Бөгөн һайлау участкаларының ишектәре сәғәт етенән асылды. Иң тәүҙә үҙем теркәлгән адрес буйынса ашҡынып барҙым.
Нефть колледжында әлеге мәлдә ике участка эшләй: 2136-сы һәм 3467-се. Тәүгеһендә 798 кеше теркәлгән, икенсеһендә теүәл бер мең кеше. Сәғәт 9.00 тулмай әле, ике участкала алтмышҡа яҡын кеше һайлап өлгөрҙө.
Ололарҙың һайлауҙа әүҙем ҡатнашыуын күреү үҙе бер ҡыуаныс.
- Һайлауҙы бер ҡасан да ҡалдырмайым. Ул минең өсөн - бурыс. Һайлаған кешемә бар күңелдән ышанам, - ти нефтсе булып эшләгән хаҡлы ялдағы 80 йәшлек Шамил Ишмурзин.