Ҡаланың Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙанында ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәһен халыҡ йыл һайын көтөп ала.
Көҙ миҙгеленең уңыш йыйып алынғандан һуң уҙғарыла торған йәмле бер сараһы ул.
Бындай ҙур йәрминкәләр быйыл да 11 октябрҙә – Республика көнөндә һәм 4 ноябрҙә - Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә ойоштороласаҡ. Һатыусыларға, һатып алыусыларға был сараға әҙерләнергә ваҡыт бар әле.
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина.