Ул мәктәпкәсә йәштәге балаларға, мәктәп уҡыусыларына, урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттарына, медицина, мәғариф, транспорт, коммуналь өлкә хеҙмәткәрҙәренә, өлкән йәштәгеләргә тәғәйенләнгән. Балалар баҡсаларына, мәктәпкә йөрөгән балаларҙы прививкалау ата-әсәләрҙең яҙма ризалығы менән белем биреү учреждениеларында эшләнһә, өйҙә ултырыусы балаларҙы вакциналау өсөн участка педиатрына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Өлкәндәр участка терапевтына барып прививка эшләтергә ризалығын бирергә, табиптан вакцинациялауға рөхсәт алғас прививка бүлмәһенә мөрәжәғәт итергә тейеш.