Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Август 2019, 02:00

"Ҡуласа" (хикәйә)

1

Эшҡыуар Мәликә Мансуровна Ишйәрованы көтмәгәндә ҡала хакимиәтенә саҡ-ырҙылар. «Ололар көнө алдынан тағы ла байрам үткәреү өсөн аҡса һығырғалыр уйҙары …», тип екһенһә лә, ҡырамалай ҡырҡ мәшәҡәтен ҡуйып барып әйләнергә итте. Ни тиһәң дә урындағы етәкселек менән килешеп йәшәүгә ни етә, бөгөн ул ҡала хужаһына кәрәк, иртәгә үҙенең дә йөҙ һыуын түгеп шул йортҡа барыуы бик тә ихтимал.
Көндәлек эшендә һәр ваҡыт спорт стилендә, еңел кейенеп йөрөй, шулай ҡулай-лыраҡ. Ә хакимиәттең яҙылмаған үҙ ҡанундары, унда еңел-елпе кейенеп күренер-гә ярамай һәм килешмәй. Шуға фатирына һуғылып өҫтөн алыштырырға булды. Юл ыңғайы ювелир магазинына инеп йөҙөнә семәрләп ҡиммәтле таштар батыр-ылған көмөш беләҙек, супермаркеттан оло пакет тултырып тәм-том һатып алды ла ишекте асып инеү менән фатирҙы яңғыратты:
– Рәсимә? - Был ваҡытта ҡыҙының институтта икәнлеген белә күрә һораны, йоҡлап ҡалып ҡуймаһын был, тип хафаланыуы. - Әсәй, һин ҡайҙа?
– Рәсимә ни һинең артыңдан уҡ уҡыуына сығып һыҙҙы, иртәнге сәйен эсер-еп ебәрҙем. Миңә ҡалһа, һеҙҙән китеп ҡайҙа ғына барайым… - Бөксәңдәп, тыш та быш итеп зал яғынан һөйләнә-һөйләнә килеп сыҡҡан ҡарсыҡ яҙып ябынған яул-ығын төҙәткеләп ҡаршыһына баҫты.
Биреште һуңғы осорҙа Маһира ҡарсыҡ, күҙгә күренеп биреште, бөтөрөндө. Ошоғаса тилбер йыбырлап йөрөп ятҡан, ауырлыҡһыҙ йорт мәшәҡәттәрен атҡар-ған теремек ҡарсыҡтың былай ҙа йоҡа кәүҙәһе хәлһеҙләнеп бөгөлдө, төҫһөҙ күҙ-ҙәренең нуры ҡайтып күгелйемләнгән күҙ соҡорҙарына һеңеште, бураҙналар сыб-арлаған йөҙөнән ҡан әҫәре ҡасты. Атлағанда ла уң яҡ ҡабырға аҫтын услап йөрөү-ҙе ғәҙәт итте, ашау эсеүҙе лә онотто, көсләп саҡырмаһаң өҫтәл янына килмәй ҙә, һеҙ юҡта эсем һыртыма сыҡҡансы тығындым, тип тә ялғанлай өҫтәүенә. Йәнә йыш ятаҡлай һуңғы осорҙа, оло йәштә икәнлегенә һылтанып табиптарға күренеү-ҙән ҡырҡа баш тартһа ла, сәләмәтләнеүенә өмөтө һүрелмәгәндер күрәһең, үҙенсә дауаланып аҙаплана. Шулай ҙа зарын, уфтаныуҙарын тышҡа сығармай, шәлкемл-әп бәйләп киптерелгән әрем, меңъяпраҡты бергә ҡушып ҡайната ла, ҡуйы сәй тө-ҫөнә ингән төнәтмәне бисмиллаһын әйтеп сытыраймай ғына эсеп ҡуя, шунан ҡыу-арған, шау һөйәккә ҡалған ҡул һырты менән ирендәрен һыпырып, башҡарырҙай күренгән йорт мәшәҡәттәренә тотона ла китә. Йәлләй әсәһен, ауылдан ҡуҙғатып алып килеп, бында, туғыҙынсы ҡатҡа бикләп ҡуйыуына үкенә лә биреп ҡуя, мәгәр етмешен тултырған ҡарсыҡты ауыл ерендә ҡалдырыу мөмкин булмаған эш. Йорт-
ҡурамды туҙҙырғым килмәй, йәнә ҡош ҡортомдо, бесәй-этемде кемдең ҡулына ҡаратып ҡалдырам, тип һуңғы көнөнә тиклем бында күсеп килергә теләмәй ҡыр-талашты. Ҡышын-йәйен ҡала менән ауыл араһын тапап, ҡурсалау-хәстәрләүҙәр-ҙән арыған Мәликә әсәһен һуңғы сиктә күндерҙе тәки. Хәҙер йәне тыныс, көнит-меше теүәл: дүрт бүлмәле фатирҙа әсәһе, институттың һуңғы курсында уҡып йө-рөгән Рәсимә ҡыҙы бергәләп көңгөр-ҡаңғыр йәшәп ятҡан көндәре. Хәлбүки, тор-мошоноң бөтөнлөгө китек барыбер, ҡыҙы Рәсимә бишенсе класта уҡып йөрөгән йылы тау байыҡтырыу комбинатында баш инженер вазифаһында эшләп йөрөгән Зиннуры ҡапыл ғына йөрәк сиренән үлеп китте. Шаңҡыны, аптыранды, ҡайҙа ба-рып бәрелергә белмәне башта. Шунан иҫен йыйғас, хаҡимиәттә юрист вазифаһы-нда эшләп йөрөгән еренән түңәрәк кенә кредит алып, алда торған ҡыйынлыҡтар-ҙан ҡурҡып тормай үҙенең шәхси эшен асып ебәрҙе. Хоҡуҡи өлкәләге белемен ур-ынлы ҡулланып, сәмләнеп, ныҡышмал тотонғайны кәсебе лә уңышлы ғына китте, матди хәле лә зарланырлыҡ түгел, уның менән партнерлыҡ итергә теләүселәр ҙә бихисап, аҡса, тип тә йонсомай, танып белгән ҡала етәкселеге лә уға ихтирам ме-нән һанлап ҡарай.
– Әйҙә әле… - Сибек яурындан ҡармаған Мәликә Мансуровна әсәһен зал яғ-ына ыңғайлатты, сығып диванға ултырғас алдына бүләген һалды:
– Ике көндән ололар көнө, һине мин, Рәсимә ейәнсәрең шул байрам менән ҡотлайбыҙ. Ошо беләҙекте икебеҙ исеменән ҡабул ит, ошонан да ҡулай нәмә тап-маным.
– Ай, Аллам, расхутланмаһаңсы шул ҡәҙәре, күстәнәсе тағы нимәгә, һыуыт-ҡыс тулы тәғәм… - Шулай һөйләнһә лә Маһира ҡарсыҡтың йөҙө яҡтырып китте, аҙыҡ-түлек тулы пакеттың эсенә ҡәнәғәт күҙ атты, ҡатын-ҡыҙ көйәҙләнеүе еңеп затлы беләҙекте тупайған ҡушҡар тапҡырына элде һәм ҡурайҙай беләген алға һо-ноп әйләндергеләне. Апаруҡ мауыҡты шулай, тәтәйенә ҡыуанған сабый, тиерһең.
– Әсәй, һиңә бер ни ҙә йәл түгел, оҙаҡ йәшә, йәме, тағы сәләмәт бул!
– Йә! - Ҡарсыҡтың йөҙөнән моңһоулыҡ күләгәһе йүгереп үтһә лә ҡәнәғәт кеткелдәне. - Эштәрең нисек бара һуң, балам, иртән сығып китеп кис ҡайта инең, бөгөн ни сәбәптәндер иртәләгәнһең.
– Тәгәрәп кенә китеп бара, ай аҙағында, теге, ике йыл элек ябылған ит комб-инатының бер яртыһында колбаса цехын асабыҙ, йыл аҙағына ҡәҙәр һарыҡ йөнө, тиреләр ҡабул итеп эшкәртә башлаясаҡбыҙ. Уның өсөн дә бина таптыҡ, шуны ре-монтлап ебәргәндә, эсенә кәрәкле ҡорамалдар ҡуя башларға ла мөмкин.
– Ауыл шөғөлөн ҡыуалатаһың әләйгәс, ҡатын-ҡыҙға кейем-һалым, матурл-ыҡ салондары, сәс алдырыу урындарын асып, шуның мәшәҡәттәре менән шөғөл-ләнеү ҡулайлыраҡ түгелме?
– Һуң мин бит ауыл балаһы, ер хәстәре йәнемә яҡын һәм ҡәҙерле. Алдағы планда яҡын-тирә райондарҙың береһендә тирмән асыу уйы ла бар әле. Урындағы халыҡҡа ҡулай, миңә отошло буласаҡ. Ир-егеттәр тотонмай, тип ҡул ҡаушырып ятайыммы тағы? Тик бына һуңғы йылдарҙа ҡабатланып килгән ҡоролоҡ ҡына бәк-әлгә һуға. - Тороп баҫҡан Мәликә Мансуровна үҙенең бүлмәһенә йүнәлде лә кей-ем шкафын асып өҫтөн алыштырырға керешеп китте, үҙе асыҡ ишек аша һөйләшеүен дауам итте. - Иртәләүемдең әтнәкәһе шунда, шылтыратып ҡала етәкселе-генә саҡырҙылар, кәңәшмәлә ҡатнашыу мотлаҡ, тинеләр.
– Улай икән… - тип һуҙҙы Маһира ҡарсыҡ, уны, өй кешеһен эш ығы-зығы-һы бөтөнләй борсомай, шуға әңгәмәне үҙ яйына ҡайырҙы. - Райондар тураһында башлағасың һорайым әле, йөрөгәнеңдә беҙҙең ауылға һуғылаһыңдыр ҙа?
– Хәҙер янымда булғасың, йәнә унда яҡын туғандар ҡалмағас артыҡлап ҡай-тҡы ла килмәй. Былай, булып киттем унда, ун-ун биш көн элек - Рәсми бараһы ур-ындарға тәғәйенләнгән костюм-күлдәген кейеп, трюмо алдына баҫты ла бит-йөҙөн рәткә килтерҙе, шунан зал яғына муйынын һондо. - Нишләп ҡапыл ғына ауыл иҫе-ңә килеп төштө әле?
– Һин онотһаң да Сабир бер ҙә генә лә иҫемдән сыҡмай, килен булып төш-өп, бауыр баҫып йәшәгән ауылым, ни тиһәң дә. - Маһира ҡарсыҡҡа «ҡайтҡым ки-лмәй» һүҙ бәйләнеше оҡшаманы шикелле, әсе ҡапҡандай ризаһыҙ сытырайҙы. - Нишләптер ауылға туҡтап китеүең хаҡында һүҙ ҡуҙғатманың бер тапҡыр булһа ла, будты ул һиңә ят төйәк.
– Әйтһәм, өй беренсә төшөп һәр береһен теүәлләп һораша башлаясаҡһың. Ә мин ауыл башлығы, теге Ҡара Гәрәйҙе күрҙем дә, йомошомдо йомошлағас кире боролдом.
– Ауылдан сығышлай беҙҙең өй яғына ла күҙ һалғанһыңдыр әле?
– Һалмаған ҡайҙа. Бөткән. Ергә һеңешкән тауыҡ кетәгендәй генә нәмә ҡалғ-ан шунда.
– Улай тимә, кендек киҫелгән йорт бейеклеге менән түгел, булмышты арбап үҙенә тартып, саҡырып тороуы менән ҡәҙерле. - Әсәһе гелән һүҙҙәрҙе һайлап, уға ниндәйҙер тәрән мәғәнә һалып һөйләргә ярата, зиһенең уяу икән аңла, төшөнмә-һәң, уныһы һинең эш, йәнәһе. Шуларҙы әйтте лә берауыҡ тынып ҡалғас фекерен йомғаҡланы - Һин генә түгел, ағайың, апайҙарыңдың йылыһы һеңгән уға.
– Әсәй, һин ысын философ!
– Уныһы кем була тағы?
– Тәрән фекерле аҡыл эйәһе.
– Аҡыллымын тип әйтеүе үҙе үк ахмаҡлыҡ, әммә белем алыуға килгәндә йүнле уҡыу эләкмәне шул беҙгә - миңә лә, атайыңа ла. Ҡайтышлай, беҙҙең ауылд-ан бире юл эсендә Ҡәнзәфәр ауылы ята бит әле, ауыл осондағы йортҡа ла иғтибар итмәгәнһеңдер инде?
– Ауылдағы һәр хужалыҡты ҡарап-теүәлләп йөрөй алмайым! Ташландыҡ өй нимәгә ул миңә?! - Кейенеп бөткән Мәликә залға сығып баҫты. Яуап ярайһы уҡ тупаҫ ишетелде.
Күпте күргән әсәһе генә ҡылъяйманы:
– Унда һинең атайың йәшәгәнлекте беләһең. Өйө яғына һуҡмаҡ бармы, уға инеп-сығалармы икән, тим.
– Ҡараманым, күрмәнем, тим бит.
– Һе, сәйер холҡоң менән зерә лә аптыратаһың. - Яуап тағы оҡшаманы. Әсәһе һуҡ бармағы менән яҫы маңлайын ыуҙы. Үпкәләгәндә уның шулайта торған ғәҙәте бар.
– Ҡәнзәфәр ауылы аша үткәндә телефондан һөйләшә инем.
– Телефундан. Бына аҡланыр яуабын да тапты. - Әрепләшеүгә тартым һөй-ләшеүҙе дауам иткеһе килмәгәнгәлер һин дә мин һораны. - Атайыңдың һуңғы ал-ған әбейе үткән йыл үлеп ҡалған, тип ишеткәйнем.
– Әсәй, ҡалала туғыҙынсы ҡатта йәшәйем, тимәйһең, тирә-яҡтағы хәлдәрҙе белеп, белешеп ултырған көнөң.
– Һуң белмәй тағы, яҙ көнө беҙҙең ҡаршы яҡ урамдағы Нурия килен килеп киткәйне бит хәлемде белергә, шул еткерҙе.
– Атайымдың был нисәнсе ҡатыны ине әле?
– Бына быныһы инде, һин хисаптар һан түгел.
Иҫкәрмә йомшаҡ тауыш менән әйтелһә лә ярайһы уҡ уҫал һәм ҡәтғи яңғыраны.
Тамам кәйефе киткән Мәликә Мансуровна ишеккә йүнәлде, шулай ҙа мөмкин тиклем итәғәтлек күрһәтеп әсәһенең байрам кәйефен һаҡларға тырышты:
– Әсәй, Рәсимә ҡайтһа, әйт, табын хәстәрләһен, өсәүләп ултырып алырбыҙ. Ни тиһәң дә һинең йылына бер килгән байрамың, мине тегендә моғайын да оҙаҡ тотмаҫтар.
Ашығыңҡырап сыҡҡан икән дә баһа, сәғәтенә күҙ атты ла ҡаланың үҙәк майҙан-ын үтешләй машинаһын парк башланған юл ҡырына ҡайырып туҡтатты. Көн һа-лҡынса еләҫ булһа ла аяҙ һәм салт ҡояшлы. Парктағы ағас-ҡыуаҡтар көҙ төҫөнә төрөнөп, нурҙарға ҡойоноп ирәйеп ултыралар. Ағастарҙағы күкрәп һарғайған, йә дөрләгән ялҡын телеләй гөлтләп тоҡанған япраҡтар талғын иҫкән елгә күндәм эй-әреп һибеләләр ҙә көтмәгәндә йәшен сатҡыһылай балҡып киткән ау ептәре тирб-әлгән һауала бейеп әйләнәләр, шунан келәмдәй түшәлеп тротуарға яталар. Күк йөҙө күҙҙе сағылдырғыс ҡуйы зәңгәрлеге менән, таш һуҡмаҡ ситендәге ҡыртышта морон төрткән йәшел ҡурпы йәм йәшеллеге менән ер йөҙөндә һары көҙ, аҡ ҡыш-тан һуң, асыҡ төҫтәр хакимы наҙлы яҙ айы барлығын һәм уның да үҙ мәлендә күк-рәп килерен иҫбат итәләр төҫлө. Эш көнө булһа ла ял итергә сығыусылар байтаҡ ҡына күренгеләй - кемеһе ултырғыстарға ултырып, күҙҙәрен йомоп, йөҙөн йылы нурҙарға ҡуйып кинәнә, кемеһе парлашып ашыҡмай ғына таш һуҡмаҡты ҡыҙыра. Парктың уртаһында әйләнгән дәү шайтан ҡуласаһы яғынан шат тауыштар ишете-лә. Килгән ҡунаҡтар ҡуласаның иң өҫтөнән ҡаланы тамаша ҡыла ала, унан бар ти-рә-йүн ус төбөндәгеләй асыҡ күренә. Ҡолағында таныш шиғыр юлдары яңғыраға-ндай итте:
Әйләнә, карусель, әйләнә,
Карусель ҡоролған хәйләгә…
Машинаһына инеп ултырып ҡуҙғалып киткәс тә һәммә халыҡты бәүелмәле ул-тырғыстар беркетелгән оло дүңгәләгендә әүрәтеп әйләндергән шайтан ҡуласаһы, теге шиғыр шауҡымынан арына алманы. «Ҡыҙыҡ был тормош тигәнең, хас та өҙл-өкһөҙ әйләнеп торған карусель инде, бөгөн мин өҫкә ҡалҡып сығам, ә иртәгеһен түбәнгә түңкәрелеп башҡаларҙың юғарыға сөйөлөүе бик тә ихтимал… Карусель ҡоролған хәйләгә… хәйләгә…»
Хакимиәткә килгәнсе тамам тынысланғайны. Башлыҡтың ҡабул итеү бүлмәһе-ндәгеләр менән ихлас иҫәнләште лә бер яҡ ситкәрәк баҫты. Апаруҡ ҡына халыҡ йыйылған бында: таныштарын осратҡандар тауыштарын баҫып шым ғына әңгәмәләшәләр, кәңәшмә-фәләнгә һирәк саҡырылғанға күрә үҙҙәрен әле ситен тойғанд-ар битараф ҡиәфәттә төп бүлмәгә инеүҙе көтөп ойоп ултыра. Янына ҡалала бер нисә магазин, ваҡ киоскалар селтәрен тотоусы Фәрит Яманғолов килә һалып етте лә итәғәтле иҫәнләшкәс ҡатын-ҡыҙҙарға хас нәҙек тауышы менән сыйылдап ҡыҙы-ҡһынды:
– Мәликә ханым, нишләп саҡырта икән хужа, белмәйһегеҙме? Үткәндә йый-ып алып мейене сереттеләр, бөгөн тағы. Ололар көнөнә, тип аҙыҡ-түлеккә биш процент ташлама яһаным бит инде, тағы ни етмәй икән быларға, ә?
Өнәп еткермәй ошо Яманғоловты нишләптер, ҡыҫмыр, хәйләкәр, шылғаяҡ әҙәм осраған һайын күңелендә ытырғаныу тойғоһон уята, сәбәпһеҙгә эсе боша, зыяны, яманлығы теймәһә лә уны ирештергеһе, асыуландырғыһы килә башлай. Һуңғы сиктә тыйыла, был кешегә ҡарата йөрөткән кире мөнәсәбәтен эсенә йома. Шул юл менән ике арала арауыҡ һаҡларға тырыша, бер өлкәлә, уртаҡ шөғөл атҡарғанға ғына уның менән ҡатнашырға, аралашырға мәжбүр, әммә йәне тартмаған әҙәмгә сәбәпһеҙгә мөрәжәғәт итергә ынтылып та бармай. Был юлы ла Яманғоловты әсе төрттөрҙө:
– Әйтәм, кәүҙәгеҙ биш процентҡа йоҡарғандай күренә!
Яманғолов аҫҡа һалынған бирән ҡорһағын эскә тартып, уны ҡыҫҡа ҡулдары менән ҡармағас үпкәләгәндәй һөйләнде:
– Ярай инде, мыҫҡыллама, йәме, былай ҙа бисә шул ҡорһаҡҡа аҙым һайын бәйләнә, беләһегеҙ килһә ир кешенең кендектән юғары яғы яурынға иҫәпләнә.
– Әләйгәс, һеҙ киң яурынлы, оло кәүҙәле уҙаман булып сығаһығыҙ инде! - Тәбәнәк буйға, өрөп тултырылған туптай тыңҡыш кәүҙәгә, балаларҙың кейем элг-есен хәтерләткән һалынҡы яурындарға күҙ атҡан Ишйәрова сыҙап ҡала алмай кө-лөп ебәрҙе лә Яманғоловты ысынлап үпкәләтеүҙән тартынып эшлекле дауам итте. - Аҙыҡ-түлеккә биш процентлы ташлама түгел, усҡа һалып иҫәпләмәле аҡсағыҙҙы әҙерләгеҙ, Фәрит Фәйзуллович! Уларға, - бүлмә ишегенә ымланы, - хәҙер үк кәрәк, шуның өсөн саҡыртҡандар ҙа! - Яманғоловтың ҡыҫмырлығын белгәнгә уның ауыр-тҡан еренә һуҡтырып мәғәнәле йылмайҙы.
– Ҡайҙа инде миндә аҡса, ундай нәмәне күргән дә юҡ һуңғы осорҙа, бөтәһе лә оборотта йөрөй бөгөнгө көндә, әлеге моментта бер тинһеҙ интегелә. Ысын! - Әңгәмәсеһен ышандырырға теләгәндәй ҡоласын йәйҙе. – Бер счеттан икенсеһенә күсереү юлы менән башҡарабыҙ барлыҡ финанс операцияларын, ҡағыҙҙарҙағы һандар ғына күрһәтә аҡса күләмен, билдәле булыуынса уның даирәһе тар һәм си-кле, кеҫәнән һәрмәп алып тотторған ише түгел. Өҫтәүенә налоговый, пенсиион-ный службалар муйынды быуып аҫҡа баҫа, тын алырмын тимә. Асыҡҡандан ҡан-ыҡҡан яман, тигәндәй туя белмәйҙәр, асмәйелдәр. Үәт, замана китте, ә! - Йыуан, килбәтһеҙ аяҡтарын йәшергән һалынҡы салбар балаҡтарына һуҡты.
Бүлмәләгеләр иләмһеҙ сыйылдап бытылдауҙы оҡшатмай ҡарап ултыралар, мәгәр өндәшеп иҫкәрмә яһаусы табылманы. Әҙәп төшөнсәһен бар тип тә белмәг-ән эшҡыуар ҡулдарын болғап лауылдай бирҙе:
– Урта эшҡыуарлыҡты үҫтерәйек, ярҙам итергә кәрәк, тип боғаҙ ярған була-лар, ғәмәлдә иһә аҙым һайын аяҡ салалар, тәгәрмәскә таяҡ тығалар. Теге аҙнала пожарниктар килеп, етешһеҙлектәрҙе соҡоп табып бәйләнеп маташтылар, баҡтиһәң, уларға машиналарын ремонтлау өсөн аҡса кәрәк икән, кеҫәләген ҡырып- юн-ып һоғондорғайным, өндәре тығылды. Так што, хөрмәтле эшҡыуар ханым, был донъяла ғәҙеллек бөттө, әүәле булған икән ул коммунизм тигән нимә, белмәгән-беҙ-тоймағанбыҙ ғына…
Фәрит Яманғолов һандырауын тамамлап өлгөрмәне бүлмәнең түрендәге өҫтәл артына ҡунған тәтәй ҡыҙ алдындағы исемлеккә тағы ла бер тапҡыр күҙ атҡас, саҡ-ырылғандарҙың йыйылып бөтөүен күреп тиҡый ҡиәфәттә мөрәжәғәт итте:
– Инегеҙ. - Иҫкәртелгәндер күрәһең, сағыу буялған ирендәрен остайтып бо-йорғандай итеп өҫтәне. - Ололар түрҙә урынлашҡан, һеҙ ингән яҡ стена ҡырына ултырырһығыҙ.
– Беҙҙең урын һәр ваҡыт ишек төбөндә инде! - Алдан төшөп атлаған Ишйә-рованың төртмә телләнеүен секретарь ҡыҙ ишетмәмешкә һалышып, эшем эйәһ-еләй алдындағы ҡағыҙҙарына эйелде.
Башлыҡтың кабинетының түр яғы халыҡ менән тулғайны. Кәңәшмәләр үткәреү өсөн ҡырғараҡ ҡуйылған өҫтәл тирәләп башлыҡтың урынбаҫарҙары теҙелгән, ҡа-ршы яҡ стеналағы ултырғыстарға тиҫтәгә яҡын ҡарт-ҡоро һаҡҡан. Ишйәрова иш-ек төбөндәге ултырғысҡа абруйлы ғына урынлашҡас, сумочкаһын алдына һалып, былай ҙа ыҫпай таралған сәстәрен һыйпаштырҙы ла мине ни өсөн саҡырҙығыҙ, тигән һораулы йөҙ менән башлыҡҡа төбәлде. Рөстәм Ишмөхәмәтович инеүселәр урынлашып бөткәс ҡалын ҡаштарын йәмерәйтеп, үсеккәндәй һөҙөп ҡарап һәм-мәһен теүәлләне лә тамаҡ төбө менән һүҙ алды:
– Йә, йыйылып бөттөк буғай, - тәғәмдәрҙән һығылған өҫтәл артында улты-рамы ни, һыйға саҡырғандай ҡулдарын йәйҙе, - хуш ҡылып, башлайыҡ! Хәйер, ба-шлайыҡ, тиһәм дә бына әле урынбаҫарҙар менән инәй-олатайҙарҙың ҡарттар йо-ртонда нисек йәшәүҙәре хаҡында әңгәмәләшеп алдыҡ бер аҙ. Әйтергә кәрәк, рес-публика етәкселеге, беҙ, ҡарттар йортон һәр ваҡыт контролдә тотабыҙ, кисәге көн минең беренсе урынбаҫарым барып ундағы йәшәү шарттары менән танышып ҡайтты. Шуға ла бөгөнгө ҡорҙоң ойошторолоуы бер ҙә осраҡлы хәл түгел. Ҡарт-тар йорто администрацияһы менән бергәләп уйлаштыҡ, кәңәшләштек тә йыйыл-ып алыу зарурҙыр, тигән дөйөм фекергә килдек. - Пластик һауыттан стаканға мин-ералка һалып ғолҡолдатып эсеп алды - Билдәле булыуынса илебеҙ оло быуындар-ға хөрмәт йөҙөнән йыл һайын уларҙың көнөн билдәләй. Беҙ был көндө ветеранда-рыбыҙға үҙебеҙҙең ихлас хөрмәтебеҙҙе күрһәтәбеҙ, рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, бүләк-тәр тапшырабыҙ. Әйтергә кәрәк, был хәстәрләү бер көндә генә башҡарылыр эш түгел, ололар хаҡында йыл әйләнәһенә ҡайғыртырға бурыслыбыҙ, сөнки улар бы-ға лайыҡ…
«Тағы башланы… Ни тиһәң дә элекке партком секретары шул, трибуна артына баҫып вәғәз һөйләргә күнеккән… » Тантаналы телмәрҙәрҙе, фәлсәфәүи сығышта-рҙы, нотоҡ уҡыуҙы үҙ итмәгән Ишйәрова башын аҫҡа эйҙе, башҡаларға һиҙҙерт-мәҫкә тырышып ауыҙын ҡаплап иҫнәп алды ла күңеленән асыласаҡ колбаса цех-ына нимәләр хәстәрләргә кәрәклеге хаҡында иҫәпләргә тотондо.
– Бына бөгөн, хөрмәтле йәмәғәт, эшлекле эшҡыуарҙар, арҙаҡлы ағай-эне, һеҙҙе ҡарттар йортонда көн күргән атай-әсәйҙәрегеҙ менән осраштырырға йыйҙыҡ. Юғиһә унда барыу юлын онотҡандар, хатта ки ишектең ҡайһы яҡҡа асылыу-ын да белмәйҙәр икән, бәғзе берәүҙәр...
Көтөлмәгән хәбәрҙән тертләп китте Мәликә Мансуровна, башын ҡалҡытып алды-нда теҙелгән ҡарт-ҡороно теүәлләне, ҡарашын һаҡал-мыйыҡ ебәргән, башына йы-лтырап ҡатҡан теүәтәй кейгән, ҙур танауына ҡалын һөйәк тирәсле лупалы күҙлек атландырған йоҡа кәүҙәле ҡартта туҡтатты: «Атаһы бит был, атаһы… Шул, үҙе… Уны күрмәгәненә нисә йыл үтеп китте, олоғайған, танымаҫлыҡ булып үҙгәргән… Заманында баҫҡан урынында тороп сыҙамаған етеҙ хәрәкәтле, ҡырыҫ тауышлы, эшһөйәр кеше ине бит атаһы… Әүәле ошо кеше ғаиләһен генә түгел, тотош ауыл-ды дер һелкетеп йәшәгән, тейеүгә кем ышаныр бөгөн?..»
Үткәндәрен хәтеренә төшөрөргә теләгән Мәликә Мансуровна маңлайындағы иҫ-ке яра йөйөн ыуҙы, ә ул тыштан бөтәшһәм дә эстән һыҙам әле, тигәндәй сәнсеп-сәнсеп һулҡып ҡуйҙы…

2

– Алдынғы тракторсы Мансур Булатов, урып-йыйыу эштәренең барышын йомғаҡлап идара сығарған ҡарарға ярашлы колхоздың ураҡ чемпионы тип бил-дәләнә, һәм «Урал» мотоциклы менән бүләкләнә!.. - Ауыл клубы бер аҙға ғына тын торҙо ла гөрләтеп ҡул сабырға тотондо, рәттәрҙә хуплау ауаздары ишетелде: «Маладис ҡорлаш, һынатмайһың, әй, бында мотоцикл алдың, районда моғайын да «Москвич»ҡа ултыртып ҡайтарырҙар!.. Сосһың да инде, енеңде ҡушып эшләтә-һеңдер билләһи, юғиһә… Мансур һинән бер сирек, былай булғас аҙна буйы туҡт-амай йыуырға була!.. Сәхнәгә сыҡҡас бер юлы рәхәтләндереп бейе лә ҡуй инде, ойотоп баҫҡаныңды күптән күргән юҡ!..» Күтәрмәлә тәмәке тартҡандыр, ишекте шар асып килеп ингән атаһы ауыҙында быҫҡыған тәмәкеһен иҙәнгә ырғытып кирза итегенең үксәһе менән тызыны ла маҡтауҙарҙан күркәләй ҡабарып, үҙе ме-нән бергә көҙгө һалҡын һауаны, ҡырҡыу папирос еҫен эйәртеп, ҡырып йыуылған иҙәндә бысраҡ эҙҙәр ҡалдырып сәхнә яғына ыңғайланы. Шул мәлдә алғы рәттә ул-тырған бухгалтер Вәлимә эргәһенән үтеүсегә ишеттерерлек итеп кенә шыбырҙа-ны: «Мансурчик, ҡулсырчик, бөгөн кил, көтәм…» Яратмай Мәликә шул ширҡаң-даҡ бисәне, күрҙе ниһә талағы таша башлай. Колхоз кантораһында баш бухгал-тер Яңыбай ағайҙың ярҙамсыһы булып ултырған ҡатынға йомош табып йыш һуғ-ыла атаһы. Эйәреп барһа атаһының кәнсә күтәрмәһендә күренеүен көтөп ала ал-май хәле бөтә. Ә тегеһе сығырға ашыҡмай, ваҡыт-ваҡыт тәҙрә аша тыш яҡҡа, ҡар-шы яҡ урам ултырғысында суҡайған ҡыҙына күҙ атып ала ла кире юғала. Шулай итеп хәтһеҙ ваҡыт көтөргә мәжбүр итә: йылы көндәрҙә беленмәһә лә һыуыҡтарҙа шоҡорайып, быҫҡаҡта күшегеп этләнеүҙәре еңелдән түгел. Атаһы ниндәйҙер эске дәрт менән, күҙҙәре осҡонланып килеп сыға ла фуфайка кеҫәһенән бәләкәй көҙгө киҫәге килтереп сығарып ҡыҙыл таптар яғылған биттәрен, муйынын ҡулъяулыҡ менән һөртөргә керешеп китә. Ҡайтышлай магазинға һуғылалар ҙа төргәккә төр-өп тәм-том һатып алған атаһы ҡырыҫ ҡарап уҫал киҫәтә: «Мә, кәнфит аша. Вәлимә апайыңа барғанды әсәйеңә әйтеп ҡуйма! Ысматри, яңылыш ысҡындырһаң, Юлай ағайыңа, Фәрзәнәгә, Фәһимәгә ҡушып һыҙырам!..» Һыҙырам, һүҙенән үтә лә ҡурҡа Мәликә, ҡурҡһа ла ғаиләлә иң кесе бала булараҡ уға атаһының салбар ҡайышы тәтегәне юҡ әлегә. Хәйер, башҡаларға ла туҡмаҡ-йәбер эләгә һалып бар-май, айыҡ саҡта атаһы йыуашайып, баҫалҡыланып ҡала, хәүеф-хәтәрҙән һипһен-гән терпеләй эсенә йомола, ауыҙынан артыҡ хәбәр тартып алырмын, тимә. Шунд-ай саҡтарында ул йөк атылай эшкә егелә, алды-ялды белмәй көнө-төнө тир түгә, ҡайтып күренә белмәй, эстеме - йәненә шайтан инеп оялаймы ни, бар тирә-яғын ватып-емерергә әҙер. Атаһы әллә ярата, әллә яҡын күрә, уны гелән үҙе менән эйә-ртә. Бына әле лә башҡалар өйҙә ҡалды, улар икәүләшеп клубҡа килделәр. Бер төркөм бала-саға менән сәхнә алдындағы иҙәндә ултырған Мәликә Вәлимә яғына уҫ-ал ҡарап: «Атайым ҡулсыр түгел - Мансур-батыр, быйылғы ураҡ батыры! - тип ҡысҡырҙы ла ҡыуаныслы тауыш менән ары сәрелдәне, - атай, атаҡайым, мотоцик-лыңа иң тәүлә әсәйемде, шунан беҙҙе ултыртып ауыл буйлатып елдереп кенә йөр-өтөрһөң, йәме!?. » Мотоциклдың асҡысын бармаҡтарында уйнатҡан атаһы уны, аяҡтары аҫтында буталған баланы, бар тип тә белмәй терәлеп тиерлек үтте лә Вә-лимәгә һирпелеп шаян ҡаш һикертеп шуҡ күҙ ҡыҫты. Тегеһе уның артынан эйәр-геһе килгәнгәлер, кейемен кипсәлдергән тығыҙ кәүҙәһен, тумалаҡ түштәрен уйна-ҡлатып ҡалҡына биреп ҡуйҙы. Клубтан сыҡҡас күмәк халыҡ араһында атаһынан яҙлыҡты ла ҡуйҙы. Бер уң яғына, бер һул яғына ҡарап оҙаҡ ҡына клуб күтәрмәһ-ендә тапанғас ҡараңғыла яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡып ҡайтыр яғына йүнәлгәндәргә эй-әрҙе. Шулай ҙа клубта ишеткәненән кәйефе күтәренке ине.
Йүгерә-атлай, дөбөр-шатыр баҫып ҡайтып инде лә ишек ябылыу менән ҡыуан-ыслы яр һалды:
– Әсәй, беләһеңме, атайыма колхоз мотоцикл бүләк итте! Шуның ҡыҙыл ба-нт бәйләнгән асҡысын тотош ауыл халҡы алдында колхоз хужаһы Ғәлимйән олат-ай атайыма тотторҙо! Атайым сәхнәнән төшкән ыңғайы мине күтәреп алды ла: «Һине мотоциклда елдереп алып йөрөйөм!» тине, әсәй һине, тағы Юлай ағайым-ды, йәнә Фәрзәнә менән Фәһимәне лә бер юлы ултыртып алып ҡунаҡҡа ла барыр-быҙ әле, тине. Көнләшеүҙән, анау Нәсимәнең былай ҙа ҡарасман йөҙө төмһәреп китте, аҫҡы ирене һыйырҙыҡы ише һалбырап төштө. - Үҙ алдығынан үҙе ҡыҙыҡ табып ширҡылдап көлөп ебәрҙе. - Ҡарап торһаң эй мәрәкә инде!
– Тәтелдәмә әле, ярыҡ барабан, ағайың, апайҙарың дәрес әҙерләй, һинең ише эшһеҙ түгел бит улар! - Түрбашта ҡамыр баҫып аҙапланған әсәһе башын ҡалҡытып орошмай ғына иҫкәртте лә кире эйелде.
– Аңламайһығыҙмы әллә, беҙгә матас бүләк иттеләр, бер кемдеке лә юҡ, ә беҙҙеке бар! - Ҡуйырҙан ҡуйманы Мәликә, иҙән уртаһына баҫып ҡулдарын һелтәп бытылдай бирҙе. Ҡаштарын йыйырған Юлай ағаһы иҫе лә китмәне шикелле, мы-штыр-мыштыр килеп сумкаһына китаптарын тултырырға керешеп китте, Фәрзә-нә менән Фәһимә тырышып-тырышып дәфтәрҙәренә яҙыуҙарында булдылар. Ҡа-мырын әүәләп бөткән әсәһе табаҡтың өҫтөнә ашаулыҡты бөкләп ябып ҡаҙанлыҡ яғына индергәс, ҡомған менән ашыҡмай ғына ҡулдарын сайҙы ла тыныс өндәшеп уның тыйып торғоһоҙ тантанаһын һүрелтергә тырышты:
– Колхоз идараһының ҡарары хаҡында бер аҙна элек үк билдәле ине инде. Күрше Нәғимә инәйең инеп һөйөнсөләп тә сыҡты. Бөгөн сәхнәнән шул эйәһен тапҡан бүләкте иғлан ғына иттеләр.
– Улайһа нишләп һин дә барманың ул, ундай ҙур бүләкте икәүләп, етәк-ләшеп сығып алғанда ла аҙ әле
– Атайың клубҡа йөрөгәнемде яратып етмәй шул, колхоз ағзаһы булып хи-сапланмаған башың менән унда ни ҡалған һиңә, ти.
– Уның ҡарауы һин өйҙә эшләйһең әсәй, атайҙың ҡырҙан ҡайтҡанын көтөп алаһың, керҙәрен йыуаһың, тамағына йүнәтәһең, беҙҙе ҡарайһың.
– Шулай ҙа бит, ул уны беләме, ярмуш…
– Нишләп атайыма гел исем тағаһығыҙ ул, Вәлимә апай уға бөгөн ҡулсыр, тине, һин ярмуш, тиһең.
– Ҡулсырлығын ул ғына белә торғандыр. - Арыған йөҙҙән борсолоу күләгә-һе йүгереп үтте.
– Әсәй, әйҙә былай итәбеҙ, хәҙер күмәкләп аш өйҙәге урындыҡ аҫтындағы тәмлекәстәрҙе бында сығарып өҫтәлгә ҡуйып атайҙы ҡаршылайбыҙ. Ул ҡайтып инһен дә, әллә ҡәҙерле ҡунаҡ киләме беҙгә, тип уны көткәнде лә һиҙмәй аптырап торһон. Шунан көлөп ебәрһәк, бөтәһен дә аңлар, төшөнөр. Эй, мәрәкә булыр, иб-ет!?
– Атайың тиң-тошона бүләген йыуҙырып йөрөп һуңға ҡалып ҡайтыр шу, ә һеҙгә йоҡларға кәрәк… - Этеп алып барған ярһыуға ыңғайлай төшкән әсәһе ҡул-дарын алъяпҡысына һөртөштөрөп юғалып ҡалды.
– Шулайтайыҡ, инде әсәй, ә беҙ ярҙам итербеҙ! - Мәликә өҫтөндәге йоҡа би-шмәтен һалып ырғытты ла ҡамыр еҫе килгән еүеш ҡулға барып йәбеште. Әсәһе лә дәртләнеп китте шикелле:
– Ай, Аллам, белә тороп әҙерләнмәй тик йөрөнөмсө, һин әйтмәһәң белегем дә юҡ, шыпа. Балалар, ярҙамлашығыҙ, әләйгәс.
Октябрь байрамына, Яңы Йылға тип һаҡлап тотҡан тәм-томдо өҫтәлгә теҙеүгә артыҡ күп ваҡыт китмәне, өҫтәп картуф әрсеп бешерергә ҡуйҙылар, теге ҡалҡып өлгөрмәгән ҡамырҙы йәйеп табикмәк әтмәләнеләр. Күҙҙе иркәләгән бындай риз-ыҡтар ылғый эләгеп бармағанлыҡтан Мәликәнең ауыҙына ҡара һыу эркелде. Ау-ыҙ һыуын ҡылҡылдатып йотоп өҫтәл яғына ҡарап-ҡарап ала, әммә башҡаларҙан алда үрелеп табындың йәмен, матурлығын ебәреүҙән тартына, үҙендә тыйылыр көс таба. Картуф әрсеү менән Юлай ағаһы булашһа, апалары табикмәк бешергән әсәләре эргәһендә өйрөлөп-сөйрөлдөләр, ҡыҙарып бешкән, хуш еҫ бөрккән түңә-рәктәрҙе бер яҡ ситтәге тәрилкәгә һалып торҙолар, ә ул банкаларҙан һауыттарға сейә, еләк, ҡарағат, бөрлөгән ҡайнатмаларын һалды. Ағаһы байрамға тигән матур күлдәген, ҡара сатин ыштанын кейеп алған булды, ә ҡыҙҙар сиратлашып сәстәрен тарашып толомдарына бант ҡаҙанылар, әсәһенең өҫтөндәге сәскә биҙәкле күлдәге лә бигерәк килешле. Бөтәһе лә әҙер булғас өҫтәл тирәләй ултырып атаһын көтөр-гә керештеләр. Үҙенә ҡалһа бигерәк сыҙамһыҙ шул, бер нисә тапҡыр күтәрмәгә сығып әйләнде. Тупһаға һөйәлеп көҙгө төн ҡараңғылығына күпме генә өңөлөп тө-бәлһә лә ҡапҡаны шығырҙатып асып инеүсе булманы. Ярты төн ауышҡансы ҡайт-маған атаны көтөп тә ала алмағас, ҡайҙа етте шунда ятып әүелйеп киттеләр.
Таҡта солан стенаһын таһыр-тоһор бәрелгеләп, ишекте шар асып, шунан ҡаҡ-лыҡтыра ябып ингән тауышҡа һиҫкәнеп уяндылар. Ишек яңағына йәбешеп, бол-ғаңлап лаяҡыл иҫерек атаһы баҫып тора ине. Ҡайтышлай бер нисә урында йығы-лғандыр, фуфайкаһы, салбары ҡойоланып бөткән, итектәре эт алғыһыҙ бысраҡ. Әсәһе диванға ҡырын ятып торған еренән ҡалҡынды ла сәстәрен рәтләштереп хәүеф-хафа көткәндәй йөҙөн һағайтып бер яҡ ситкә баҫты, Юлай ағаһы, апалары ла йоҡоларынан айный алмай аңҡы-тиңке килеп иҫнәп ултыралар.
– Йә, бына мин ҡайттым! - Һалынып төшкән ялан башын кинәт ҡалҡытҡан ата ҡыҙарған күҙҙәрен хәтәр яндырып ҡарап һөжүмгә күсте. - Йәнә ләх булғансы эскән, тимәксеһегеҙме? Имею право! Патаму што, мин ул колхоздың ураҡ баты-ры, бик белгеһеҙ килһә! Колхоздыҡы ғына түгел, райондыҡылыр ҙа әле. Ырайунда минең һымаҡ итеп эшләгән бер кем дә юҡ! Бер кем дә! Шуға ла мине күрәләр иң башта, мине маҡтайҙар. Маҡтамаҫ та инеләр, тотош ауылды бер кеше туйҙырып, аҫырап торғас башҡаса хәлдәре лә юҡ… Ызнашит мин ауылда берәү генә! Какой ауыл ырайунда, тотош республикала! Ә һеҙ, - балаларына ҡамсылай һалынған ҡулын алға ташлап төрттө, - елкәмде кимергән паразиттар, башымды ҡымырйыт-ып без канса маҙаһыҙлаған ас беттәр, әсәйегеҙ өҙлөкһөҙ көсөкләгән кәнтәй һәм бе-здельник! Ма-Ма-Маһира, иреңдең тапҡан-таянғанына йәшәгәнлегеңде беләһең-ме, йыбытҡы! - Быуындары тотмағанғалыыр, ишек яңағына арҡаһы менән терәлгә-йне аяҡтары ал яҡҡа шыуып китеп тырпырап иҙәнгә һуйҙайҙы, шунан өйәҙәй-йо-нсой ҡалҡынды ла ике ҡулына терһәкләнгән килеш шунда ҡалды.
– Мансур, әйҙә, сисендерәйем дә ят инде, һуң бит, балаларға таң менән мәк-тәпкә, һиңә лә эшкәлер. - Әсәһе эйелеп быуынһыҙ кәүҙәне ҡалҡытырға маташҡа-йны, көслө ҡул уны эләктереп алып ситкә елтерәтте:
– Пашла вон, ду-ду-дура! Һин дә булдыңмы бисә! Вә…Вә…- Ни тиклем генә иҫерек булһа ла артыҡ һүҙ ысҡындырғанын самалап төҙәтә һалды. - Вәт исмаһам ҡайһы берәүҙәр йәшәй белә, өйҙәре таҙа, йыйыштырыулы, аш-һыуҙарынан өҫтәл һығыла, үҙҙәренән хушбый еҫе аңҡый, ә һинән, йыбытҡы, әсегән һөт еҫе килә… - Ауыҙы ситенән һарҡҡан ялтыр шайығын ҡул һырты менән һыпырып Юлайға ҡа-рашын атты. - Һ һ-и-и-ин, күрше малайы, ниңә яңы эшләнгән ҡапҡаға инергә шө-рләгән аңра һарыҡ ише дәдәңә ҡарап таҫыраяһың, ә?
– Мансур, балалар алдында әҙәплерәк ҡыланһаңсы, ниндәй дядя ул тағы? Ниңә үҙ малайыңды түбәнһетәһең шулай? - Әсәһе тыйырға итә.
– Мин әйткәс, күрше малайы! Какая гарантия, што ул уйнаштан тыумаған? Иҫбатла, што түгел! - Ауыҙын ҡулы менән ҡаплап йәштәренә төйөлөп торған ҡат-ынына һуҡ бармағын төрттө. – Дакажи! Ю-ю-ю-юҡҡҡ, һин дауай дакажи! Миңә кейәүгә сыҡҡанға ҡәҙәр кем менән һөйрәлеп йөрөгәнеңде беләм мин, беләм! Өн-дәшә алмай телеңде йотоп, өнөң тығылдымы? То-то! Әйткәндәрем сәпкә тейгәс, ана бит, оятыңа сыҙай алмай күҙҙәреңде шәмәртәһең…
– Мине һанламаһаң балаларыңдан тартын, Алланан ҡурҡ исмаһам!
– Алла? Алып килеп күрһәт хәҙер үк уны миңә, күрәйем, тотоп ҡарайым, ышанайым барлығына. Юҡ ул Алла! Һинең ише наҙан бисәгә бәлки барҙыр, ә ыс-ынында иһә, юҡ! Был Сабир ауылында Мансур Зә-ә-әбирович Алла, прсиҙәтель түгел, ул бары конторская крыса ғына. Э әтә. Ғәлимйән ише боламыҡтарға етәксе-лек дилбегәһен тотторорға ярамай! Вапше-то кем ул Ғәлим? Минең эргәлә сүп! Ырайун хужаһы иң тәүлә минең менән күрешә, шунан һуң ғына уға ҡулын һона. Ызнашит, мин ул глаунай кеше ауылда! Вә…Вә…вәт, шулай тип әйттеләр бөгөн миңә ҡайһы берәүҙәр. Һәм ул… улар хаҡ, дөрөҫ тә әйтәләр! - Бумала башын артҡа ташлап бер килке ойоп ултырҙы ла ҡапыл һиҫкәнеп китеп күҙҙәрен алартып ти-рә-яғын байҡаны, ҡарашы тағы Юлайҙа туҡталды. - Кү-ү-үрше-е-е малайы, кил әле яныма. - Һүҙһеҙ буйһоноп ҡаршыһына баҫҡан малайының еңенән тартты. - Ни сәбәптән кәртинкә һымаҡ кейенеп алдың, тәтәй малай? Хәҙер күлдәгеңде сис! Сис, сис. Ниңә һенағастай ҡаттың!
Юлай сисенде лә һалҡындан, әллә тулҡынланыуҙан ҡош тәне ҡалҡҡан тәнен йәшереп күлдәге менән яланғас ерҙәрен боҫормаланы.
– Ә хәҙер, кей! Кей, кей! Тә-ә-ә-к, бик тә һәлкәү ҡыймылдайһың, инде кире сис!
Сис, тим, инәңде!.. - Кеҫәһен ҡапшап тәмәке килтереп сығарҙы ла тоҡандырҙы. Быҫҡып ултырҙы берауыҡ. Түшәмгә шыйыҡ төтөн болото күтәрелде. Ҡулындағы шырпыны тоҡандырып юғарыға күтәрҙе – Ошо шырпы бөртөгө 15 секунд эсендә янып бөтә. Армиялағы ише шул ваҡыт арауығында һин сисенеп, шунан кейенеп өлгөрөргә бур-ыслыһың. - Кейен!.. Сисен!.. Кейен!.. Өлгөрә алмайһың, эшкинмәг-ән! - Шырпы ялҡынына бармағы өтөлгән ата ҡулын һелтәп ебәрҙе лә улының бел-әгенә йәбешкәйне ең ҡултыҡ төбөнән бүҫелеп төштө.
Юлай сүкте лә йөҙөн ҡушуслап һыңҡылдап илап ебәрҙе, әсәһе эйелеп улын ҡос-аҡланы.
– Һин нишләп йөрөмтәл кәнтәй уйнаштан тыуған тыумаңды яҡлайһың! Ул бит һинең күршең Сәлимйән зимагурҙың балаһы!
– Алла алдында намыҫым таҙа, нишләп ғүмер буйы нахаҡҡа рәнйетәһең мине, Мансур! Бында Сәлимйән ағайҙың ни ғәйебе? Беҙ бит уның менән ағалы-һеңлеле һымаҡ бергә уйнап үҫтек…
– Уйнап түгел, уйнаш итеп тигән! - Ауыҙы ситендә төтәгән тәмәкене алып ласылдатҡансы төкөрҙө лә мейес көлдөксәһе яғына быраҡтырҙы.
Эшлекле, егәрле әсәһе көндә йыуып алған иҙән тәмәке төпсөгө, шырпы бөртөк-тәре, итектәргә эйәреп ингән урам ҡойоһо менән ҡыйланды, бысранды. «Бая ау-ылдаштар алдында иҙәнгә төпсөгөн иҙеп хаяһыҙ ҡыланғайны, хәҙер өйҙө таплай… - Күҙәтеүсән, һынсыл Мәликәгә был оҡшаманы - Инде һине етәкләп эйәреп йөр-өһәмме!» Атай кеше кесе ҡыҙының уйын уҡығандай уға ҡалҡып ҡараны. Мәликә сәстәрен ялбыратып, апаларын ҡурсырға теләгәндәй алғараҡ сығып, ҡыйыу ҡарап баҫып тора. Ҡараштар сәкәште. Арыған, йоҡоһоҙлоҡтан ҡыҙарған, араҡы томаны шәүләләгән ҡараш һуңғы сиктә еңелде барыбер, ул ишек башында эленеп торған Аятел Көрсигә тайпылды, әммә изге яҙыу һипһендермәне иманһыҙҙы, киреһенсә, оторо ярһытты ғына, өй хужаһы ҡоторғандай ҡулдарын болғап аҡырырға тотон-до:
– Алып ырғыт был сепрәк киҫәген! Бер тапҡыр ясно излагал, мне кәжетсә, Алла юҡ, ул томаналар уйлап сығарған әкиәт, һағым! Ә был сусҡа балалары мине яратмайҙар! Яҡын күрмәйҙәр, үҙ итмәйҙәр, белеп, һиҙеп, күреп йөрөйөм. Һин дә яратмайһың! Боҙ ҡаялай һалҡынһың! Үҙең дә һалҡын, түшәгең дә. Ә бына Вә…Вә… - телендә әйләнгән бәйләнсек өндән ҡотолорға теләгәндәй сәбәләнеп ҡул-дарын болғаны, - Вә- вә- вәссәләм, бөттө-китте!
– Һуң үҙең, яраттырыр өсөн нимә лә булһа эшләнеңме, ә? Исмаһам бер та-пҡыр булһа ла ваҡытында, айыҡ ҡайтып ингәнең бармы, йә әйт!
– Өйрәтмә мине, һәпрә! Нисек теләйем шулай көн итәм, ҡасан теләйем шу-нда ҡайтып инә алам, мине тыймаҡсыһыңмы, сикләмәксеһеңме?!
Атаһы ултырған еренән ҡалҡынып әсәһенә тибеп ебәрҙе лә, тегеһе килбәтһеҙ ялтанғайны, эсенә тондорҙо, шунан бөгөлөп иҙәнгә ҡолаған кәүҙәне йомарлап тө-йгөсләргә кереште. Фәрзәнә менән Фәһимә шарылдап илап мөйөшкә тартылды-лар, Юлай менән икәүләп көрмәкләшеүселәрҙе аралаға ташланғайнылар йоҙроҡ эләккән ағаһы диван яғына осто, ә ул сығыу яғына елтерәне лә маңлайы менән ишек яңағына бәрелде. Яранан сәсрәгән ҡан стенаға һибелде. Енләнгән ата ырғып тороп иҙәндә һуҙылған кәүҙәне типкеләргә тотондо, ыңғайы бер һонолоп һый теҙ-елгән өҫтәл япмаһын һыпра тартты, стена буйындағы серванттағы һауыт-һабаны алып иҙәнгә бәрә башланы. Өй эсе ватылған, сылтыраған тауыштарға күмелеп китте, боланы һиҙгән, тойған Һалбырғолаҡ күтәрмә ауыҙына ултырып, һуҙып, ас-ырғанып олорға тотондо…
Иртәгеһен медпунктҡа алып барып уның башындағы яраһын бәйләттеләр. Фе-льдшер Сания имгәнеүҙең сәбәбен асыҡларға иткәйне лә, әсәһе уйнап йөрөгәнен-дә яңылыш йығылып йәрәхәтләнде, тип аҡланды. Сания апай ҙа аңлағандыр, төш-өнгәндер, бары мәғәнәле һирпелеп ҡуйыу менән генә сикләнде. Атаһы колхоздан эш хаҡы алғансы эшлектән сыҡҡан, ярылған-сатнаған һауыт-һабаны тотонған бул-дылар, аҙна ун көндән башындағы яраһы ла бөтәште, тик күңеленә төҙәлмәҫлек яра, атаһына ҡарата рәнйеш инеп оялағайны инде…
Тағы беренсе сентябрға барғаны хәтерҙә. Мәктәп янындағы тантанаға барлыҡ ау-ыл халҡы йыйыла - мәшәҡәттәрен ҡуйып, һеперелеп олоһо ла кесеһе лә килә. Бе-ренсе класҡа барыусылар ата-әсәләре менән етәкләшеп атлайҙар ғәҙәттә. Уны әсә-һе оҙата барған булды. Ярты етәкләү зәғиф ҡоштоң осоп барыуы менән бер бит инде ул. Был мәлдә атаһы төнгө эскелектән һуң ах та ух килеп башын ҡушуслап диванда аунай ине. Ата-әсәһенең уртаһына төшөп атлаған Нәсимә уларҙың тап-ҡырына еткәс әсәһенең сығыуын көтөп ҡапҡа төбөн һаҡлаған Мәликәгә ҡайыры-лып телен күрһәтте, күр йәнәһе, минең атайым һинеке ише эскесе түгел. Бәлки улай тип тә кәмһетергә теләмәгәндер, күңеле китек Мәликә көндәшенең ым-иша-раһын шулайыраҡ ҡабул итте һәр хәлдә.
Шул уҡ көндө кис, ҡыҙмаса ҡайтып ингән атаһы ҡатынын, балаларын ҡыуып сығарып ишекте шарта бикләп ҡуйҙы. Көҙ айының башы ғына булһа ла төндәр һалҡынайтҡайны, яланаяҡ, күлдәксән сыҡҡанлыҡтан тештәре тешкә теймәй дер-елдәп өшөй башланылар. Күшеккән себештәрҙәй әсәһенә һыйыналар, аяҡтарын тумбыҡтырмаҫ өсөн сиратлап ишек ауыҙында ятҡан һеперткегә баҫҡан булалар, ус аяһылай селек йоратынан ниндәй йылы ла, ниндәй файҙа инде. Көтөп тә ишек-те астыра алмағас, ярты төндә мал һарайының ҡыйығына үрмәләнеләр. Ә бында барыбер йылыраҡ, ни тиһәң дә аяҡтары аҫтында ҡоро һалам, йәнә аҫ яҡта ятҡан, уфылдап ҡуйған һыйырҙан, керт-керт бесән көйшәгән кәзә-һарыҡтарҙан йылы күтәрелә төҫлө…
Тормоштарының йәме лә рәте лә китте. Әсәһе аптыраған көндәндер ярҙам өмөт итеп колхоз идараһына, ауыл Советына мөрәжәғәт итеп ҡараған булды. Тегеләре ни идараға саҡыртып тормай, өйгә килеп алдынғы тракторсыны еңелсә генә тән-ҡитләйҙәр ҙә, боҙолошмай, һауыт-һаба шалтыратмай татыу ғына йәшәгеҙ инде, тип оло эш башҡарған ҡиәфәттә сығып китәләр. Һауыт-һаба шалтырау ғына түг-ел, уның шауҙырлап ватылыуы, ғаиләнең бөтөнлөгө йәнселеүе хаҡында ишетмәй-ҙәр, ишетергә лә теләмәйҙәр. Әкренләп йүгәндән ысҡына барған иргә шул ғына кәрәк тә, түрәләр әпәүләүенә арҡаланып, киләсәктә лә яҡланасағын, аҡланасағын белеп тағы ла ҡотороңҡорап, яһилланыбыраҡ типтерергә тотона. Ул яйлап өй имгәгенән, шик-шөбһәгә һалған ауыл ҡазаһына, ике аяҡлы бәләһенә әүерелә бар-ҙы.
Буранлы ҡышҡы кистәрҙең береһендә һуңлап булһа ла ҡайтып күренергә кү-неккән атаһы бөтөнләй ҡайтманы. Әсәһе күтәрмәгә ҡат-ҡат инеп-сығып уны көт-тө, бешергән ашын да ҡайта-ҡайта йылытты. Балалар ғына атаһының ҡайтып кү-ренмәүенә бошонманылар. Ғәҙәттә ул юҡта өйҙә йылы күтәренкелек хөкөм һөрә: Юлай радио-телевизор схемаһын сығарып мауығып йәбешереү эштәре менән мә-шғүлләнеп китә, Фәрзәнә өлкән ҡыҙ булараҡ бәйләү-сигеү эштәрен ҡулына ала, Фәһимә менән Мәликә иҙәнгә һуҙылып ятып һүрәт төшөрөргә керешәләр. Ҡыҙ-ҙарҙың һүрәттәре был осраҡта яҡтыраҡ, нурлыраҡ, матурыраҡ килеп сыға. Баш-ҡаларға нисектер, Мәликәнең башында бер генә уй әйләнгеләй: «Атайым бөтөнл-әй ҡайтмаһа ине…» Хоҙай Тәғәлә уның теләген ҡабул ҡылғандыр, атаһы икенсе көнгә лә, өсөнсө көнгә лә, аҙна аҙағында ла күренмәне. Икенсе аҙнаһына ауыл бу-йлап хәбәр таралды: «Мансур Вәлимә менән йәшәп ята икән!» Был хәбәр әсәһенә иртәрәк тә ишетелгәндер бәлки, мәгәр был хаҡта өй эсендә һүҙ ҡуҙғатыусы булм-аны, дүрт баланың исмаһам береһе, атайым ҡайҙа, тип яңылыш булһа ла ысҡын-дырманы.
Эңер мәлендә ишек шаҡынылар. Тупһа ауыҙында атаһы тора, ғәжәпкә ҡаршы айыҡ ине был юлы. Инде лә өндәшмәй генә түргә үтте, карауат аҫтынан юл сумк-аһын сығарып кейер кейемен шунда тултырырға керешеп китте. Шөғөлөн ослағас өҫтәл артына ултырып бер килке шымтайҙы, тамағы төбөнән ҡарлығыулы өн һығ-ылып сыҡты: «Һеҙҙән китәм, Маһира… Былайтып күпме ҡаңғырырға мөмкин. Ға-иләмде ҡалдырып бәхетле йәшәй алмаҫымды ла беләм, ни хәл итәйем, маңлайы-ма яҙғаны шулдыр…» Ишек төбөнә килде, көйәнтәләй бөгөлөп торҙо ла ҡараңғы-лыҡҡа атланы. Ҡайырылып ҡараманы.
Атаһы эсеп йөрөһә лә ғаиләне туйындырған барыбер, тиҙҙән ҡытлыҡ, юҡлыҡ үҙен һиҙҙерә башланы, махсус белеме булмаған әсәһе ырҙын табағына иген ағыу-лауға йөрөй башланы. Иртән сығып китә лә эңер төшкәс кенә арып-талып, йөҙө һурылып ҡайтып инә. Ағыулау мәлендә махсус һаҡланғыс булмағас танау-ауыҙ-ҙарын яулыҡ менән томалайҙар икән. Һарғылт-ҡыҙыл туҙан яулыҡты ғына түгел, әсәһенең тотош өҫтөн япҡан була. Инеү менән өй эсе зәһәр ағыу еҫе менән тула. Хеҙмәт хәүефһеҙлеген һаҡлау ниәтенәндер ферманан көн һайын ике литр һөт би-
рәләр. Уны һыйыр ағына ҡушып көн аша ҡатыҡ итеп ойоталар. Ни тиклем ауыр булмаһын әсәһе осто-осҡа ялғай алды, балаларын ас та яланғас та итмәне.
Йыл да тулманы, башын эсеүгә һалған тотанаҡһыҙ ирҙе Вәлимә лә ҡыуып сыға-рҙы. Тик атай кеше үҙ ғаиләһенә ҡайтырға теләмәне, ауыл осонда яңғыҙы көн ит-кән, медпунктта йыйыштырыусы булып эшләгән Вәғиҙәгә барып инде. Эсергә хи-рес икәү ҡушылғас ни тормоштарының рәт-сүрәте күренмәне. Йыш ҡына урам буйлап эсергә эҙләп әйенселәү был икәүҙең йәшәү рәүеше ине.
Мәликәнең хәтерендә, мәктәптән сығып ҡайтып килә ине, ҡаршыһына етәклә-шкән теге икәү осраны. Бер яҡҡа ҡайырылырға иткәйне, бит-йөҙө шешенке атаһы йүгерә-атлай уның ҡаршыһына килеп теҙләнде лә тилмереп күҙҙәренә төбәлде. Һиҙелеп йоҡарған кәүҙә иҫереп болғаңлаһа ла һалынҡы ҡабаҡтар аҫтынан ҡарағ-ан күҙҙәр мәғәнәле һәм һағышлы инеләр. «Бәләкәсем, һаумы? - Яуап ишетмәһә лә ҡабаланып ары теҙҙе. - Ҡайһылай ҙурайып киткән булған… Ағайың, апайҙарың нисек? Юлай минән ҡаса, һөйләшергә лә теләмәй, урынһыҙға, сәбәпһеҙгә күп ҡы-йырһыттым шу. Матур итеп йәшәгеҙ, һеҙ йәшәһәгеҙ мин дә имен-аман булырм-ын… » Яҫтыҡланып сырышған күҙ ҡабаҡтары аҫтында дерелдәгән ике йәш бөртө-гө таушалған, шырт йөн баҫҡан биттәр буйлап түбәнгә һарҡтылар… «Хәстрүш аб-ышҡа, нимә унда һейгәгең менән шыбырҙашаһың? Ағыуға ҡатҡан Маһираңды, етемәктәреңде бик тә һағынып юҡһынһаң, тотмайым, ҡыуҙым-сығарҙым булыр, дүрт яғың ҡибла!» Атаһы яр биреһеләй әрпеш кейенгән, туҡтамай бытылдап ил-әмһеҙ хәбәр һөйләгән эскесе ҡатындың артынан эйәрҙе.
Ни тиклем эсһә лә атаһы тракторынан төшмәне, яҙлы-көҙлө ер һөрҙө, көҙ етте иһә комбайнға ултырҙы, ҡыш көндәре ҡырҙан колхоз малына аҙыҡ ташыны. Тыр-ыш, эш өсөн генә тыуған тракторсыны эшенән бушатырға ашыҡманылар, уның ет-ешһеҙлектәренә, ҡайһы саҡ ышанысты аҡламауына бармаҡ аша ҡаранылар. Эск-ән килеш трактор рычагы артына ултырыу - енәйәт ҡылыуға бәрәбәр; бер тапҡыр ер һөрөп йөрөгән еренән янтайып тракторын юл ситенә ауҙарҙы, икенселәй яңғы-ҙы көн иткән Фатима ҡарсыҡтың картуф баҡсаһының осонда урынлашҡан иҫке мунсаһын төкөп ауҙарҙы, ярай эсендә бер кем дә булмай сыҡты. Һуңғы тапҡыр үҙе ҡазаланды - тракторында түгел, ҡышҡы селләлә иҫерек килеш оҙаҡ ятып, ҡул, аяҡ бармаҡтарын туңдырҙы.
Шул хаҡта ишеткәйнеләр, әсәһе район дауаханаһына йыйына башланы, Юла-йҙы башҡаларға күҙ-ҡолаҡ итеп ҡалдырып уны үҙе менән эйәртте.
Дауаханаға барғанда ҡул-аяҡтары бинт менән сырмалған атаһын айырым пал-атаға һалып ҡуйғайнылар. Уларҙы барыу менән тотҡарлыҡһыҙ үткәрҙеләр. Әсәһе карауат янына ултырҙы, ул баш осона баҫты.
Атаһының шырт баҫҡан йөҙө тартылып киткән, күҙ төптәренә ҡарағусҡыл күләгә ятҡан, етек сәстәре бумалалай тырпайып күренәләр. Өндәшмәй суҡайҙылар. Ни-һайәт тамаҡ ҡырған атаһы тоноҡ тауыш менән һүҙ ҡатты:
– Бына, ятам әле, ғәрипкә әйләнеп, ҡул-аяҡты тупысайтып бармаҡтарҙы ки-ҫеп ырғыттылар…
– Ишеттем, шуға эште ҡуйып килеп етә һалдыҡ… Вәлимә йә Вәғиҙә килгән-дәрҙер ул?
– Ҡайҙан… Белә күрә йәнгә теймә, йөрәкте өҙмә инде…
– Үпкәләмә, артығын һораным шикелле… Шуға килдек, беҙгә ҡайтырһың, башҡа кемгә кәрәгең бар… Мин, балалар шулай хәл иттек…
«Яңылыш һөйләй әсәһе, ул хаҡта һүҙ ҡуҙатманылар ҙа баһа…» Мәликә шулай уйлаһа ла өндәшмәй ҡалды.
Атаһы берауыҡ һүҙһеҙ ятты ла башын ситкә ҡайырҙы. Эре күҙ йәштәре тағы ла һурынҡы биттәре буйлап түбәнгә һарҡты. Тамағы төбөнән килгән ыңғырашыу бара-тора һыңҡылдауға әүерелделәр. Ул илай ине. Ир кешенең илағанын күргәне булмағас уның да күңеле тулып китте, иламаҫ өсөн аҫҡы иренен тешләне. Бына кү-ңел түренән килгән иңрәү яңынан һығылып сыҡты:
– Һине күп тапҡырҙар рәнйеттем, Маһира, кисерә алһаң кисер… Балалар-ҙы ла һине лә үҙемдән биҙҙерҙем… Аламалыҡтарымды бер кемгә лә япһармай-ым, әммә ҡош ояһында ни күрһә, осҡанда ла шул, тиҙәр бит, минең дә баштан ки-регә һапланды… Үҙең беләһең, атайым да эсеүгә һабышҡан кеше ине бит, ҡылыҡ-холҡо ла ауыр булды… Шуға ла бит беҙҙе әсәйем мәрхүм булғас ҡалалағы балалар йортона бирҙеләр. Атайымдан, ары ҡаҙна йортонан күргән йәбер-рәнйеш ҡонон һеҙҙән алырға маташтым… Алйот… Аламалыҡ гөнаһ тыуҙыра икән ул, әле килеп шуны аңланым… Хәҙер Юлайҙың, ҡыҙҙарымдың шундай булып китеүҙәренән ҡу-рҡам, уларҙың йәненә асыу орлоҡтары сәселгән бит, йәндәрендә бер шытым бир-мәһә бер бирер… Ҡайтыуға килгәндә, юҡ… Сәләмәт аяҡтарым менән сығып кит-еп ғәрип булып, бәйнәтемде һалып ҡайтмаясаҡмын…Минең холоҡто беләһең… Димләмә, булмай! Кисә профкомын эйәртеп Ғәлимйән ағай килеп китте, миңә район үҙәгенән бер өкәлтәк йүнләп йөрөйҙәр икән. Эш тураһында һүҙ ҡуҙғатыу - әлегә иртәрәк… Борсолмағыҙ, ҡайғырмағыҙ, нисек тә йәшәрмен әле… Тағы, шуны өҫтәп әйтәм, башҡаса килмәгеҙ, мине бахырға тиңләп йәлләү кәрәкмәй… Балала-рҙы нисек тә әҙәм ит, Маһира, һин бит аҡыллы, егәрле, көслө ҡатын…
– Нишләп шул һүҙҙәреңде элегерәк әйтмәнең, Мансур?
– Йәнемә инеп оялаған иблес ирек бирмәне… Йә, бәхилләшәйек…
– Бәлки…
– Юҡ, сигенмәйем, был һуңғы һәм кире ҡаҡҡыһыҙ ҡарарым… Мин һеҙҙең өсөн юҡ инде, ҡасандыр булғанмындыр, ә бөгөн – юҡ!..
– Үҙең ҡара улайһа… Балаларға килеп йөрөргә рөхсәт бир. Һин бит атай…
– Ҡыуанып ризалашыр инем, тик уларҙа ундай теләк тыумаҫ шул… Ҡыш көнө башҡарған шөғөлөңә килгәндә, башҡаса сыҡма шул ағыуға…
– Ҡайҙа ғына барайым, аптырағандың көнөнән йөрөлә, аҡсаны ла арыу түл-әйҙәр унда.
– Сәләмәтлегеңде хәҙерҙән аҡсаға алмаштырһаң, балаларҙы кем үҫтерер? Ғәлимйән ағай менән һөйләштем-килештем, алдағы аҙнанан быҙауҙар ҡарарға сығырһың. Исмаһам унда йылы, мәктәптән сыҡҡас Юлай барып ярҙамлашыр, Фәрзәнә лә ҡул араһына керә бара.
– Рәхмәт хәстәреңә. Хуш, Мансур…
– Хуш, Маһира…
Атаһы хаҡлы булып сыҡты, исмаһам береһе уны күрергә, янына барып хәлен белергә теләмәне. Башта ла, һуңынан да. Ә атаһы район үҙәгендә бер нисә йыл йә-шәгәндән һуң, күрше Ҡәнзәфәр ауылына килеп төпләнде, үҙе кеүек бер ғәрип ҡа-
тынға өйләнде. Бәлки ғаиләһенә яҡыныраҡ булырға теләгәндер. Яттарҙың уйын ҡайҙан белмәк, тоймаҡ, кеше күңеле ҡара урман, төпһөҙ даръя, тиҙәр бит…

3

– Шулай итеп, иҫтәлекле, хәтерҙә ҡалырлыҡ осрашыуҙы дауам итәйек, хөр-мәтле ағай-эне!.. - Рөстәм Ишмөхәмәтович ишек яғындағыларға мыҫҡыллы ҡара-шын атты. - Беренсе һүҙҙе һеҙгә бирәйек, Мәликә Мансуровна, бәлки атайығыҙға әйтер, ололар көнө алдынан уға еткерер теләктәрегеҙ барҙыр… Ысынын әйткәндә, Мәликә Мансуровна, һеҙҙең атайығыҙҙың ҡарттар йортонда йәшәгәнен белмәнем. Был минең өсөн көтөлмәгән, һәм өҫтәргә кәрәк, шатлыҡлы булмаған яңылыҡ… Һеҙҙең менән нисә йыл бергә-бергә, ҡулға ҡул тотоношоп эшләргә тура килде, шул серҙе лә йәшереп тотҡанһығыҙ… Көтмәгән инем, көтмәгән инем! - Ҡулында әйләндергеләгән күҙлеген өҫтәлгә ырғытты ла тәкәббер төбәлеп креслоһында ҡай-ҡайҙы.
Башлыҡтың был хәрәкәтенә өйрәнеп бөткән, тимәк - ул үҙен хаҡлы тип тоя, тимәк - ул сығарған ҡарар ҡаты һәм аяуһыҙ буласаҡ.
Мәликә Мансуровна яй ғына ҡалҡты, лакҡа ҡатырылған сәстәренә ҡағылды, күлдәк итәген тартып төҙәтештерҙе. Тағы ла бер тапҡыр бүлмәләгеләргә ҡарашын һирпте, тишерҙәй итеп атаһына төбәлде:
– Һаумыһығыҙ, Мансур Зәбирович, танынығыҙмы, был мин, Мәликә ҡыҙың булам…
– Һауғынаһыңмы, балам… - Мансур ҡарт уң ҡулында ҡалған ике бөртөк ба-рмағы менән лупа күҙлеген төҙәтте лә башын баҫты.
– Мин һеҙгә бала түгел, шуны иҫегеҙгә һеңдерегеҙ! Яҡты донъяға тыуҙырыу ғына аҙ, атай исемен йөрөтөү өсөн ауыҙҙағы һуңғы телемде өҙөп ҡаптырып бала-ны тәрбиәләп үҫтереү ҙә зарур. - Аяуһыҙ башлауын тойоп баҫыла төштө. - Әсәйем дә миндә йәшәй, имен әлегә…
– Ишетеп ятам…
– Ишетәм, тигәнсе уны эҙләп табып, килеп хәлен белһәң, үҙеңдең ҡайҙалығ-ыңды еткерһәң арыу булыр ине. - Ары рәсмилек һаҡлап ҡала алмай «һин»гә күс-те. - Юғиһә, атаһынан баш тартҡан енәйәтселәй мир алдында баҫып тороуы миңә лә еңел түгел.
– Ҡыҙым, бында тамсы ла ғәйебем юҡ, минең өсөн һинең менән осрашыу көтөлмәгән хәл.
– Көтөлмәгәнме, әллә ҡыуаныслымы?
– Ҡыуаныслы…
– Тура баҫып ҡырын һөйләмәйек, Мансур Зәбирович, ә мин был осрашыуҙа шашып ҡыуанырлыҡ сәбәп тапмайым. Һинең хәлеңде лә аңлайым, ҡыуаныуҙан бигерәк тетрәнеп ултыраһыңдыр. Үҙеңә мәғлүм, бының өсөн йөйҙәр, күңелеңде сырмалтҡан төйөндәр етерлек. - Башлыҡҡа ҡараны. - Рәхмәт, Рөстәм Ишмөхәмә-тович, ҡайһылай ҙа матур, онотолмаҫ осрашыу ойошторғанһығыҙ, бала сағыма ҡайтып урағандай булдым.
Башлыҡ хәл-ваҡиғаны асығыраҡ күрергә теләгәндәй күҙлеген кире алып кейеп урыбаҫарҙарына мәғәнәле ҡарап ҡуйһа ла яуап ҡайтарырға ашыҡманы. Мәликә дауам итте:
– Алдан уҡ иҫкәртәм, беҙҙең бөгөнгө әңгәмәләшеү еңелдән булмаясаҡ. Ик-әүҙән-икәү ултырып аңлашһаҡ күпкә еңелерәккә төшөр ине лә бит, тик ни хәл ит-әһең, бары менән байрам, тиҙәрме әле? - Яман һулап ҡуйҙы ла ҡарашы менән бө-ршәйеп ҡалған кәлбер кәүҙәне өттө. - Беҙҙән ғүмерең буйы ҡасып-боҫоп йәшәнең, ә бына уның нилектән икәнлеген аңламаным, әле лә аңламайым. Һине ғәфү итә алмайым, атай, сөнки беҙҙә йәшәгәнеңдә гел әсәйҙе йәберләнең, кәмһеттең, мыҫҡ-ыл иттең…
– Ҡыҙым!..
– Бүлдермә, берүк, һуңынан аҡланырһың, әгәр аҡлана алһаң! Рөстәм Иш-мөхәмәтович, мөмкин булһа һыу бирегеҙ әле?
– Рәхим итегеҙ, Мәликә Мансуровна!
Һыу йотоп тамағын сылатҡан, тулҡынланыуын бер аҙ баҫҡан Мәликә Ишйәр-ова дауам итте:
– Балаларыңа ни көн күрһәттең һуң? Һин булмағанда өйгә ҡот, йылылыҡ һәм яҡтылыҡ инеп ҡала торғайны, быныһын бөтәһенең алдында асыҡтан-асыҡ әйтә алам. Өйөн боҙ һарайына, яҡындарын ҡурҡытыу һәм мыҫҡыллау объектына әйләндергән әҙәм үҙен ғаиләлә баш итеп иҫәпләй аламы? Юҡ! Хәҙер ҡара минең маңлайға, бынау йөйҙө хәтерләйһеңме? Хәтерләүең бик тә икеле, сөнки лаяҡыл иҫерек инең! Балаһының ҡанын ағыҙған кеше атай исемен йөрөтөргә хаҡлымы? Тағы ла юҡ! Иртәгеһен ғәфү үтенәһе урынға яңынан тауыш ҡуптарып әсәйемде урамға алып сығып типкеләнең, сәстәрен йолҡҡосланың. Ишек алдында елдә туҙ-ышҡан сәстәрҙе ғүмеремдең һуңғы көндәренә ҡәҙәр онотаһым түгел. Тағы эскән килеш тракторыңа ултырып алып күршеләрҙең яңы ғына сыҡҡан ҡаҙ себештәрен тапаттың. Инәлеге имгәнгән, себештәре иҙелгән ата ҡаҙ ҡош теле менән ҡарғамағ-ан тиһеңме!? Һин ғаиләң өсөн генә түгел, тотош ауыл өсөн дә имгәк инең, хөрмәт-ле алдынғы тракторсы! Ниндәй генә хеҙмәт булһа ла ул иң әүәл аҡыл менән һуға-рылырға һәм нығытылырға тейеш. Шул саҡта ғына ул йәмғиәт өсөн файҙалы. Һу-ҡыр, мәғәнәһеҙ хеҙмәт атҡарып шуның емешенә, һөҙөмтәһенә ҡыуанырға беҙ бит ҡолдар түгел! Һин ғүмерең буйы ер һөрҙөң, иген һуҡтың, былар маҡтауға лайыҡ, тик ғаиләңдәгеләрҙең күңелен һөрөп аҡтарырға, йәндәрен туҡмаҡларға тейеш тү-гел инең…
– Ҡыҙым, үтенәм етер…
– Юҡ, етмәне әле, бөгөн әйтмәһәм, был хаҡта тағы ла ҡасан әйтәм!
– Мәликә Мансуровна, әйткәндәрегеҙ аңлашылды, Һеҙ бер аҙ тынысланған-сы, фекер туплағансы бәлки башҡаларҙы тыңларбыҙ, ә? - Осрашыуҙың көтөлмәгән йүнәлеш алыуынан юғалыңҡырап ҡалған башлыҡ сараға рәсми төҫ биреп һөйлә-шеүҙе һәүетемсә йүнәлешкә борорға теләне. - Бәлки, Фәрит Яманғолов әфәндене тыңлап ҡарабыҙ? Ни өсөн ҡәҙерле әсәһе бөгөнгө көндә ҡарттар йортонда көн итә икән?
– Әсәй үҙе теләп китте, фатирығыҙ тар, мин түгел, үҙегеҙ һыя алмайһығыҙ әле, ҡарт кешегә пакуй кәрәк, тине. - Урынынан теләр-теләмәҫ ҡалҡҡан Яманғолов ҡорт саҡҡандай сәбәләнеп китте.
Яманғолов һүҙ алғас урта төштә ултырған, ҡойто ғына кейенгән һикһән йәштәр самаһындағы әбей иҙәнгә һалынып тиерлек төшкән итәген һыпырғылап ҡымғыр-лай биреп ҡуйҙы, ап-аҡ сәстәрен, тәрән һырҙар сыбарлаған маңлайын ыуҙы ла ҡу-лы менән тештәр тойолмаған мөйтәңләк иренле ауыҙын ҡапланы. Күренеп тора, нәҫ баҫҡан, фани донъяға ҡул һелтәгән ҡарсыҡтың һүҙ алырға ла, ризаһыҙлығын әйтергә лә, бәхәсләшергә лә, үҙ-үҙен яҡларға ла яйы юҡ. Тоҙ төҫөн алған күҙҙәр ге-нә бар тирә-яҡҡа рәнйеп, үпкәләп ҡарайҙар.
– Фатирығыҙ нисә бүлмәле, Фәрит Әлтәфович? - Быны социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫар һораны.
– Һуң, тар ғына дүрт бүлмәле өкәлтәк инде шунда: зал, йоҡо, малайҙың бү-лмәләре, тағы минең эш кабинеты, бөттө-китте. Етмешенсе йылдарҙағы йорт пл-анировкаһы бит беҙҙә, дөйөм майҙан бөгөнгө бер бүлмәле фатир кимәлендә генә. Бисә лә, һыйып булмай, тип көн һайын игәй, ҡолаҡ итен ашай… Ысынлап та шу-лай, донья көтөүе ауырлашты, ҡайҙа ҡарама тар, ҡайҙа ҡарама ҡыҫынҡы. Иркен-лек, ысвабода етмәй замана кешеһенә…
– Тормош хәлең үтә лә ауыр икән дә баһа, Фәрит Әлтәфович, шуға иртәгә үк уны яҡшыртыу йәһәтенән ғариза яҙып килтер! - Башлыҡ әсе ҡапҡандай йөҙөн сирҙы.
– Што һеҙ, кәрәкмәй, быныһы артыҡ, мин бит ыскрумный, баҫалҡы, әҙәпле кеше! - Кинәйәне аңламаған Яманғолов үҙенекен тыҡыны. - Әсәйемә килгәндә, ай-ына бер барып, уның хәлен белеп, йәшәү шарттары менән танышып, бағыусылар-ына ҡәтғи талаптар ҡуйып торабыҙ. Што һин, кантрүлләү необходимо, как никак мине бағып үҫтергән бит ул!
– Әсәйегеҙгә матди ярҙам күрһәтәһегеҙме һуң, - тине иҡтисад буйынса уры-нбаҫар.
– Ә кәк же! - Яманғолов ҡупырайҙы - Мәҫәлән ололар көнө айҡанлы барлыҡ аҙыҡ-түлеккә биш процент ташлама яһаным, әсәйем генә түгел, барлыҡ әсәләр ярлы эшҡыуарҙың йомартлығын күреп ҡыуанһындар әйҙә!
– Рөстәм Ишмөхәмәтович, Фәрит Әлтәфовичтың әсәһенең тормош хәлен ко-нтролләүен бәлки аҙаҡҡараҡ ҡалдырырбыҙ, мин бит әле әйтеп бөтмәнем. – Ур-ынында тапанған Ишйәрова турайып баҫты.
– Разве я прутив, улар һораны, мин яуап бирҙем. – Нигеҙле, урынлы бәйлә-неүҙәрҙән ваҡытлыса булһа ла ҡотолған Яманғолов ултыра һалып күршеһенең яурыны артына боҫто.
– Мансур Забирович! - Тарҡалған уйҙарын тупларға теләгән Мәликә бер аҙ тын торҙо - Юлай ағайымды Афғанстандан ҡурғаш табутҡа тығып ҡайтарғандары-нда уны ерләү мәлендә тотош район халҡы йыйылды, ә һин ҡайҙа инең?
Мансур ҡарт ҡалҡты, көҙгө елдә тирбәлгән ағастай бәүелеп торҙо, бер яҡҡа ҡы-рын шылған түбәтәйен төҙәтте, танау осона шылған күҙлеген алып күрмәлекһеҙ пинжәгенең түш кеҫәһенә тыҡты ла тупыс ҡул һырты менән йәшләнгән күҙҙәрен ыуғас ауыр тын алып, быуылғандай ғыжылданы:
– Эргәгеҙҙә инем балам, зыярат эргәһендәге сауҡалыҡта ағасты ҡосаҡлап үкһей инем… Ауыл халҡына, райондан килгәндәргә күренергә батырсылыҡ итмә-нем. Уларҙың хөкөм иткән асыулы ҡараштарын күтәрә алмаҫ инем барыбер… Шунан төн еткәс зыяратҡа инеп таң атҡансы Юлай улым менән һөйләшеп, серлә-шеп ултырҙым… Билләһи, тауышын ишеттем уның, ул да мине асыҡ ишетте һәм аңланы… Алла бар был донъяла, балам, йәшәй-йәшәй шуға инандым. Намыҫ әҙәм балаһына Алла тарафынан бирелгән һәләт… Ә мин намыҫһыҙ йәшәнем, ғә-йеплемен, һеҙҙән ярлыҡау, кисереү өмөт итмәйем…
Атаһының һуңлаған үкенеү һүҙҙәрен ишеткән Мәликә Мансуровна сыҙап ҡала алманы йәшенә төйөлөп сығыу яғына атланы. Уны тотҡарлаусы булманы.

4

Ҡайтышлай йәнә паркҡа һуғылды, урталағы эскәмйәләрҙең береһен биләне. Көн үҙәгендә шайтан ҡуласаһына ултырып әйләнергә теләүселәрҙең һаны бермә-бер артҡан, ана, әле генә түбәндәге ҡыҙый юғарыға сөйөлдө һәм аҫҡа ҡарап атаһына шат тауыш менән ҡысҡырҙы: «Мин өҫтә, ә һин – аҫта!» Ҡыуаныстан ир-әйгән тегеһе лә ҡоласын йәйеп һөрәнләй: «Һин гел шулай юғарыла бул, ҡыҙым!»
Был юлы ҡаршы сығыусы булманы. Әсәһе бүлмәһендә ятып тора ине. Мәли-кәнең төпсөнөүенә лә битараф ҡул һелтәп яуап бирҙе: «Ҡарт кешенең сырхауы бөтәме, бөгөн һаумын, ти, иртәгәһен ҡараһаң - ерләргә алып китеп баралар…»
– Үтенәм, күңелгә шом һалып юҡ-бар һөйләмә берүк.
– Шом, тип тормошта була торған хәл, нимә, әллә мине бөксәңдәтеп, ығыр-латып-шығырлатып ғүмер буйы яныңда йөрөтөргәме иҫәбең?
– Йәшә әле, әсәй.
– Ярай әләйгәс, ризамын, һин ҡушҡас, йәшәрмен. - Маһира ҡарсыҡ һүнгән күҙҙәрен көлдөрҙө. - Үҙеңде ни йомош менән саҡырғандар хужалар?
– Хакимиәт башлығы ҡарттар йортонда йәшәүселәрҙе күрһәтергә йый-ған… - Артыҡ хәбәр ысҡындырыуын һиҙгән Мәликә тотлоғоп ҡалды.
– Кемдәрҙе инде?
– Ҡалала йәшәгәндәрҙе.
– Һуң кисә генә ололар көнөн үткәреүгә ярҙам йөҙөнән мул ғына аҡса бүл-дем, тип шапырына инең дә баһа. - Зирәк, отҡор әсәһе һөйләшеүҙе элә һалып ал-ып дауам итте. - Ҡарттарҙы мәжлескә йыйғас, моғайын да араларында берәй тан-ышың булғандыр, юғиһә һиңә өндәшә булалар, будты.
– Мәжлес, тиергә, әҙерләгән табындарын күрмәнем.
– Башта кәңәш-төңәш, һыйы аҙаҡтан инде, йолаһы шул. Унда, ҡарттар йор-тона, тирә-яҡ райондағыларҙы ла урынлаштыралар, хәтерем яңылышмаһа.
– Бәлки шулайҙыр ҙа, уныһы миңә ҡараңғы… - Был турала ары һөйләшкеһе килмәүен белдереп ситкә ҡайырылды.
Был ишараны өнәмәгән әсәһе ҡырт киҫте:
– Ҡасандан алып әсәйеңә һыртыңды ҡуя башланың әле?
– Иғтибар менән тыңлайым, әсәй!
– Тыңлаһаң шул, Нурия килен, үткәндә һүҙ араһында тағы шуны ла өҫтәне, Мансур олатайҙың йортона ингән һуҡмаҡты үлән баҫҡан ине, уны ҡарттар йор-тона алып киткәндәрме-ниме, тип тә ишеттем, тине. Саҡырылған ҡарттар араһы-нда һинең атайың юҡ инеме?
Оло кешене әүрәтеп уратып-суратыуҙан, ялғанлауҙан фәтеүә ҡалманы:
– Эйе, араларында атайым да бар ине.
– Әйтәм бит, күңелен һиҙә ине. Атайың бер нисә тапҡыр төшөмә лә инде, беҙҙең йортҡа килгән дә ишекте шаҡый, үҙе инергә ҡыймай икән, тип күрәмсе, өҫ-төндә лә һап-һары килдәк, бит-йөҙө лә еҙ самауыр ише һарғайған, имеш. Ә һин ғүмереңдә лә ялғанлай белмәнең, ҡыҙым, нимә әйтереңде әле күҙҙәреңдән күрәм. - Арып киттем, яңғыҙым ғына ҡалайым әле. - Кипкән ирендәрен яланы.
– Бәлки сәй ҡойорғалыр, әсәй? Рәсимә ҡайҙа йөрөй әле, институттан ҡайт-манымы?
– Ҡайтты ла кейенеп-яһанып әллә ниндәй кисә була тип сығып та йүгерҙе. Сәйнүк ҡайнатып мәшәҡәтләнмә, яңы ғына, һин килер алдынан эстем сәйҙе. Бер аҙ яңғыҙым ятып торайым.
– Ну, Рәсимә, елғыуар, һикрәңдәк, мин уға нимә тинем әле, әйткәнем бер ҡолағынан инә, икенсеһенән сыға.
– Бөтә балалар ҙа бер иш вайымһыҙҙар, һин дә минең өсөн шулар иҫәбен-дәһең. Бар, тыныслыҡта ҡалдыр, тинем бит.
Әсәһенең ятаҡлап тороуын күреп өйрәнмәгән Мәликә эшенә йүгерергә ашыҡ-маны, өҫтөн алмаштырҙы ла залға сығып папкаһындағы ҡағыҙҙарға тағы ла бер тапҡыр күҙ йүгертеп, ундағы һандарҙы ҡушып-алып һанай-иҫәпләй башланы.
Уңғансы хәлһеҙ саҡырыу ишетте:
– Мәликә ин әле…- Ашығып бүлмәгә ингәйне, әсәһе күҙ ҡарашы менән эр-гәһендәге ултырғысҡа ымланы. - Ултыр ошонда. Атайымды күрҙем, тип күңелем-дең тыныслығын алдың бит әле. Төҫ-башҡа нисегерәк күренә атайың?
– Арыу. Элекке кеүек.
– Мине тынысландырам, тип тағы алданың. Әбейһеҙ ҡарт, ҡарауһыҙ бала менән бер була, мөҙөргәндер, бирешкәндер.
– Әлләсе, көн һайын күреп йөрөмәгәс, артыҡ үҙгәреш һиҙмәнем.
– Бына шул шул, һиңә күпме әйттем, ауылға барғаныңда инеп хәлен белеп сыҡ, тип. Тыңламаның.
– Һуң ул икенсе әбей менән йәшәй ине лә.
– Йәшәһә һуң. Һин бит уның балаһы. Миңә ярамаһа ла һиңә килешә. Моға-йын да әбейе бороп сығармаҫ ине әле.
– Үҙең дә беләһең әсәй, ысынын әйткәндә уны күргем дә килеп тормай. Беҙ-ҙе етем итеп бала саҡта уҡ ташлап сығып китһен дә, инде килеп уны ҡайғыртып йөрөйөммө тағы?
– Бына ниһайәт дөрөҫөн әйттең. Ялғанламаның. Һиҙәм, тегендә лә тотош ха-лыҡ алдында шул хәбәрҙе ярып һалғанһыңддыр. Һинең шарҙауай-яндырайлығың-ды беләм мин.
Мәликә башын эйҙе.
яҫтығын төҙәтештерҙе, сал сәстәрен яулығы аҫтына йәшерҙе. - Ҡасан да булһа һеҙҙең алдығыҙҙа атайығыҙҙы әрләгә-нем, йә кәмһеткәнең булдымы?
– Юҡ…
– Тағы өҫтә, атайың өйҙә тауыш ҡуптарғанда урамға сығып уны ғәйбәтләп исемен һатып йөрөнөммө? Үҙем үк яуап бирәм, юҡ! Һарай башында ҡунһаҡ ҡун-дыҡ, күрше-күләнде аптыратып ишектәрен шаҡыманыҡ, ҡуныр мөйөш һораман-ыҡ, түбәнһенеп, бахырланып, ауыҙҙағы ҡанды яттар алдына төкөрөп йөрөмәнем ғүмеремдә лә.
– Ә ул һине, беҙҙе күпме ҡыйырһытты, кәмһетте.
– Быныһына ла яуабым әҙер, тимәк хата үҙемдә лә булған. Ирҙе ир иткән дә ҡатын, хур иткән дә ул.
– Атайым алдында һинең ғәйебең ниҙә, әсәй?
– Тәңре алдында, атайың алдында выжданым саф, гөнаһтарым юҡ, мәгәр ғә-йептәрем, боҙоҡһоҙ хилафлыҡтарым һис шикһеҙ булғандыр. Төп етешһеҙлегем - уны етерлек дәрәжәлә тота алмауҙалыр. Әгәр ҙә мәлендә ҡатылыҡ күрһәтеп ғаил-әмдең бәхете өсөн йәнтәслим көрәшһәм был хәл дә килеп сыҡмаҫ ине. Ә мин етәк-тәге быҙау ише барына күнеп, баш эйеп йәшәнем.
– Барыбер төп ғәйеп атайымда ине бит. Ниңә уны яҡларға һәм аҡларға?
– Кешене бер яҡлы ғына ғәйепләргә ярамай. Хаҡлыҡ өсөн шуны ла өҫтәйем, атайың баштан уҡ икенсе юлдан киткән, аҙашҡан кеше ине, ғүмере буйы үҙенең асылын эҙләп бәргеләнде, ғазапланды… Ары бүлдермәй генә тыңла, сөнки теген-дә, йыйылыусыларҙы шаҡ ҡатырып, атайыңа ниндәй ғәйепләүҙәр ташлағаныңды һүҙһеҙ ҙә төшөндөм. Тоҫмаллап, тойомлап шуларға яуап бирергә иҫәбем. Атай-ыңдың мине, һеҙҙе яратыуы хаҡында әйтмәксемен. Сәйер яңғыраймы? Шулай бу-лһа ла тыңла һәм аңларға тырыш.
Мин Юлай ағайыңа ауырлы йөрөй инем. Ауырлы ҡатын уныһына-быныһына һайланыусан булып китә бит. Бер көн иртәнсәк, уны аптыратып хәбәр һалдым: «Мансур, бағыр балығын тотоп ҡарағым килә…» Аңламай аңшайып тора был.
– Бағыр балығы, тинем дә баһа!
– Ундай балыҡ Һаҡмарҙа юҡ, Маһира.
– Беләм, шуны тотоп ҡарағым килә, алып килеп күрһәт тә кире ебәрер-һең…
– Мин бит балыҡсы түгел.
– Ярай инде, күрһәткем килмәй, тигән дә ҡуй! - Турһайып ситкә боролдом.
Ялға ҡаршы юҡҡа сыҡты атайың. Әйтмәй-нитмәй ҡайҙалыр китеп юғалды. Бер тә-үлек үтеп, икенсеһенең ярты төнө ауышҡас ишек һуға был. Асып ебәрһәм, ҡулын-дағы өс литрлыҡ банкаға теге мең төҫтәре менән йымылдап балҡыған батша балы-ғын һалған атайың ҡаршымда тора! Өшөп-туңып бөткән, ни тиһәң дә ҡырпаҡ ҡар яуған ноябрь урталары ине. Беҙҙән етмеш-һикһән саҡрымда, Ете Бөгөлдө уратып аҡҡан тау шишмәһе Ерекленән алып ҡайтҡан бағырҙы. Балыҡсы булмай тороп нисек эләктергәндер ул был хәйләкәр, өркәк һәм йылғыр балыҡты, бер Хоҙай бе-лә…
Шул илаһи мәлде хәтеренән үткәргән әсәһенең йөҙө яҡтырып китте.
– Атайыңдың оҫта бейеүсе икәнлеген белмәйһеңдер ҙә әле. Һеҙ иҫ белгәндә бейемәй ине шул, сөнки бейеү өсөн дә иң әүәл күңелдең дәрте, йөрәктең ашҡын-ыуы кәрәк. Әгәр ул, сәнғәт юлынан китһә, бәлки икенсерәк яҙмышҡа ла дусар бу-лыр ине. Тәү тапҡыр, ҡыҙ саҡта, уның үҙенән бигерәк бейеүенә ғашиҡ булғайным мин. Бейеүе менән арбай ине һәммәһен, һеңдерә баҫып тыпырлағанында йөрәкт-әр елкенер, хатта аҫҡаҡ-тупыстар сыҙамай урындарында һелкенеп ултырыр ине. Хәтеремдә, Фәрзәнә апайың тыуған көн йәштәр клубта концерт ҡуйғандар. Шунда атайыңдың осоп-ҡунып кис буйы сәхнәнән төшмәй бер үҙе концерт ҡуйыуын әле лә хәтерләп һөйләйҙәр. Ә һуң һинең тыуған көнөңдә, таң һыҙылыр-һыҙылмаҫтан бер ҡосаҡ муйыл сәскәләрен ҡосаҡлап ҡайтып инеүе! Һине яратып һөйҙө лә кире ер һөрөргә сығып йүгерҙе. Шунан аҙаҡ атайыңдың һеҙҙе яратмауына кем ышан-ыр?! Тағы ауылдың етем-еһеренә ҡырҙан ҡоро һары тейәп апҡайтып ауҙарыр ине гел генә. Быны уға хужаһы ла, ауыл башлығы ла ҡушмай, үҙ белдеге менән, миһы-рбанлы йәне ҡушҡанса башҡара. Бына атайымдан гөнаһһыҙ фәрештә лә яһап ҡу-йҙың, тиһеңме, юҡ улай тип иҫбатларға йыйынмайым, һиндә атайыңдың, минең ҡаныбыҙ аға, шуны ғына әйтмәксемен. Атай-әсәйҙе һайламайҙар, шуны онотма. Ҡәҙерҙәрен һуңлап беләбеҙ шул, улар күҙҙәрен мәңгелеккә йомғас иҫебеҙгә төшә лә, тик һуң була. Әҙәм балаһының кендеге фанилыҡта ике тапҡыр киҫелә, тыуғас һәм икенсе тапҡыр ата-әсәһен юғалтҡас. Һуңғы киҫелеү әллә күпмегә фажиғәле-рәк һәм аяныслыраҡ, шуны хәтереңдән сығарма… Был донъяла бер кем дә мәңге-леккә тыумаған, иртәме-һуңмы бөтәбеҙ ҙә әхирәткә юлланабыҙ. Һуңғы үтенесем шул, сөнки эргәбеҙҙә әле һин генә: Юлай ағайың мәрхүм, Фәрзәнә апайың ер аяғы ер башында, алыҫ Көнсығышта көн итә, Фәһимә бөгөн сит ил тип иҫәпләнгән Ҡа-ҙағстанда. Шулай булғас бөтә ауырлыҡ һинең иңеңә төшә лә инде. Мине ауылға алып ҡайтып ерләрһең, атайыңды ла йәнәшәмә һалырһың…

5

Ерләү эштәре менән сабыулағанда беленмәгән икән, яңғыҙы ҡалғас Мәликә Мансуровнаның балтаһы һыуға төшөп һеңгәҙәп ҡалды; ҡулына эш бармай, нимә-гә тотонһа ла таралып бара төҫлө, өҙлөкһөҙ йөрәге һыҡрап иңрәй. Шау һөйәккә ҡалған, еңел һөйәкле, етеҙ хәрәкәтле ҡураныс ҡарсыҡ янында ҡая таш артындағ-ылай ышыҡ, хәүефһеҙ булған икән дә баһа.
Етеһен уҡытҡан көнө магазинға барып күстәнәстәр һатып алды ла ҡала ситендә урынлашҡан ҡарттар йортона йүнәлде. Ана ул, диуарҙай ҡалҡҡан таш йорттарға берекмәй, етемһерәп бер яҡтараҡ яңғыҙы һерәйгән. Башҡа йорттар алдындағы майҙансыҡтарҙа, шат балалар тауышы ишетелеп ҡалып, үткән-һүткәндәр хәрәк-әте ниндәйҙер йәнлелек хасил итһә лә бында шомло һәм шул уҡ ваҡытта сәйер тынлыҡ.Ҡаҡшап-иҫкергән, «хрущевка» атамаһын йөрөткән өс ҡатлы харабаның бер ишекле подъезына инеүсе-сығыусы күренмәй, рамдары серей башлаған тәҙрә-ләргә лә ҡалын ҡорғандар тартылған, тимәк унда йәшәүселәр бер кемде лә көтм-әй, булмыштарын өмөтһөҙ нәҫ баҫҡан. Ишек төбөндә аҡ халатлы, мөләйем йөҙлө, урта йәштәрҙәге ҡатын ҡаршы алды:
– Һаумыһығыҙ. Һеҙгә кем кәрәк?
– Мансур Булатов. Ул моғайын бында йәшәйҙер.
– Эйе, ярты йыл самаһы инде. Кеме булаһығыҙ?
– Кесе ҡыҙы.
– Саҡырырғамы?
– Юҡ әлегә кәрәкмәҫ… Әгәр мөмкин булһа уға ошо күстәнәстәрҙе тапшыр-ығыҙ зинһар?
– Тапшырам әлбиттә. - Инеүсенең икеләнеп ҡалыуын күреп һорай һалды. -Һеҙ тағы ла килерһегеҙ, тип ышанам.
– Килермен, - үҙ-үҙен ышандырырға теләп ҡабатланы, - килермен, тик… һу-ңғараҡ. Һау булығыҙ.
Ҡатын эйәреп сағып уны күҙҙән юғалғансы ҡарап, оҙатып ҡалды.
Үтешләй ағастарға күмелгән, парк уртаһында урынлашҡан теге шайтан ҡул-асаһы яғына күҙ атты. Дәү ҡояшты хәтерләткән ҡуласа үҙенең әйләнәһенә олоһ-он-кесеһен, бәхетлеһен-бәхетһеҙен, иманлыһын-иманһыҙын, ҡотлоһон-ҡотһоҙон, шатын-болоҡһоуын бергә туплап, уларҙы бер юғарыға сөйөп, бер түбәнгә төшөр-өп яй ғына әйләнә лә әйләнә…
Фото: интернет.
Читайте нас: