Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2019, 02:00

Шәкәр диабетынан яфаланһаң...

Көҙ етте. Урман-ҡырҙарҙа миләш ағастары күҙҙең яуын ала. Әммә халҡыбыҙ, ни эшләптер, уның емешен йыйырға атлығып тормай. Ә бит ул шифалы матдәләргә ғәжәп бай.

Көҙ етте. Урман-ҡырҙарҙа миләш ағастары күҙҙең яуын ала. Әммә халҡыбыҙ, ни эшләптер, уның емешен йыйырға атлығып тормай. Ә бит ул шифалы матдәләргә ғәжәп бай.


Мәҫәлән, диабеттан яфаланған кешегә, ҡандағы шәкәрҙе кәметә торған дарыуҙарға өҫтәп, унан әҙерләнгән компот эсеү бик файҙалы. Бының өсөн берешәр стакан ҡыҙыл миләш менән туралған грушаны бер литр һыуҙа йомшарғансы бешерергә кәрәк. Һуңынан дүрт сәғәт төнәтергә һәм көнөнә дүрт тапҡыр яртышар стакан эсергә тәҡдим ителә.


Ваҡланған миләште бүтән ризыҡҡа ҡушып ашау ҙа шәкәрҙе кәметә.


Әлбиттә, иң тәүҙә табип менән кәңәшләшеү мөһим. Сәләмәт булығыҙ!


Венер ИСХАҠОВ.


Фото: viprastenia.ru

Читайте нас: