Петербург ҡалаһында йәшәүсе Анна дүрт йыл элек тоҡомһоҙ бесәйҙе аҫрауға ала. Ғаиләлә иркә бесәйгә Прәник тигән ҡушамат бирәләр. Хужабикә тәүге көндәрҙән үк бесәйҙең ғәҙәти булмаған ҡылығына иғтибар итә. Мәҫәлән, Прәник дөрөҫ туҡланыуҙы хуп күрә: ул еләк, салат япрағын яратып ашай. Яңыраҡ бесәй хужаларына һис көтөлмәгән яҡтан асыла.
– Егерме йәштән алып диабет ауырыуы менән яфаланам, – тип һөйләй Анна. – Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ… Ҡандағы шәкәрҙең кимәлен даими күҙәтеп барырға кәрәк. Дөрөҫ туҡланыу – иң мөһим талаптарҙың береһе. Унан килеп, организмға бер ниндәй ҙә көсөргәнеш булмаҫҡа тейеш.
Бер саҡ төндә Анна гипогликемия өйәнәген үткәрә – шәкәр кимәле ҡырҡа түбәнәйеүҙән ҡатын уяна алмай. Прәник ниндәйҙер эске һиҙемләү тойғоһона буйһоноп, хужабикәһен тырнарға һәм тешләргә тотона. Бер нимә лә аңламаған Анна бесәйҙе үҙенән этәреп ебәрә, тегенеһе тағы ла яманыраҡ итеп мыйылдай башлай. Ҡатынға уянып, шәкәрен үлсәүҙән башҡа бер ниндәй ҙә сара ҡалмай. Әлдә генә өлгөргән – иҫен юғалтыуы ла ихтимал ине.
– Бындай хәл ике тапҡыр күҙәтелде инде, – ти Анна, иҫе китеп. – Ул яман итеп мыйылдай башлау менән уянырға кәрәклеген беҙ хәҙер яҡшы аңлайбыҙ.
Анна ире менән ни бары Прәниккә генә өмөтләнә. Киләсәктә балаларын да ҡурсалап торор был бесәй, тип ихлас ышана улар.