Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2019, 02:00

Ғаилә үҙе һайлай

Ишембай районы һәм ҡалаһында 328 ғаилә әсәлек капиталын белем алыуға йүнәлткән.

Ишембай районы һәм ҡалаһында 328 ғаилә әсәлек капиталын белем алыуға йүнәлткән.
Рәсәй Пенсия фондының урындағы идаралығына әсәлек капиталын алыуға сертификаты булған 328 ғаилә мөрәжәғәт иткән. Улар аҡсаларын балаларына белем биреүгә йүнәлтергә ҡарар иткән. Республика буйынса был һан 12 мең тәшкил итте. Рәсәй Пенсия фондының Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһындағы идаралығы начальнигы Илдар Зөлҡәрнәев белдереүенсә, закон тормошҡа ашырыла башлағандан алып, был маҡсатҡа беҙҙең муниципаль районда 14 миллион һумдан ашыу аҡса күсерелгән (республика буйынса 703 миллион һумдан ашыу).
Ғаиләләрҙең әсәлек капиталы ярҙамында белем алыу процесының бөтә этаптарын да түләү мөмкинлеге барлыҡҡа килде: балаларҙы балалар баҡсаһына йөрөтөү, мәктәп программаһы буйынса түләүле хеҙмәттәр менән файҙаланыу, урта һәм юғары белем биреү йорттарында түләп уҡытыу, студенттарға дөйөм ятаҡ өсөн түләү. Әсәлек капиталын теге йәки был баланың уҡыуы өсөн түләүгә икенсе йә унан һуң тыуған балаларға өс йәш тулғас ҡына тотонорға мөмкин. Ул мәктәпкәсә йәштәге белем биреүгә генә ҡағылмай. Был осраҡта әсәлек капиталын тотоноу өсөн балаға өс йәш тулыуын көтөү кәрәкмәй.
Әсәлек капиталын алыу өсөн Пенсия фондының йәшәгән урын буйынса идаралығына йәки күп функциялы үҙәккә ғариза бирергә кәрәк. Шулай уҡ электрон төрҙә “Гражданиндың шәхси кабинеты” йәки дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталы аша мөмкин.
Фото: интернет.
Читайте нас: