Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2019, 02:00

Исемдәрҙе уйлап сығармайыҡ!

Хәҙерге көндә, бала тыуғас та, атай кеше иртәгәһе көнгә исем яҙҙыртып, баланың тыуыу тураһында таныҡлығын ҡулға алыу мөмкинлегенә эйә. Исем - йә әсәһе менән кәңәшләшеп, алдан уйланылған, йә әсә кешегә “һөйөнсө” рәүешендә килеп сыға.

Хәҙерге көндә, бала тыуғас та, атай кеше иртәгәһе көнгә исем яҙҙыртып, баланың тыуыу тураһында таныҡлығын ҡулға алыу мөмкинлегенә эйә. Исем - йә әсәһе менән кәңәшләшеп, алдан уйланылған, йә әсә кешегә “һөйөнсө” рәүешендә килеп сыға.
Бер ғаиләлә ир бала донъяға килә. Атай кеше үҙе теләгәнсә Динар тип яҙҙырта, ә әсәй кеше Динислам тип уйлаған була. Һөҙөмтәлә, мулланан аҙанды Динислам тип ҡысҡыртып, бала ике исемле булып китә.

Ә икенсе ғаиләлә тәүге бала булып донъяға килгән ҡыҙ балаға Аллита тип исем бирәләр. Икенсе тыуған ҡыҙҙары – Камилла булып китә. Өсөнсөгә лә ҡыҙ буласағын белгән әсә кеше иренең Радик исеменән “Рад” тигән өлөшөн, үҙенең Гөлнара исеменән “Нара” ялғауын алып, Раднара тигән исем килтереп сығарып, ҡыҙҙарын ошо исем менән атайҙар. Әлбиттә, был исемдәрҙең ниндәй мәғәнәгә эйә икәнлеген уларҙың үҙҙәренән башҡа берәү ҙә, белмәй.
Ошоға оҡшаш тағы бер ҡыҙ баланың исеменә бәйле ваҡиға хаҡында бәйән итмәксемен. Ауылда йәшәүсе ғаиләлә ҡыҙ бала тыуа. Уға Ризилә тип исем ҡуша ата-әсәһе. Ҡыҙыҡай 5-6 –сы кластар тирәһендә уҡып йөрөгәндә, уҡытыусы һәр балаға исеменең нимә аңлатҡанлығын, килеп сығыу тарихы тураһында белеп килергә өйгә эш биреп ҡайтара. Атаһынан һорағас, ул:
—Минең Ринат исеменән “Ри” ны, әсәйеңдең Зинфира исеменән “Зи”не алдыҡ, “Лә”-ул ләбуфтан алынды. ( Ринат плюс Зинфира тигеҙ була ләбуф ). Шулай итеп,һинең Ризилә исеме килеп сыҡты ла инде, ҡыҙым, тигән.
Әлбиттә, миҫалдарҙы тағы ла бихисап килтерергә мөмкин. Шулай ҙа, үҙең уйлап сығарып, мәғәнәһен үҙеңдән башҡа берәү ҙә белмәгән исемгә ҡарағанда, йәки, Элиза тип яҙҙыртып, мулла ҡушҡанса – Илүзә, Карина-Кәримә, Эмир-Әмир тип йөрөткәнсе, шунда уҡ, мәғәнәле мосолман исеме ҡушһалар, яҡшы булмаҫ инеме икән ?! Тапалған тема булһа ла, уйланырға урын бар, сөнки,исем—ул кешенең шәхесен, киләсәк тормошон билдәләүсе төп билдә булып тора.

Мәликә Итбаева
Фото: интернет.



Читайте нас в