Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2019, 02:00

Тырыш кешеләр йәшәй бында

Тышта һалҡын көҙ етһә лә урамдарҙа күҙҙең яуын алып ултырған сәскә түтәлдәрен күрһәң, күңел күтәрелеп китә. Ошо матурлыҡты тыуҙырыусылар ҡалабыҙҙа бихисап. Шуларҙың береһе - Стахановсылар урамының 89-сы йортонда йәшәүсе Мәдхиә Заһиҙулла ҡыҙы Бикбаева. Был йорт ихатаһы алдында нимәләр генә үҫмәй: роза, лилиә, петуния, гладиолус, пион, аҡ шыршы, барбарис ҡыуаҡтары.

- Бәләкәй саҡтан гөл-сәскәләр яраттым. 2011 йылда ошо йортҡа күскәс, иң тәүҙә ихатаға сәскә түтәлдәре ултыртырға ҡарар иттем. Ошо теләгемде беҙҙең йорт ҡараған 3-сө торлаҡ-эксплуатация участкаһы директоры Денис Кривобоковҡа ла еткерҙем. Ул йорт алды баҡсаһын кәртәләп алыу өсөн хеҙмәткәрҙәрен ебәреп, эшләтеп тә ҡуйҙы. Тырышлығыбыҙ юғары баһаланды - 2014 йылда иң күркәм йорт конкурсында ҡала буйынса 2-се урын алдыҡ, артабанғы йылдарҙа беренсе урындарға лайыҡ булдыҡ, - тип һөйләне Мәдхиә Заһиҙулла ҡыҙы. - Денис Анатольевичҡа ҡасан мөрәжәғәт итһәң дә кире ҡаҡҡаны юҡ, һине иғтибар менән тыңлай, ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Ул миңә сәскә орлоҡтары, төрлө ҡыуаҡтар алып бирергә ярҙам итте, машинаһы менән тиреҫ тә килтерҙе. Уға ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм.

Шуны ла әйтеп китергә кәрәк, йорт алды ғына түгел , подъезд эстәре лә йәмле бында. Подъездарҙы капиталь ремонтлау республика программаһы буйынса был йортта күптән түгел подъездар ремонтланған. Инеү урындары ремонтланған, ишектәр, почта йәшниктәре, ут яҡтыртҡыстар алмаштырылған, иҙәндәр, стеналар буялған.

- Ҡыуанысыбыҙ ҙур, хәҙер йорт эсе лә, эргә-тирәһе лә ялт итеп тора, - ти Мәдхиә Бикбаева.
Читайте нас: