Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2019, 02:00

Һайлау көнө – үҙе байрам бит ул, ти торғайны ололар

Был һүҙҙәр беҙҙең быуын күңеленә лә һеңеп ҡалған. Бигерәк тә ауыл халҡы өсөн бер-берең менән күрешеү, дәртле йыр-моң тыңлап ҡайтыу, йәрминкәләр файҙаһын күреү мөмкинлеге лә ул. Һайлауға әҙерлектең финиш һыҙығына ла еттек. Ошо йәкшәмбе иртәнге сәғәт 7-нән киске 9- ға район һәм ҡалалағы 73 һайлау участкаһының да ишектәре асыҡ буласаҡ.

Был һүҙҙәр беҙҙең быуын күңеленә лә һеңеп ҡалған. Бигерәк тә ауыл халҡы өсөн бер-берең менән күрешеү, дәртле йыр-моң тыңлап ҡайтыу, йәрминкәләр файҙаһын күреү мөмкинлеге лә ул. Һайлауға әҙерлектең финиш һыҙығына ла еттек. Ошо йәкшәмбе иртәнге сәғәт 7-нән киске 9- ға район һәм ҡалалағы 73 һайлау участкаһының да ишектәре асыҡ буласаҡ.


- Йәштәр һарайында урынлашҡан 2146-сы һәм 3470-се һайлау участкалары ҡалала иң күп халыҡ ҡараған тауыш биреү пункты булып тора. Барыһы ла әҙер, ҡануниәткә ярашлы мәғлүмәттәр менән стендтар эленде, халыҡ уңайлы, хәүефһеҙ шарттарҙа тауыш бирһен өсөн талап ителгән барыһын да үтәнек. Шәмбе көн һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары рәсми тикшереү үтәсәк, әле яуаплы егеттәр уны йыйыу менән мәшғүл, - тип уртаҡлашты 3470-се һайлау участкаһы комиссияһы рәйесе Нелли Ишембаева. Һәр бер һайлаусы ҡәҙерле ҡунаҡ кеүек ҡабул ителәсәгенә ышандырҙы йәштәр.


8 сентябрь – Берҙәм һайлау көнөндә һәр бер һайлау участкаһында мәҙәни, спорт һәм уйын саралары менән бер рәттән төрлө белгестәр консультацияһы ла ҡаралған.


Мәҫәлән, 2121-се участка һайлау участкаһында (Тирмән – Йылғалағы 17-се мәктәп) Пенсия фонды һәм мәшғүллек үҙәге белгестәре ҡабул итһә, 2143-сө участкала (Ишембай мәҙәниәт һарайы, Ленин проспекты, 23) медиктар, Пенсия фонды һәм адвокаттар консультация бирәсәк. Шулай уҡ бында 9.30 сәғәттән 14.30 сәғәткә тиклем “Асыҡ ишектәр көнө” концерт программаһы һәм 14.30-16.00 сәғәттәрҙә Ишембай районы рәссамдарының күргәҙмәһе ойошторола. Ә бына Йәнырыҫ ауылы мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 2162-се һайлау участкаһында “Көҙгө байлыҡ” күргәҙмәһе, концерт программаһы һәм 11.00 сәғәттән 14.30 сәғәткә тиклем “Беренсе Республика” фильмы күрһәтеләсәк. Ҡолғона ауылы социаль-мәҙәни үҙәгендә тауыш биреүселәр өсөн дә йәкшәмбе йөкмәткеле буласаҡ - көҙгө йәрминкә, 10.00- 12.00 сәғәттәрҙә Башҡортостандың 100 йыллығана викторина ойошторола бында. Һәр һайлау участкаһы буйынса тулыраҡ мәғлүмәт менән гәзиттең сайтында һәм социаль селтәрҙәге төркөмдәрҙә танышырға була.



Фото: автор.
Читайте нас: