Үрге Әрмет башланғыс мәктәбендә урынлашҡан 2164-се һайлау участкаһы рәйесе Флүзә Латыпова хәбәр итеүенсә, сәғәт 16.00-гә һайлаусыларҙың 74 проценты тауыш биреп өлгөргән.
Ғөмүмән, беҙҙә бөгөн ихлас байрам мөхите булды, ти үрге әрметтәр. Йәрминкә ойошторғандар, иҫке генә клубтарының бейек күтәрмәһен сәхнә итеп, гөр килгәндәр.
Магазин тотҡан эшҡыуарҙары Берҙәм тауыш биреү көнө хөрмәтенә 10 процент ташлама менән дә һөйөндөргән.