Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Сентябрь 2019, 02:00

Һайлау - беҙҙең гражданлыҡ бурыс

Бөгөнгө көндә республикабыҙҙа барған ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнашыу – киләсәгебеҙгә битараф булмаған һәр кемдең изге бурысы.

Бөгөнгө көндә республикабыҙҙа барған ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнашыу – киләсәгебеҙгә битараф булмаған һәр кемдең изге бурысы.


Ҡалабыҙҙың һайлау участкаларында – ҡыҙыу мәл, кеше күбәйгәндән күбәйә бара. Йәштәр һарайында урынлашҡан 2146-сы участкала барлығы 1008 кеше теркәлгән. Шуларҙың береһе – Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлағы Азамат Абдрахманов.


- Үҙ тауышымды күрһәтеү – гражданлыҡ бурысым. Республикабыҙҙың киләсәген, йәшәйешен уйлаған һәр кеше лә был сәйәси сараға битараф ҡалырға тейеш түгел, - тине Азамат Фәрит улы ғаиләһе менән яҡташтарҙы ла әүҙемлеккә саҡырып.





Фото: автор.
Читайте нас: