Йәшәр өсөн ҡояш, ирек һәм кескәй генә сәскә кәрәк, тигән бөйөк әкиәтсе Ганс Андерсен. Сәскәләр донъяға башҡа күҙ менән ҡарарға, яманһыу ваҡытта кәйефте күтәрергә ярҙам итә.
Сәскә һәм ҡатын-ҡыҙ. Был төшөнсәләр араһында ниндәйҙер сихри бәйләнеш. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙ йәшәгән мөхиттә һәр саҡ матурлыҡ тыуҙырырға тырыша. Беҙҙең Ҡарайған ауылы уңған хужабикәләренең ихаталары йәйен күҙ яуын алырҙай гөл-сәскәләргә күмелә. Ауыл ерендә һанап бөткөһөҙ көндәлек мәшәкәттәренән тыш үҙ ҡулдары менән сәскәләр үҫтереп, уларҙан матурлыҡ тыуҙырыусы ҡатын-ҡыҙҙар менән һоҡланмау мөмкин түгел! Бына улар - Жданова Минисара, Сәфәрғолова Гөлбикә, әсәле-ҡыҙлы Тухтаева Мәрхәбә менән Кәримә, Ғөбәйҙуллина Нурия ҡыҙы Снежанна һәм ейәнсәре Элена менән.
Тиҙҙән үҙенең 83 йәшен тултырырға торған Сәфәрғолова Фәриҙә инәйҙең дә өй алды йылда балҡып ултыра. Ә матурлыҡҡа ынтылыу әсә тырышлығы менән кесе йәштән башлана.
Артабан да күңелдәрегеҙ матурлыҡҡа ынтылһын, һау-сәләмәт булып, тормошто сәскәләр менән йәмләп йәшәүегеҙҙе теләйем, ауылдаштар!