Уның хатта яман шешкә ҡаршы торор көсө бар.
Ашарҙан ярты сәғәт самаһы алдан дегәнәк һуты эсеү яҡшы һөҙөмтә бирә: үтте, бәүелде ҡыуа, шәкәрҙе төшөрә, быуын һыҙлауын баҫа, бауыр-бөйөр эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡанды таҙарта. Дегәнәктең яман шеш ҙурайыуын тотҡарлауы билдәле. Сирҙең төрөнә ҡарап, бер-ике аш ҡалағынан алып тулы стаканға тиклем һут билдәләйҙәр. Әммә быны мотлаҡ табип йәки үлән менән дауалау белгестәре кәңәшенә нигеҙләнеп башҡарырға кәрәк.
Ә инде һәр төрлө яман шеште иҫкәртеү өсөн көн һайын иртәнсәк ас ҡарынға бер аш ҡалағы дегәнәк һуты эсергә кәңәш итәләр. Япраҡтарын иртә яҙҙан көҙгәсә йыйырға мөмкин. Әммә уларҙың иң һутлы мәле – май, июнь.
Япраҡтарҙы таҙа итеп йыуып, ит турағыс аша үткәргәс, һутын һығып алырға. Тәүге бер нисә көндә һыуытҡыста тотоп, үҙен генә эсергә мөмкин. Оҙайлы ваҡытҡа һаҡлау өсөн 1:1 нисбәтендә спирт (40-50 градуслы) менән ҡатнаштырырға.
Көслөрәк дауалау алымы талап ителһә, тамырын ҡаҙып алып, турап, төнәтмә эшләйҙәр. Япондар, Кавказ халыҡтары дегәнәкте даими рәүештә аш-һыу әҙерләгәндә ҡуллана.
Әммә, алда әйтелгәнсә, барыһын да белгестәр менән кәңәшләшеп эшләргә кәрәк.