Моғайын, күптәребеҙ беҙҙе теге донъяла нимә көтә, тигән һорау өҫтөндә уйланалыр. Аныҡ ҡына яуап бирер өсөн “унан” ҡайтыусылар юҡ шул...
Ә бына динебеҙҙең был һорауға яуабы бар. Үлгән кеше ҡәбергә һалынып, уны күмеүселәр таралышҡас, мәйет янына Мөнкир менән Нәнкир исемле ике фәрештә килер. Моғайын, өләсәй-олатайҙарығыҙ улар тураһында һөйләп үҫтергәндер. Береһе уң елкәлә, икенсеһе һулаҡайында ултыра һәм бар эштәрҙе яҙып бара. Береһе ыңғай ғәмәлдәрҙе теркәһә, икенсеһе киреләрен. Шулай итеп, иң тәүҙә һорау алыусы фәрештәләр менән осрашасаҡһығыҙ.
Улар мәйеткә “Раббың кем? Динең ниндәй? Пәйғәмбәрең кем?” тигән һорауҙар бирәсәк. Иманлы кеше: “Раббым – Аллаһ”, динем – Ислам, пәйғәмбәрем – Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм” тип яуап бирер.
Артабан фәрештәләр: “Һин Мөхәммәт ғаләйһис-сәләм тураһында нимә беләһең һәм нимә уйлайһың?” тип һораясаҡ. Иманлы кеше: “Мин шәһәҙәт бирәм, ул Аллаһтың ҡоло һәм илсеһе”. Ә бына иманһыҙ кеше: “Мин уны белмәйем”, – тип яуап бирер.
Артабан Мөнкир менән Нәнкирҙең һорауҙарына дөрөҫ яуап биргән мосолмандарҙың йәнен Аллаһы Тәғәлә Ҡиәмәт көнөнә тиклем тынысландыра.
Әгәр мәйет дини кешеләрҙән булһа, ҡәбер уны: “Аллаһтың ҡоло! Ер йөҙөндә йәшәгәндә һин минең өсөн Аллаһы яратҡан бәндәләрҙең береһе инең. Хәҙер иһә мин һиңә нимә әҙерләгәнемде ҡара!” – тип, күркәм ҡараш менән ҡаршы алыр. Был кеше өсөн ҡәбер иркен, киң һәм йәмле буласаҡ, тип яҙа “Дин һәм тормош” гәзите.
Был донъяларҙа матур, иманлы булып йәшәйек, дуҫтар. Икенсе донъяларҙа үкенерлек булмаһын.