Юлдан йәйәүле бара. Оло ғына ағай буйтым арыған – туҡтап ял итә-итә атлай. Ҡарышҡан шикелле, көнө лә эҫе. берәй нәмә булыр әле, тип сыҡҡандыр ҙа, ниңәлер бөгөн юлыңғай машиналар юҡсы. Гел ҡаршыға килеп сығып тик торалар. бушҡа тәүәккәләгән икән, автобусты көтәһе булған. ниһайәт, артта бер машина күренде. Уны күргәс, юлаусының аяҡ быуындары бөтөнләй бушаған кеүек булып китте. Ултыртып алһа, шәп итер ине... Ай, рәхмәт яуғыры! Үтә биреп булһа ла туҡтаны бит! Ҡулъяулығы менән бит-күҙен һөрткөләп, машинаға ултырып китергә ниәтләп, салбарындағы саңды ҡаҡҡылап торған сал сәсле был ағай эргәһенә машина хужаһы, 30-35 йәш тирәһендәге ир, йүгереп килде.
– Танып ҡалып туҡтаным! Кем икән, тиһәм, үҙемдең уҡытыусым икән! Һаумы, ...ов ағай! Нишләп юлға йәйәү сыҡтың? Ауыл яғына был мәлдә машиналар әллә ни булмай бит, кискәрәк ҡайталар. Танымай тораһың әллә, ...ов ағай? Мин бит...
– Әәә! Таныным, таныным! Һин...
– Эйе, ағай, һеҙҙе ҡаҡшатҡан уҡыусығыҙ инде!
– Ялҡау булдың бит, шилма малай, ә башың шәп эшләй ине һинең. Стимул булһын, тип “икеле” ләр ҡуйып та ҡараным, юҡ, ыжламаның да. Имтиханды ла бирә алмай, көҙгө һынауға ҡалып, саҡтапшырҙың. Ана, уның ҡарауы, хәҙер...
– Шунда бер кәкере генә “өслө” ҡуя алмай инеңме, ағай? “ике” урынына?
– Булмай ине шул. Ҡалайтып күрәләтә...
– Ҡайтҡас, атай шыйыҡ сыбыҡ менән бешеп алды. Әсәй ҙә кәрәкте бирҙе – илатҡансы әрләне. Шунда мин үҙемә һүҙ бирҙем, ағай. Уҡымаһам да эшләрмен, аҡса йыйып, машина алырмын, тинем. их, ти торғайным ҡасан да булһа берәй ваҡыт юл ситендә ...ов ағай ҡул күтәреп торһа ине, ти торғайным. Мин машинамда выжт итеп кенә килеп туҡтар инем дә: “Нишләй ағай?” – тип эре генә һорар инем, тип уйлап көтөп йөрөнөм. Теләгәнем ҡабул булды бит, ағай! Бына бит тап булдың!
Йәш ир машинаһына ыңғайланы. “Ултырығыҙ, ағай”, тигән саҡырыуҙы көткән ҡарт уҡытыусы элекке уҡыусыһының өндәшмәүен аңламай аптырап ҡалды. Ә уҡыусыһы, машинаһының ишеген асҡас, уҡытыусыһына боролдо:
– Ана шунда мин, “ике”ләреңә ултырып йөрө! – тип әйтеп китермен әле, тигәйнем. Тәки әйттем бит, әй! Стимулдарыңа ултырып йөрө, ...ов иптәш!
Ҡарт уҡытыусы саң эсендә тороп ҡалды... Күҙ йәштәренә, битенә туҙан ҡунды. Маҡсаттар ҙа төрлө була, тимәк...