Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2019, 02:00

Ҡара ҡайғы көнө

Ишембайҙың яугир-интернационалистар скверында терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөнә арналған митинг үтте.

Ишембайҙың яугир-интернационалистар скверында терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөнә арналған митинг үтте.


Унда 16-сы мәктәптең 4-5-се класс уҡыусылары, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар ҡатнашты.
2004 йылдың 1 сентябрендә тантаналы линейка ваҡытында Төньяҡ Осетиялағы Беслан ҡалаһында 1-се мәктәпте ҡораллы террорсылар баҫып ала. Улар ҡулға алыныусыларҙы өс көн дауамында һыуһыҙ, аҙыҡһыҙ миналанған мәктәп бинаһында бикләп тота. 3 сентябрҙә эстә шартлау яңғырап, янғын башланғас, хәрбиҙәр штурмға бара. Теракт һөҙөмтәһендә 334 кеше һәләк була, шуларҙың 186-һы - балалар.
Уҡыусылар Беслан ҡорбандарына арналған шиғырҙар уҡыны, ә 4Б класының класс етәксеһе Роза Әхмәҙиәрова һуңғы 15 йылда Төньяҡ Осетияла мәктәптәрҙә уҡыуҙар өс көн һуңғараҡ башланыуын һөйләп үтте, сөнки 1-3 сентябрҙә республикала траур көндәре булып тора.
Митингта ҡатнашыусылар һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
Фото: интернет.
Читайте нас: