Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Август 2019, 02:00

Иҫтәлекле көн

Ишембай нефть-газ сығарыу идаралығы ветерандары һөнәр байрамдарын быйыл иҫтәлекле ваҡиғалар менән ҡаршыланы. "Ҡара алтын" сығарыусылар шәмбе иртән йола буйынса идаралыҡ эргәһендә осрашып, Ишембай тарихына үҙ исемен иң тәүге табылған нефть менән яҙған Алексей Блохин һәйкәленә сәскәләр һалды.

Артабан ветерандар менән автобус Пролетар урамы, 41-се йорт адресына юл тотто. БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе Иҙелбай Таһиров тап ошонда йәшәгән. Оҙаҡ йылдар Ишембай НГДУ-һының баш геологы булып эшләгән шәхес хөрмәтенә таҡтаташ асыуҙы ветеран нефтселәр күптән ниәтләгәйне. Ленин проспектындағы 15-се йортто ла хәҙер иҫтәлекле яҙыу биҙәй. Ишембай нефтселәре өсөн Виктор Генералов исеме күп нәмә хаҡында һөйләй. Оператор булып башлап, идаралыҡ етәксеһенә тиклем үрләгән данлы нефтсе, Ишембайҙың Почетлы гражданины ошо йортта ғүмер иткән.

Артабан сара нефтселәр өсөн үтә лә әһәмиәтле урын булған "Әбей-вышка" эргәһендә дауам итте.Бер төркөм ветерандар Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы миҙалдар менән тантаналы бүләкләнде.

Фото: автор.
Читайте нас: