Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Сентябрь 2019, 02:00

Ишембайҙар яҡты киләсәген һайлай

"Беҙҙә йыл һайын һайлауға тейешле һандың 96-97 проценты килә, быйыл да кәм булмаҫ ул, хатта арттырырға тырышабыҙ", - тип ҡаршы алды беҙҙе Ишембай районының Һайран ауылындағы участка һайлау комиссияһы рәйесе Рәйлә Суфийәнова.

"Беҙҙә йыл һайын һайлауға тейешле һандың 96-97 проценты килә, быйыл да кәм булмаҫ ул, хатта арттырырға тырышабыҙ", - тип ҡаршы алды беҙҙе Ишембай районының Һайран ауылындағы участка һайлау комиссияһы рәйесе Рәйлә Суфийәнова.


Ысынлап та, бында халыҡ гөрләп тора. Кемдер гражданлыҡ бурысын үтәһә, икенселәре сәй менән һыйлана, өсөнсөләре "Рәсәй почтаһы" ойошторған сауҙа нөктәһендә кәрәк-яраҡ ала. Шулай уҡ ауылдың үҙешмәкәр артистары әҙерләгән концертты ҡарар өсөн дә залға кеше күпләп йыйыла башлаған.


- Исемлектә 427 кеше, беҙҙә өс ауыл: Һайран, Хажы һәм Арлар халҡы тауыш бирә. Был ике күрше ауылдарға сәғәт ярым һайын автобус барып, кешеләрҙе килтерә һәм кире илтеп ҡуя. 21 кеше, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикле булыу сәбәпле, гражданлыҡ бурысын өйөндә генә башҡарасаҡ. Беҙ уларға үҙебеҙ барабыҙ, - тине Рәйлә Зәйнулла ҡыҙы.


Алты кеше быйыл беренсе тапҡыр һайлауға бара. Уларҙың алтыһы ла иртән иртүк килгән һәм бурысын башҡарған. Уларға һәм иң тәүге һайлаусыларға йола буйынса бүләктәр тапшырылған.


Клуб ихатаһында халыҡ гөж килә. Тышта һауа торошо шундай матур, ҡояш йылмайып тора. Бер урында өлкәндәр йыйылып фекер алыша - улар йыл һайын һайлауҙы ҡалдырмаған ауыл аҡһаҡалдары, икенсе яҡта күңелле генә итеп ҡатын-ҡыҙ аралаша. Урамды яңғыратып дәртле музыка яңғырай. Һайрандарҙың кәйефе бик көр, улар бит бөгөн үҙҙәренең яҡты киләсәген һайлай!



Әлфиә Минғәлиева



Фото: автор.


Читайте нас: