы кистәрҙә аулаҡ өйҙә йөн иләгәндә, ҡул эштәре менән булашҡанда бисә-сәсә һорап йырлата. Ялындырмай. Ниндәйен һорайҙар, шуны йырлай. Был тиклем дә моң һыйыр икән күңеленә, иҫең китер! Йыр тамамланһа уфтанып ҡуялар, бәғзеләр йәшләнгән күҙҙәрен һөртә. Беҙгә, үҙ уйыныбыҙ менән мәшғүлләнеп, иҙән тултырып ултырған бала-сағаға өлкәндәрҙең кисерештәре ят, сәйер тойола.
Бер кис йыр тамамланғас Гөлфариза еңгә әйтеп ҡуйған булды: “Бигерәк өҙә-һең үҙәкте! Һиңә лә ирһеҙ көн итеүе еңел түгелдер…” Бынағайыш, һалды хәбәрҙе! Үҙе Ғәлиулла ағайҙан туҡмалып йәшәй, күҙенән күк китмәй. Төпсөнһәләр, ир һуҡҡан ер тамуҡта янмай, тип һыр бирмәй маташа, бахырҡай. Әгәр шулай була ҡалһа теге донъяла Гөлфариза апай ғына имен-аман, бер ағзаһы ла янмай-бешмәй ожмахта йөрөр моғайын. Тик был донъяла күләгәләй көн итә, шуныһы ҡыйын. Шул эт көнөндә йәшәп тә сәләмәтлеге, сибәрлеге аңҡыған Хәмдениса апайҙы йәлләй, ғибрәт. Миңә ҡалһа “ирһеҙ” һүҙе “атайһыҙ”, “етем” һүҙенә бәрә-бәр. Һуңғыһының ауырлығын быйыл мәктәпкә уҡырға төшкәс татыным. Уҡыт-ыусы ҡоштар өсөн тағараҡ эшләп әпкилергә ҡушты. Көнө буйы, кис ятҡансы ҡул-ыма сүкеш менән һуға-һуға мәшәҡәтләнһәм дә, булдыра алманым.
Иртәгеһен ҡоро ҡул барырға тура килде. Иң матур тағараҡ беҙгә ҡаршы йәшә-гән Шәрифйәндеке ине. Атаһы балта оҫтаһы булғас семәрләп ҡойоп ҡуйған. Ҡа-рап туймаҫлыҡ. Танауын күккә сөйөп, маһайып торҙо тегең. Дәрестән сыҡҡас: “ Етем бәрәс, ҡайҙа тағарағың?!” - тип ауыҙын йыра. Ғәрлегемдән бәҙрәфкә биклә-неп иланым.
Йыр алдан юрғалаусы Сәғилә менән Самокатҡа ла барып етте, буғай. Улар нисек елһәләр, шул етеҙлектә кире боролоп, яныбыҙға килеп ултыра һалды.
Саф, яңғырауыҡлы тауыш талғын ғына тирә-йүнгә таралды ла икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙы иңләп, юғарыға, төпһөҙ зәңгәр күккә ашты. Аҡ күлдәкле ҡайындар моңдо эләктереп, иләҫләнеп, япраҡтарын ипле генә шыбырҙатып йырға ҡуш-ылды. Шыбырҙауҙары матур тауышҡа һоҡланыуҙандыр.
Яҡында ғына ҡамыл араһында боҫоп ултырған ҡошсоҡ әллә һипһенеп, әллә моңға иҫереп юғарыға сойорғоно, күҙ күреме бейеклеккә күтәрелеп, ҡанаттарын йәйеп туҡтап ҡалды, өҙҙөрөп һайрарға тотондо. Һабантурғай йырсы менән ярыш-ырға булды, ахыры.
Хәмдениса апайҙың башындағы яулығы һыпырылып төшкән. Йылы, йомшаҡ ел
маңлай бөҙрәләрен шаярта, гөлтләп янған тумалаҡ биттәрен иркәләй. Ҡыйғас ҡа-штары һауалағы ҡоштай талпынып-талпынып ала, йоморосай күкрәктәре беле-нер-беленмәҫ кенә тирбәлә. Ә йыр, тыйып торғоһоҙ моң шишмәһеләй урғыла ла урғыла.
Ауыр йән һөйгәндәрҙең булмауы…
Йыр тамам. Тынлыҡты боҙорға теләмәй ултыра бирәбеҙ.
– Ҡороғор, хәйерсе тормош! - Самокат әбей күлдәгенең киң итәген ҡай-ырып танауын һеңгерҙе. Әйтерһең, уның йәне сихри моң даръяһында йөҙә-йөҙә әкиәт донъяһына барып әйләнде лә, инде теләмәй генә ҡырҡ ямаулы, арҡа өлөшө һиҙерәгән күлдәк кейгән, аҡһыл сәстәре тырпайған йоҙроҡтай ғына башлы, кипкән бөкрө кәүҙәгә кире ҡайтты. Тауышында йырсының оҫталығына һоҡлан-ыуы ла, баһа биреүе лә сағылды.
– Йән һөйгән, тигәндәй, мулланың икенсе бисәһе үлгәс, мине оҡшатып, кәләшлеккә алмаҡ булып сәләм әйтеп ебәргәйне, бармай һоратыуҙы кире ҡаҡ-тым, алйот, ултырыр инем, бөгөн аҡ май ялап, ҡоймаҡ һоғоноп.- Сәғилә ҡарсыҡ-тың үҙ ҡайғыһы ҡайғы.
– Ҡуй инде, юҡҡа кире ҡаҡҡанһың тәҡдимен, бына хәҙер абыстай, тиерҙәр ине һине ололап, буй-һының да килешә, дәрәжәле юрғалауың да сап-самай, иһа-һай! - Хәмдениса апай рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе, уға башҡалар ҡушылды.
Сәғилә әбей уңайһыҙланғандай итте, ыштан бауына бөрөлгән итәген аҫҡа төшө-рөп нәҙек сираҡлы аяҡтарын йәшерҙе, һалынҡы яурындарын турайтты, билен яҙҙы.
– Әйт әле, әхирәт, - Самокат хәсрәтен онотоп кеткелдәп көлөп ебәрҙе, - гел иҫләйем дә бер ҙә генә осона сыға алмайым, нисә тапҡыр иргә сыҡтың әле шул ?
– Белмәйһеңдер инде, килештереп һүҙ сыбалта берәү. - Сәғилә әйтергәме-юҡмы тигәндәй, икеләнеңкерәне лә өҙә һуғып әйтеп һалды.– Бишәү генә булды улар!
– Самалы түгелме ? - Әсәйем шаян һүҙ ҡыҫтыра.
– Самалы, тип ни, етмәй ҡалды әле, иргә кем туйған!
– Шулай булмай тағы, берәүһе менән дә рәхәтләнеп йәшәй алманым.
Сәғилә яйлап оҙон һүҙгә күсте:
– Әсәйем мәрхүмә был донъянан иртә китте, ҡырҡы ла тулмаған көйгә, ми-ңә ни бары өс-дүрт йәш тирәһе булған, тиҙәр. Үгәй әсәй ҡулында үҫтем. Ул инде кеше алдында айҙай балҡыһа ла, яйы сыҡҡанда аҫтан бороп семтей торғайны. Ун ике йәшем тулыр-тулмаҫтан үгәй әсәй мине артыҡ тамаҡ, тип, кейәүгә биреп ҡо-толоу яғын ҡарай башланы. Ике тапҡыр атайым үҙе менән йәштәш кешеләренә етәкләтеп сығарып ебәрҙе. Береһе - утыҙ, икенсеһе илле-алтмыш саҡрымдағы ау-ылдан ине. Түҙмәнем, ҡасып ҡайттым. Балалыҡтан сығып бөтмәгәнмен, йәнә ир ҡуйыны ят та, ҡурҡыныс та. Шул ғына йәштә ике ирҙән айырылып ултырыуы анһатмы?! Шунан үгәй әсәй сыҙатмағас, атайым Ырымбурға алып барып, бер байға хеҙмәтсе итеп урынлаштырҙы. Йөрөнөм тамаҡ өсөн кер йыуып, йорт эш-тәрен башҡарып. Шунда өсөнсө иремде осраттым. Байҙың күсере ине ул. Бай йо-мартлыҡ күрһәтеп, мал өйөнән таҡта менән бер мөйөш бүлдертте. Хәләлемдең ҡосағына инеп тә өлгөрмәнем, ярман һуғышы тоҡанды. Ирем яуға китте лә хәбәр-һеҙ юғалды. Ярман һуғышы ун етенсе йылғы болаға барып ялғанғас атай йортона кире ҡайттым. Ҡаңғырыҡ заман, ауылды бер аҡтар, бер ҡыҙылдар баҫып ала. Тын-ғылыҡ бөттө. Ут-ялҡын, ҡан-ҡойошҡа ҡараймы ни йәшлек, үҙенекен итә. Минең еләк һымаҡ өлгөргән саҡ, һыуһыҙ ҡашыҡҡа һал да йот. Күҙе төштө миңә берәү-ҙең, үҙем дә ҡаш уйнатҡанмындыр, күрәһең, ҡыйшаңдамай ҡалмағанмындыр. Юғиһә, урғылып ташҡан дәртте ҡайҙа ҡуяһың! Ныу ут булды теге мут, торғаны ялҡын, хәтәр тырпайған ҡара мыйыҡлы, янып уйнаған осҡон күҙле, торғаны ғәй-рәт. Арманһыҙ итә таң һыҙылғансы…
– Аҡ булдымы шул дүртенсең, әллә ҡыҙылмы?
– Ә?!. - Көтөлмәгән һорауҙан Сәғилә әбей аптырап ҡалды. - Уныһын кем ге-нә белһен, төҫөн абайлар мәл түгел, йәнә ул гел төндә генә килә ине…
Күмәк көлөү тағы ла яланды яңғырата. Сәғилә әбей үҙе лә ҡушылып китә.
– Ауыҙың бер бешкәс, өрөп ҡабаһың, тигәндәй, бишенсеһенә оҙаҡ риза-лығымды бирмәй йөрөнөм. Табышһаҡ та ҡауышырға ашыҡманыҡ. Үҙе лә йыуаш булды шул бигерәк. Әй, әллә ҡайҙағылай һөйләп ултырамсы, как будты Зәйнет-дин ағайығыҙҙы белмәйһегеҙ, уның ише аҡыллы, эшсән кеше һирәк осрай. Бәхет-ең булмаһа булмай икән, уның менән дә яңы йәлсеп кенә көн итә башлағайныҡ, ана бит нимес мәлғүн һуғыш асты, емерҙе илде, туҙҙырҙы ғаиләләрҙе, яуыз. Зәй-нетдин ағайығыҙ ҙа, ҡайтам, тип китте лә, кире ҡайта алманы. Һаман да бына-бына ишегемде асып килеп инер, тип өмөтләнәм: ҡамыт-йүгәне лә нисек элеп ки-ткән, шул урынында, әҙерләгән тәртәлектәре лә һөйәгән ерендә. Шунан һуң нисек итеп абыстайға ынтылмаҡ кәрәк, йән көйгәндә һөйләйем инде шунда буш хәбәр-ҙе, тормошҡа ашмаҫтайҙы…
Яңы ғына иһаһайлаған ҡатындар шымтайышып ҡалды.
– Ҡуҙғалайыҡ, булмаһа, - тәүҙә Самокат әбей ҡалҡынды. - Көн төшкә ауыш-ты, ә беҙ ләстит һатабыҙ. Былайтһаң, сүпләрһең, башаҡ үҙенән үҙе сүпләнмәй ул.
Ниһайәт, баҫыу юлына төштөк. Өйкөлөшөп атлайбыҙ. Һөйләшеү эш тирәһендә генә урала.
– Шәһит әбйәщик ҡаңғыртмаһа ярай ҙа. Үткәндә Ситлек буйына барған бисәләрҙе сыбыртҡылап ҡыуған, тиҙәр. - Сәғилә әбей шулай ти ҙә һүҙе раҫланып ҡуймаһын тигәндәй, ян-яғына ҡарана һала.
– Булыр ул яндырай-иманһыҙҙан. - Самокат әбей йәнә һүҙгә ҡушыла. - Шәһиттең эшенән ҡыуылыр йылы ине шикелле, күҙенә ҡан һауып, тамам шашып йөрөгән сағы. Шулай картуф ҡаҙабыҙ. Ҡар ҡатыш ямғыр һибәләй. Беҙ асыҡ яла-нда, ышыҡланыр урын юҡ. Аяҡтарға бер бот ҡойо йәбешкән, көрәктәрҙе әйләнде-реп һалырлыҡ түгел, ауыр. Ундай көндө йүнле хужа этен дә тышҡа сығармаҫ. Һа-лҡын, теш тешкә теймәй өшөттө, еүешләндек. Райком ҡушты, тип, Шәһит мәжбүр итә. Плащын кейеп, һыбай килеп тикшереп китә лә ҡайҙалыр юғала. Үҙе һуҡмыш ишшү. Төш етте. Көн кискә ауышты, эс өҙөлөп асыҡтырҙы. Ашарға алмағанбыҙ. Улай тиһәң өйҙә лә тәғәмләнер бер ни ҙә юҡ, ҡытлыҡ осор ине шул. Сыҙамай бер ҡарарға килдек - бер биҙрә картуфты йыуабыҙ ҙа бешерергә ҡуябыҙ, урланған түгел, хәләл көсөбөҙ. Хәл иттек. Эшләп йөрөйбөҙ, ике күҙебеҙ төтөн сыҡҡан йылға буйында. Картуф бешеп кенә сыҡҡайны, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, Шәһит күренде. “Ах, һеҙ дәүләт милкенә ошолайтып ҡул һуҙаһығыҙмы, бөтәгеҙҙе лә хәҙер үк төрмәгә апарып тығам!” - тип ярһый был. Атынан һикереп төштө лә һәр беребеҙгә сыбыртҡы менән киҙәнә башланы. Шунан килеп тороп биҙрәне осора тибеп ебәрмәһенме! Боҫораған картуф тирә-яҡҡа һибелде. “Бына һеҙгә һый, мәгеҙ ашағыҙ!” тип ҡойоло итеге менән ризыҡты тызырға тотондо. Яһил-лығына иҫебеҙ китеп илап ҡарап торҙоҡ. Ул иманынан яҙған иблестән бөтәһен дә көтөргә мөмкин. – Самокат һүҙен осланы.
– Балалар, минән йыраҡ китмәгеҙ, йәме, - әсәйем, бәпкәләрен ҡурсыған инә ҡаҙҙай икебеҙҙе лә етәкләй һалып алды.
Бына беҙ ике баҫыуҙы айырып торған бәләкәй урман аша үтеп, Һарытай яланына барып сыҡтыҡ. Баҫыуҙың бил быуарынан төшөп һөрә лә башлағандар икән. Ләкин ике трактор ҙа туҡтап ҡалған. Тракторсылар алғыһында соҡона. Боҙ-олғандыр, күрәһең. Һалам ҡырға ышыртылған, кәбән ҡойоп өлгөрмәгәндәр әлегә.
Сәғилә әбей баҫыуға төшөп күҙ атты ла белгес һымаҡ һығымта яһаны:
– Бында Ғәлиулла урған. Эшкә әрһеҙ булһа ла шаптыр ул, башлағанын еренә еткермәй. Тимәк беҙҙең өлөштө ҡалдырған.
Шул һүҙ етә ҡалды, беҙ кемуҙарҙан дәртләнешеп, баҫыуға һибелдек. Әсәй-ем, ғәҙәтенсә, сауҡалар күләгәһенә китте, ҡабатлап киҫәтергә лә онотманы:
– Күҙ уңымдан ысҡынып алыҫлап йөрөмәгеҙ, шөкөр итһәк эргә-тирәлә лә табылыр әле...
Эйе һиңә, бер тирәлә уралып ҡына ыратып булалыр шул. Комбайндар етеп урамаған баҫыу ҡырлатып йөрөп йыйырға кәрәк, шул сағында ғына төшөм мул була. Әсәйем уны үҙе лә белә, хәүефләнеп кенә әйтеүе.
Беренсе тапҡан башаҡтарҙы усыма ыуҙым да өрөп-өрөп ауыҙыма оҙатып, керт-керт сәйнәргә керештем. Их, тәмле лә һуң! Һуты һарҡып, ашҡаҙанымдың һулҡылдап семетеүен баҫты. Ҡапҡаныңа өҫтәп торһаң, төйөрөм генә аҡ һағыҙ барлыҡҡа килә. Татлы ла туҡлыҡлы ла.
Башаҡтар, ысынлап та, күп кенә ине. Ҡайһы ваҡыт тәгәрмәс аҫтында тапа-лып һуғылмай ҡалған өйөмгә юлығаһың. Ул саҡта инде тырызың һә тигәнсе тула. Ихласлап йыйҙыҡ та йыйҙыҡ. Сираттағы тырызымды бушатып, баҫыу уртаһына йүнәлгәйнем, ни күрәм урман ситенән беҙгә табан йомолоп һыбайлы сабып килә. Сәғилә, Самокат әбейҙәр, Хәмдениса апай теге яҡ башта. Уларҙы баҫыу бөгөл-
ләткән шыйыҡ сауҡалыҡ ышыҡлай. Ялан уртаһында Мәүлиҙә апайым ғына сыса-йып күренә. Һыбайлы уға ҡарай саба.
– Апай, ҡас, Шәһит килә! Ҡас!!!
Ә ул турайған килеш минең яҡҡа ҡарап тик тора, артынан килеүсене күр-мәй.
– Ҡас тием! Бында килә һал! Тапалаһың!
Йөрәгем өҙөлгәндәй булды. Эсемә һалҡынлыҡ йүгерҙе. Хәҙер тапала, анау-ындай көр айғырҙың тояғы бер баҫһа ла йәнен сығарасаҡ. Ҡулымдан тырызым төшөп китте, Мәүлиҙәгә ҡаршы йүгерә башланым. Арабыҙ бер йомолоп йүге-рмәле генә. Һыбайлы байтаҡ йыраҡ, ләкин ул бит миңә ҡарағанда әллә күпмегә шәберәк елдерә. Минең тубыҡтар ҡалтырай, аяҡтар хәлһеҙләнгән.
Ҡаталарым ысҡынып төшөп ҡалды, бер нисә тапҡыр һөрөнөп тәкмәс-ләнем. Ҡамылдың төбөрө табандарымды һыҙыра, уны йүнләп тоймайым да шик-елле. Мәүлиҙә апайым да ниҙер һиҙенгәндәй артына боролдо ла миңә ҡарай йүге-рә башланы. Тик һуң инде, боҫор урынға барып өлгөрә алмаясаҡбыҙ. “А-а-ааа!..” - уң аяғым ниндәйҙер осло ташҡа бәрелде, ҡапыл упҡынға осҡандай тойҙом үҙемде. Күҙ алдымда осҡондар сәсрәп бейеште. Ҡыҙыулыҡ менән ырғып тороп, аҡһай-аҡһай алға уҡталдым. Күрәм - һыбайлы Мәүлиҙәгә бөтөнләй яҡынлашҡан. Беҙҙең ара бер ынтылмалы ғына. Өлгөрҙөм. Хәле бөтөп ергә сүгәләгән Мәүлиҙәне кәүҙәм менән ҡаплауым булды, ауыр тояҡтар эргәнән генә дөбөрҙәп уҙҙы, саҡ тапалмай ҡалдыҡ, ҡапыл әсе һыҙғырыу ишетелде, ниндәйҙер утлы ҡылыс башымды, арҡа буйымды яндырҙы…
Көс-хәлгә аяҡҡа баҫтым. Шәһит сыбыртҡыһын яңынан юғарыға сөйҙө.
– Ҡағылма! - Мәүлиҙәне ҡабаттан ышыҡланым. Тауышым асырғаныулы сыҡты.
– Нимә?! - Айбарланып аҡырҙы Шәһит, шулай ҙа күтәргән ҡулын кире төшөрҙө.
– Ҡағылма! - Ҡаты төйөр тамағымды быуа, илап ебәреүҙән көскә тыйылам.
– Ә-ә-ә, миңә бойораһыңмы, эт балаһы! Ҡара,ҡара, - Шәһит аптырағандай итте, - Нурулланың көсөктәреме ни әле һеҙ?! - Ҡоторған эттәй аҡайған күҙҙәр ашарҙай булып текәлгәндәр, ҡырылмаған сикәләге иҫке яра эҙе айырым асыҡ күренә. - Атайың ише ҡараҡ булып үҫәһеңме?
– Йүнле кешене ете йыл буйы төрмәлә тотмайҙар! Бур һинең атайың! - Шәһит йән асыуына айғырҙың бөйөрөнә типте. Ауыҙы күбекләнгән, ҡара тиргә төшкән ат үҙенең хужаһын баҫыу бөгөлөнә ҡарай елдертте.
Бирешмәй ныҡ торһам да, бур һүҙе сыбыртҡынан былайыраҡ йәнемде өтә, хәлһеҙләнеп ергә сүгәм. Сәсем араһынан ниндәйҙер йылы тамсы әкренләп маң-лайға һарҡа, ҡамыл араһынан күренгән ике бөртөк башаҡҡа ҡыҙыл тамсылар та-ма. Әкренләп күктәге ҡояш, күбектәй аҡ болоттар алһыу төҫкә буяла…
Бөршәйеп кенә шыңшып ултырған Мәүлиҙә, ҡандан ҡурҡып, ҡысҡырып иларға тотона.
– Шәһит йыртҡыс, нишләттең балаларымды, уларҙың ни ғәйебе бар?! Ҡан-эскес!.. - Һамаҡлай-һамаҡлай ах та ух итеп эләгә-йығыла килеп еткән әсәйем апа-йыма ҡушылып илай. - Балаҡайым, нишләтте һине йылан, ә? - Үҙе яулығын һы-пырып ҡан һарҡҡан башыма баҫа. - Атайың һуғышта ҡан ҡойҙо, бөгөн килеп ҡара эс балаларымды йәберләй. Кеше талаусылар, үҙ яғын ҡайырыусылар иректә йөрөй, ҡайҙа ғәҙеллек, ә?!
Әсәйем ярҙам һорағандай, ике ҡулын юғарыға һона:
– Эй, Аллам! Ҡайҙа ғәҙеллек!
– Эй, Аллам! Ҡайҙа ғәҙеллек! Кешеләр аҙҙы, иман ҡасты ерҙән! Үҙең ярҙам ит...
– Ә-ә-ә! Ғәфү итегеҙ, нимә тинегеҙ?
Уйҙарымдан арынып, һиҫкәнеп киттем. Был һүҙҙәрҙе тәсбих тартып ултырған Шәһит әйтә икән дә баһа!
Ишектә секретарь ҡыҙ күренде:
– Олатай, башлыҡ хәҙер ҡабул итер. Һеҙҙе кем тип әйтергә?
– Күрше райондан килгән мулла тиген. Алла бәндәһен ҡайҙа ла ҡабул итергә тейештәр. Йомошом ҙур.
Асҡан ауыҙымды йоморға онотоп торған арала, Шәһит ҡарт нисек килеп инһә шул етеҙлектә сығып китте. Йылан шыуышҡандай ишетелгән, һөйрәп атла-ған аяҡ тауыштары тынғас та, ҡымшанмай, иҫемде йыя алмай бер килке ултыр-ҙым.
Бер аҙҙан тәҙрә янына килдем. Иртәнсәктән генә аяҙ балҡыған көн ни арала болотлап та киткән. Ана бара Шәһит ҡарт. Ҡабаланмай ғына атлай. Башындағы эшләпәһе, иҫке пинжәге, төбө һалынып төшкән салбары, ергә һөйрәлгән балаҡ-тары уны ҡарасҡыға оҡшата. Бына ул бара торғас, тамам бәләкәйләнеп, әлеге ҡыу ҡарағайға тиңләште лә күҙҙән юғалды. Әйтерһең дә ыу ағасы, шул ыу ағасына оҡ-шап ғүмер буйы ағыуын сәсеп йөрөп ятҡан, әле килеп дин әһеле битлеген кейгән Шәһит ҡарт бергә ҡушылдылар ҙа донъяны йәмһеҙләп һерәйҙеләр…