Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2019, 02:00

Өйҙән сүп сығармайым тип...

Сираттағы командировкала булған саҡта төпкөл ауылда йәшәгән бер ҡатындың аһ-зарын ишетергә тура килде. Уның һөйләгәндәрен тыңлағандан һуң, бөгөнгө заманда шундай йәберҙәргә түҙеп йәшәргә мөмкинме икән тигән уйға килдем. Әңгәмәсемә лә ошо уҡ һорауҙы бирмәй түҙмәнем, әммә яуабы аптыратты ла, уйландырҙы ла.

Сираттағы командировкала булған саҡта төпкөл ауылда йәшәгән бер ҡатындың аһ-зарын ишетергә тура килде. Уның һөйләгәндәрен тыңлағандан һуң, бөгөнгө заманда шундай йәберҙәргә түҙеп йәшәргә мөмкинме икән тигән уйға килдем. Әңгәмәсемә лә ошо уҡ һорауҙы бирмәй түҙмәнем, әммә яуабы аптыратты ла, уйландырҙы ла.


...Зәлифә ата-әсәһенең берҙән-бер ҡыҙы була. Ғаиләлә уның өсөн барыһы ла булдырыла: ни теләһә, шуны кейә, ашаған тамағы ла батша һыйынан кәм булмай. Уҡыуға зирәк, йыр-бейеүгә маһир ҡыҙ мәктәпте тамамлағас та, бер ниндәй ауырлыҡһыҙ күрше ҡалалағы юғары уҡыу йортона уҡырға керә. Дипломлы белгес үҙ теләге менән ҙур булмаған ауылға эшкә бара. Йәш һәм юғары белемле ҡыҙға шунда уҡ күҙ атыусылар табыла. Улар араһында утлы ҡарашлы, эшкә егәрле, үҙе кеүек уҡығандары ла була, әммә ни өсөндөр ул әсә тәрбиәһе генә алған, күҙҙәре бер аҙ моңһоу Тәлғәтте үҙ итә. Күп тә үтмәй, йәштәр өйләнешә.


Тәүге йылдарҙа улар бәхетле йәшәгән кеүек була. Бәлки, шулай тойолғандыр ҙа. Тәүге балалары тыуғас, Тәлғәтте “ен алмаштырҙымы” тип аптырай Зәлифә. Баланы ҡарау, донъя көтөү йәш һәм бер ниндәй тәжрибәһе булмаған ҡатын өҫтөнә төшә. Етмәһә, сабый бәләкәйҙән мыжыҡ була, шунлыҡтан ҡулға эйәләшә.


Иренең ҡайтыуына тамаҡ та әҙерләргә ваҡыты етмәгән осраҡтар йышая, йорт, мал-тыуар күпсе­лек ваҡытта ҡарауһыҙ ҡала. Әммә ҡулынан кил­гәнсә тырыша Зәлифә. Тәүҙәрәк иренең йөҙө йәм­шәйеп, ҡәнәғәтһеҙ булыуына аптырап ҡалһа, артабан күнегеп тә бөтә. Ә тегеһе баланы ҡу­лы­на алыу ғына түгел, хатта уның бүлмәһен урап үтә башлай. Башҡа түшәктә йоҡлай, ҡаты­нына ярҙам итеү тураһында уйлап та бирмәй.


Ата-әсәһе килгән һайын ҡыҙының һәр саҡ йылмайып торған йөҙөнөң һурылып барыуын тәүҙә сабыйының туҡтауһыҙ илауы менән бәйләргә тырышһа ла, әсә йөрәге ваҡыты-ваҡыты менән һулҡылдап ҡуя. Тәлғәттең айырым бүлмәлә йоҡлауы ғына етмәй, аҙаҡ уның ҡайҙалыр юғалыуы йышая бара. Һәр һорау, хатта һораулы ҡараш Зәлифәнең башына төшкән йоҙроҡтар менән иҫәпләнә. Артабан йыуылмаған һауыт-һаба, ҡаралмаған мал-тыуар өсөн дә уның сибек кәүҙәһе күм-күк тимгелдәр менән “бүләкләнә”, нурлы йөҙө аҡрынлап һулый төшә. Икенсегә ауырға ҡалғас, ҡатын, бәлки, тормошобоҙ яйға һалыныр тигән ышаныс менән сабыйҙың тыуырын түҙемһеҙләнеп көтә башлай. Улы ла бер аҙ ҙурайып, ҡул аҫтына керә башлай. Тик сабый күңелен алдап буламы ни: атаһынан ут алғандай ҡурҡа, ситләшә бара.


Сираттағы төнгө сәфәренән һуң, Тәлғәт бер аҙ эсеңкерәп ҡайтып, ҡатынына бәйләнә башлай. Үҙенең теләгенә ҡаршы килгән Зәлифәгә һуғыуҙан да тартынмай, аҙаҡ ауырлы ҡатынын типкесләргә тотона. Әсәһенең асырғанып ҡысҡырыуын ишетеп, күрше бүлмәлә йоҡлап ятҡан улының илауы ғына ирҙе бер аҙ иҫенә килтерә, күрәһең. Тик һушһыҙ ятҡан ҡатынына табип саҡыртырға ғәрләнәме, ояламы, күршеләренә барып ҡына әйтә. Уларҙың нисек йәшәүен ситтән күҙәтеп, белеп йәшәгән Мәстүрә шунда уҡ йүгереп килә һәм “Ашығыс ярҙам” машинаһын саҡыра. Аҙаҡ дауаханала уның әле тыуып та өлгөрмәгән гонаһһыҙ сабыйҙың теткеләнеп бөтөүенә шаһит булған табиптар үҙ ғүмерҙәрендә бындай ҡот осҡос хәлде күргәнен хәтерләмәй ҙә. “Йыртҡыс ҡына ошондай хәлде башҡаралыр”, – ти улар. Шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәрен, ҡатындың ата-әсәһен, ирен саҡырталар. Ниндәйҙер мөғжизә менән иҫән ҡалған меҫкен ҡатын иренә ҡарата ялыу яҙмай. Әсәһенең үтенеп һорауына ла, табиптарҙың артабанғы тормошонда бындай хәлдең ҡабатланыу ихтималлығын аңлатыуы ла ярҙам итмәй, “иремә ҡаршы ялыу яҙмайым, ул – баламдың атаһы” тип баш тарта.


Йәбер ҡорбаны, бәлки, артабан матур тормошҡа өмөт тә иткәндер, әммә үҙ язаһын алмаған ир аҙаҡ та уны туҡмауҙан, ғазап уттарына һалыуҙан бушамай. Ни өсөн айырылмайһығыҙ, улығыҙҙың да үҙ ғаиләһе бар бит тигән һорауыма, 50 йәште үткән, йөҙө һағышлы, теше ҡойолоп бөткән, киләсәккә ышанысын юғалтҡан ханым һәр хәлдә үҙенең ирле булыуын, башҡалар алдында ир ҡатыны булыуына ҡәнәғәтлеген белдерҙе. “Ә йылдар буйы түшәк уртаҡлашмаған, һеҙҙе һанламаған, исмаһам, бер йылы ҡараш ҡына түгел, хатта йылы һүҙ әйтә алмаған ир кәрәкме һуң?” тигән һорауға: “Беҙ күптән күршеләр кеүек йәшәйбеҙ. Уртаҡ хистәр генә түгел, хатта уртаҡ темаға һөйләшер һүҙҙәр ҙә юҡ, теләһәк тә табылмай. Ашағанда ла һәр кем үҙ алдындағы ризыҡты көйшәй, сөнки һәр тешләнгән аҙыҡ тамаҡҡа аш кеүек түгел, төйөр булып төшә. Улыбыҙ ҙа атаһы өйҙә булмағанда ғына килә, ейәнсәремде ни тиклем яратһам да, бик һирәк күрәм. Ҡайҙа барайым, атай-әсәйем яҙмышымды күреп, бик ныҡ ҡайғырып йәшәне, шуғалыр иртә донъя ҡуйҙы. Бөгөн мин ирле, уллы көйөнсә бер кемгә лә кәрәкмәйем”, – тип күҙ йәштәренә ирек бирҙе бисара ҡатын.


Өйҙә йоҙроҡ уйнатҡан, яҡындарын дер һелкетеп тотҡан ирҙәр һәр заманда булған, киләсәктә лә булыр. Бындай хәлдән ҡотолоуҙың бер генә юлы бар: ваҡытында уны туҡтатыу өсөн бар мөмкинлектәрҙе файҙаланыу, кәрәк ваҡытта хатта иреңә ҡарата ялыу яҙыу, яуаплылыҡҡа тарттырыу ҙа шарт. Ни өсөн һин бәхетле булам тип сыҡҡан ғаиләң бер вәхши арҡаһында ғүмер буйы ыҙаланып, ахыр сиктә интегеп йәшәргә тейеш әле? Әллә ирҙәренең һәр һуғыуын “ярата, шуға туҡмай” тип уйлаған көсһөҙ заттарҙың үҙҙәрендәме бөтә ғәйеп? Парлы булып та парһыҙ йәшәүселәр күпме арабыҙҙа? “Өйҙән сүп сығармайым” тип кешеләр араһында үҙҙәрен йылмайырға мәжбүр иткән, аҙаҡ йәберҙәргә түҙгән ҡатын-ҡыҙҙар һеҙҙең арала бармы? Һөйләшеүҙе дауам итергә саҡырабыҙ.


Кәримә УСМАНОВА


Фото: интернет.


Читайте нас: