Ауыл биләмәләренә айырыуса иғтибар йүнәлтеләсәк. Үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын тикшергәндә рулгә идара итеү механизмының, тормоз системаһының, тышҡы ут сигнализацияһы приборҙарының төҙөклөгөнә айырым иғтибар бирелә. Бындай машина менән идара итеүселәрҙең тейешле теркәү документтары, техник күҙәтеү үтеүе, үҙйөрөшлө машина менән идара итеүгә рөхсәт биргән билдәһе булған тракторсы-машинист таныҡлығы ла тикшереләсәк.