Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Сентябрь 2019, 02:00

Ни өсөн асалы бағана аҫтынан үтергә ярамай?

Элек-электән урамдағы электр линияһының асалы бағанаһы аҫтынан үтергә ярамай тип иҫәпләйҙәр. Быға бигерәк тә дини кешеләр ныҡ ышана, уларҙы күҙәтеп торһағыҙ, күрерһегеҙ: бындай бағананы мотлаҡ ситләтеп үтәләр.

Элек-электән урамдағы электр линияһының асалы бағанаһы аҫтынан үтергә ярамай тип иҫәпләйҙәр. Быға бигерәк тә дини кешеләр ныҡ ышана, уларҙы күҙәтеп торһағыҙ, күрерһегеҙ: бындай бағананы мотлаҡ ситләтеп үтәләр. Бер ҡараһаң, көлкө лә һымаҡ, сөнки ике бағананы бер-береһенә улар ныҡ булһын, ел-дауылға бирешмәһен өсөн терәтеп ҡуялар бит.


Эш шунда: дини кешеләр уны шайтан ҡапҡаһы тип һанай, тамуҡ ҡапҡаһы ла тыштан ҡарағанда шундай ҡоролмаға оҡшаш икән. Улар айырыуса балаларға асалы бағана аҫтынан үтеүҙе тыя, сөнки баланы һәр саҡ фәрештә оҙатып йөрөй, ә бындай асалы урындан ул үтә алмай һәм бала фәрештәһеҙ тороп ҡала, тигән ышаныу бар.

.

Рәшит Кәлимуллин.



Фото: newsyandex.ru.

Читайте нас: