Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Август 2019, 02:00

Уҙған ғүмер – бер иҫтәлек

Тәбиғәттә һис һуңлау юҡ: иҫәндәргә тағы бер көҙ килә. Ағастарҙа һирәк-һаяҡ һары япраҡтар күренеүен, ҡоштарҙың тупҡа йыйылыуын, өйкөмөйкөм болоттар ағышын, йәнле лә, йәмле лә баҫыуҙарҙы күҙәткән аҡһаҡал ир-уҙаманы ниҙәр уйлай икән? Моғайын, ул да ғүмеренең емешле көҙө тураһында уйланалыр.

Тәбиғәттә һис һуңлау юҡ: иҫәндәргә тағы бер көҙ килә. Ағастарҙа һирәк-һаяҡ һары япраҡтар күренеүен, ҡоштарҙың тупҡа йыйылыуын, өйкөмөйкөм болоттар ағышын, йәнле лә, йәмле лә баҫыуҙарҙы күҙәткән аҡһаҡал ир-уҙаманы ниҙәр уйлай икән? Моғайын, ул да ғүмеренең емешле көҙө тураһында уйланалыр.
Һүҙем Кинйәбулат ауылының хөрмәтле кешеһе Ҡотломөхәмәтов Сәрүәретдин Ғәлләметдин улы хаҡында. Ошо көндәрҙә Сәрүәретдин хажыйға 90 йәш тула. Әйтеүе генә анһат – 90 йәш! Был йылдарға һуғыш осорона тура килгән асяланғас бала сағы, атаһын иртә юғалтыу, дүрт ағаһы фронтҡа киткәс, ғаиләнең төп таянысы булып ҡалыу, колхозда төрлө яуаплы вазифалар башҡарыу, хәләле Фәрхәнә Ишбирҙе ҡыҙы менән алты баланы кеше итеү, дин юлынан атлауы, мәңгелек ҡиммәттәргә хеҙмәт итеүе инә.
Сәрүәретдин ағай менән әңгәмәләшеү – үҙе бер һабаҡ, оло бер кинәнес. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хәтере шәп, зиһене асыҡ, мәрәкә һүҙҙәргә, юморға күңеле һиҙгер, үҙе тураһында түгел, күберәк үҙен уратып алған кешеләр хаҡында ихлас итеп һөйләй. Иҫтәлектәр дәфтәрен аҡтарып ултырған кеүек, әле бер, әле икенсе ваҡиғаға төшөп китәбеҙ.
Дингә ылығыуым атайымдан да, әсәйемдән дә килә. Кинйәбулат мәсетенең манараһын ауҙарғанды атайым, илап, тәҙрәнән ҡарап торған.
Мин, 10 йәшлек малай, атайым янына яланға иген ҡарауылларға бара торғайным. Төн еткәс, атайым мине һаламға төрөп, доғаларын уҡып, йоҡларға һалыр ине. Атайымдың моңло доғалары күңелдең иң түренә инеп оялаған.
- Билгә ҡайыш быумаған, һалдат итеге кеймәгән егет егет буламы, – тип йырлайҙар. Армияға барҙығыҙмы, Сәрүәретдин ағай?
- Барҙым. Мин дүрт йылға яҡын Приморский крайында һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем, өс улым да армия мәктәбен үтте. Унда үткән йылдар ир-егет өсөн һынау, сынығыу йылдары, тормош мәктәбе. 27 тапҡыр парашюттан һикерҙем, өлгөлө хеҙмәтем өсөн 15 көнлөк отпуск менән бүләкләндем. Почерктың матур булыуы, грамоталы яҙыуым да ярап ҡалды. ВДВ командованиеһының маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары – иң ҡәҙерле йәдкәр ул. Өҫтәп шуны ла әйтәйем: икһеҙ-сикһеҙ тыуған илдең бер мөйөшөн күрәһең, Амур, Зөйә йылғаларын, тауҙарын ҡасан күрер инем?
Егетте вәғәҙәләшкән һөйгәне Фәрхәнә көтөп ала. Йәш ғаиләнең бер-бер артлы балалары тыуа. Бөгөн һәр береһе һөнәрле, эшле, гөрләтеп донъя көтә. Балалары, 21 ейән-ейәнсәре, 21 бүләбүләсәре – иң ҙур хазинаһы Сәрүәретдин ағайҙың.
- Уҙған ғүмерем үкенерлек түгел. Бик күп ойошмалар, Кинйәбулат халҡы, Хызыр ағайҙың балалары ярҙамында ауылда мәсет, мәҙрәсә төҙөлдө. 25 йыл ошо мәсеттә имам-хатиб булып эшләү бәхете тейҙе. Әле лә йома намаҙҙарын ҡалдырмаҫҡа тырышам. Халыҡ яйлап иманға тартыла. Тырышлыҡ, түккән көс, йоҡоһоҙ төндәр юҡҡа булманы.
Ғүмеренең һәр миҙгеле – йәшенле бала сағы, дауыллы йәшлеге, емешле ҡартлығы – берҙәй яҡын, берҙәй ҡәҙерле уға. Сәрүәретдин ағайҙың күңел нуры йөҙөндә балҡый, уҙған ғүмере, ҡылған ғәмәлдәре шулай нурлы итә уны.
Фото: ғаилә архивынан.
Читайте нас: