Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2019, 02:00

Боҙоҡ телефон аша – бала саҡ иленә

Улым менән Ағиҙел йылғаһы буйында, киске һиллектән ҙур кинәнес кисереп, оҙаҡ ҡына торҙоҡ. Ялпаҡ йомро таштарҙы һыу өҫтөнән һикерттереп, "ҡоймаҡ" эшләргә маташып-маташып та бер нәмә лә килтереп сығара алмағас, балыҡтарҙы күҙәтеү менән генә сикләндек.

Улым менән Ағиҙел йылғаһы буйында, киске һиллектән ҙур кинәнес кисереп, оҙаҡ ҡына торҙоҡ. Ялпаҡ йомро таштарҙы һыу өҫтөнән һикерттереп, "ҡоймаҡ" эшләргә маташып-маташып та бер нәмә лә килтереп сығара алмағас, балыҡтарҙы күҙәтеү менән генә сикләндек. Ҡояш болоттар араһына боҫоп, һалҡын ел иҫкәс, яйлап ҡына Ленин проспектына күтәрелдек. Баш осонда ҡара болоттар ҡуйырыуға ҡарамаҫтан, урамдағы халыҡ тонсоу фатирҙарға таралырға ашыҡманы.
Алдараҡ, ике оло ҡатын ултырған эскәмйә тирәләй, ыбыр-сыбыр бала-саға урала ине. Балаларҙың әле береһе, әле икенсеһе өләсәләре янына килеп, уйнарға телефон таптырҙы.
Ҡатындарҙың һул яҡтан ултырғаны:
- Ҡуйсәле, шул нәмәгеҙҙе! Әйҙә, исмаһам, "боҙоҡ телефон" уйнайыҡ. "Боҙоҡ телефон"дың нимә икәнен беләһегеҙме? Яҡыныраҡ килегеҙ әле... – тип әйтеп һалмаһынмы. – Беренсе ултырған кеше икенсеһенең ҡолағына шыбырлап һүҙ әйтә, артабан ул өсөнсөһөнә, дүртенсеһенә... еткерелә. Шулай итеп, һүҙ ҡолаҡтан ҡолаҡҡа күсеп йөрөй...
Көтөлмәгәнлектән берсә шаңҡыным, берсә ҡыуандым... Кинотаҫманы артҡа әйләндергәндәй ғәмһеҙ бала саҡ ваҡиғалары күҙ алдымдан үтте. Һыу буйында банка ҡапҡастарына күк балсыҡ һылап, өҫтөн төрлө сәскә менән биҙәп уйнарға яратҡан ҡыҙ әллә ҡайҙан алыҫтан ҡулъяулығын болғай ине.
Фото: интернет.
Читайте нас: