Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Сентябрь 2019, 02:00

Ниндәй дарыуҙар зыянлы?

Саҡ ҡына берәй ер ауырта башлаһа, табипҡа барып та тормай дарыу ҡабабыҙ. Һәр кемдең өй аптечкаһында дарыуҙар ята. Ә һеҙҙең берәй ваҡыт уларҙың файҙаһы бармы-юҡмы икәнлеге тураһында уйланғанығыҙ булдымы?

Саҡ ҡына берәй ер ауырта башлаһа, табипҡа барып та тормай дарыу ҡабабыҙ. Һәр кемдең өй аптечкаһында дарыуҙар ята. Ә һеҙҙең берәй ваҡыт уларҙың файҙаһы бармы-юҡмы икәнлеге тураһында уйланғанығыҙ булдымы?


Бына бер миҫал. Валидол менән корвалол. Баҡһаң, корвалолдың шифалы үҙенсәлектәре әллә ни юҡ та икән. Етмәһә, яңыраҡ ҡына ғалимдар уның составында өйрәнеү тыуҙырыусы матдәләр барлығын да асыҡлаған. Йөрәк сирлеләргә лә валидол ашауҙан файҙа юҡ. Был дарыу ни бары психологик көсөргәнеш һәм стресс ваҡытында ғына ярҙам итеүгә тәғәйенләнгән. Ә бына етдирәк сирҙәр башланһа, баш әйләнгәндә, йөрәк тибеше йышайғанда – унан бөтөнләй фәтүә юҡ.


Һәр кемдә анальгин бар. Ҡайһы ерең генә ауыртмаһын, шуны ҡабабыҙ. Башҡа ла, тешкә лә тигәндәй. Ә бына Европала уны ҡулланыу тыйылған, сөнки уның һаулыҡҡа кире эҙемтәләре бар. АҠШ-та ла уны тыйғандар. Был препарат аҡ ҡан тәнсәләре барлыҡҡа килтереүҙә ҡаршылыҡ тыуҙыра икән.


Бисептолға ла артыҡ ышанырға ярамай. Уны бер нисә тиҫтә йыл элек микробтарға ҡаршы дарыу тип тәғәйенләйҙәр ине. Әммә уны шул тиклем йыш ҡулланабыҙ икән. Һөҙөмтәлә ул ҡаршы көрәшергә тейеш булған микроорганизмдар уға ҡаршы үҙҙәре иммунитет эшләп сығарған.


Беҙ һеҙгә ауырып китһәгеҙ, үҙегеҙҙе үҙегеҙ дауалауҙы оноторға кәңәш итәбеҙ. Заман алға бара, дарыуҙар ҙа, дауалау ысулдары ла үҙәгәреп тора. Ғәҙәти дарыуҙарҙың, киреһенсә, һаулығығыҙға зыян килтереүе ихтималлығын онотмайыҡ.


Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.



Фото: vk


Читайте нас: