Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2019, 02:00

ТӨШКӘ ТИКЛЕМ ТАУЫШ БИРҘЕҢМЕ? ТАШЛАМА МЕНӘН ҠУЛЛАН!

Һайлауҙарҙың мәғәнәһе мөмкин тиклем күберәк халыҡ ҡатнашлығында. 8 сентябрь, йәкшәмбе көн, барыбыҙҙы ла мөһим ваҡиға көтә – Башҡортостан Башлығын һайлаясаҡбыҙ.

Һайлауҙарҙың мәғәнәһе мөмкин тиклем күберәк халыҡ ҡатнашлығында. 8 сентябрь, йәкшәмбе көн, барыбыҙҙы ла мөһим ваҡиға көтә – Башҡортостан Башлығын һайлаясаҡбыҙ.
Был көн төшкә тиклем (!) һайлау участкаларына юлланған ҡала һәм район халҡын күңелле генә саралар көтә. Район хакимиәте берҙәм тауыш биреү көнөнөң әһәмиәтен аңлаған әүҙем эшҡыуарҙарыбыҙ менән берлектә “Әйҙә һайлауға!” акцияһын иғлан итте. Йәрминкәләр, спорт саралары, концерт сығыштары менән берә рәттән бик күп сауҙа нөктәләрендә ташлама ла яһаласаҡ. Көндөң тәүге яртыһында тауыш биреп өлгөргәндәр махсус беләҙек (браслет) аласаҡ. Тап бына ошо беләҙек бик күп сауҙа һәм хеҙмәтләндереү нөктәләренә ташлама бирә лә инде. Исемлек бик ҙур, иғтибарлап ҡарағыҙ. Бәлки тап Берҙәм һайлау көнөндә күптән теләгән әйберегеҙҙе матур ташлама менән алырһығыҙ.
Участкаларға барып тауыш бирәйек тә әүҙемлегебеҙҙең файҙаһын күрәйек!


Читайте нас: