Ниндәй генә телде алма, ул үҙенең тарихи үҫешендә бихисап лексик үҙгәрештәр кисергән.
Башҡорт теленең тарихи үҫешенә күҙ һалһаң, телселәр 20-се йылдарҙа терминологияла ҡулланылған рус сығанаҡлы һәм интернациональ һүҙҙәрҙән ҡотолоу юлын эҙләгән. Шулай итеп, эҙбаһар (кандидат), ертаныр (агроном), ербесер (землемер), уртаҡсы (коммунист), аҡылдаш (консультация), ҡулъялғаш (курьер), ҡотортоу (пропаганда) һүҙҙәре барлыҡҡа килә. Әммә, яһалма рәүештә барлыҡҡа килгән һүҙҙәр халыҡ тарафынан ҡабул ителмәй һәм ҡулланылыштан төшөп ҡала.
Телдең һүҙлек фонды хәҙерге заманда ла бер туҡтауһыҙ үҙгәреп тора. Элек башҡорт телендәге үҙгәреш башҡа халыҡтар менән сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнеш йоғонтоһонда барһа, бөгөнгө көндә мобиль коммуникацияларҙы, компьютер технологияларын ҡулланыу башҡа телдәрҙән һүҙҙәрҙе үҙләштереүгә алып килә. Башҡорт теленә көн һайын тиерлек яңы һүҙҙәр ҡабул ителеп тора. Һүҙҙәрҙең күп өлөшө интернет селтәре аша килеп инә: трафик, селфи, смайлик, лайк, спам, коннект, аккаунт, фейк, паблик һ.б. Эшҡыуарлыҡ сфераһы, банк, маркетинг, матурлыҡ салоны һәм ресторан, кафе, лидо, мадо, бест-бургер кеүек туҡланыу урындары менән тығыҙ бәйләнеш тә яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереүгә булышлыҡ итә.
Был күренеште яҙыусыларҙың әҫәрҙәрендә лә осратырға була. Мәҫәлән, "Артыҡбикә", "Иркә малай" повестары авторы Рәйлә Сабитова, кешеләрҙең хәҙерге йәмғиәттә йәшәү рәүешен күрһәтеү маҡсатынан сығып, яңы һүҙҙәрҙе бик күп ҡулланған.