Ҡалабыҙҙың көньяҡ районында урынлашҡан "Юрматы" физкультура-һауыҡтырыу комплексында эшләгән 2129-сы участкала әлеге ваҡытҡа 30 процент тирәһе һайлаусы тауыш биргән. Исемлектә барлығы 1831 кеше.
Спорт ойошмаһының хеҙмәткәрҙәре шәхсән үҙҙәренең исеменән балаларға татлы-татлы тәмлекәстәр ҙә әҙерләгән. Олатай-өләсәйҙәренә, ата-әсәләренә эйәреп килгән балалар кәйефтәре күтәрелеп ҡайтып китте.
- Ейәнсәремде алып килә алманым инде. Бәләкәйерәк шул. Әле ҡыҙым ҡарап ҡалды. Хәҙер йүгереп ҡайтам да, ҡыҙымды ебәрәм, - ти Флүрә апай Маннанова. - Балаларға һайлауға барып, үҙ тауышыңды биреүгә элек - электән өйрәтә килдем. Шуға ла улар был сараға яуаплы ҡарай.