11-се мәктәптең Губкин урамы, 15 адресы буйынса урынлашҡан икенсе корпусында 2133-сө һайлау участкаһы эшләй. 1560 кешенең ҡап яртыһы тауыш биргән дә инде.
Мәғлүм булыуынса, 75 йәштән олораҡтарҙың һаны 120-нән артығыраҡ. 18 йәшлек һайлаусыларҙың яртыһынан күберәге килгән, ҡалғаны сараның аҙағына тиклем килеп етергә тейеш.
Аталарына эйәреп улдары ла килә. 13 йәшлек Артур тап шундай үҫмерҙәрҙең береһе. Ысын ир-егет булып үҫер.
- Тәрбиәүи маҡсаттан сығып, улымды ошондай сараларға гел йөрөтәм. Улдар бәләкәй саҡтан уҡ тәртиптең нимә икәнлеген белеп үҫергә тейеш, - тине ғорурланып Вил Ниғмәтуллин.