Күптәр балаларының уңыштары, белеме менән маһайырға яратыусан бөгөн. Ә улар һеҙгә ниндәй мөнәсәбәттә һуң? Ҡартайған көнөгөҙҙә терәк-таяныс булырҙармы икән? Ошоға бәйле бер хикәйәтте иҫкә төшөрәйек.
Ике ҡатын ҡоҙоҡтан һыу ала. Бер аҙҙан уларҙың янына өсөнсөһө килә. Ситтәрәк бер ҡарт таш өҫтөндә ял итеп ултыра. Ҡатындарҙың береһе һүҙ башлай:
– Минең улым үҙе етеҙ, үҙе көслө. Уны бер кем дә еңә алмай!
– Ә минеке һандуғас һымаҡ матур йырлай, – ти икенсеһе. – Ундай тауыш бер кемдә лә юҡ.
Өсөнсө ҡатын иһә бер ни ҙә өндәшмәй.
– Ниңә һин балаң тураһында һүҙ әйтмәйһең? – тип ҡыҙыҡһына ҡарт.
– Минең улымда иҫ китерлек бер ни ҙә юҡ...
Ҡатындар биҙрәләрен тултырып һыу ала ла ҡайтырға юллана. Ҡарт уларҙың артынан эйәрә. Ҡатындар бара-бара ла ял итеп ала. Ҡулдары ауырта, һыуҙары сайҡала, арҡалары һыҙлай... Шул мәлдә ҡапыл уларҙың ҡаршыһына өс малай йүгереп килеп сыға.
Араларынан береһе тәгәрмәс һымаҡ әйләнә башлай. Ҡатындар аптырап ҡала. Икенсеһе шундай итеп йырлай – һандуғас һайраймы ни! Йотлоғоп тыңлай ҡатындар. Өсөнсө малай иһә әсәһенең янына йүгереп килә лә ауыр биҙрәләрҙе алып ҡайтып китә.
– Йә, улдарыбыҙ ниндәй? – тип ҡарттың фекере менән ҡыҙыҡһына ҡатындар.
– Ә ҡайҙа һуң улар? – тип һорауға һорау менән яуаплай ҡарт. – Мин берегеҙҙең улын ғына күрәм…
(В. Осееваның хикәйәһенән тәржемә).