Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2019, 02:00

Таҙа нәски булһа

Килендәшкә шылтыратып, донъя хәлдәре хаҡында һөйләшеп алырға булдым. Теге остан ҡайнаға яуап бирҙе.

Килендәшкә шылтыратып, донъя хәлдәре хаҡында һөйләшеп алырға булдым. Теге остан ҡайнаға яуап бирҙе.


– Хәлдәрегеҙ нисек? Хәләлең ҡайҙа?
– Арыу ғына. Кәләш тырнаҡ яһата, бушамай.
– Әллә берәй ергә йыйына­һы­ғыҙмы?
– Эйе, иртәгә туйға саҡыр­ғайнылар. Һөйөклөм шуға матурлана. Тырнаҡтан һуң керпек үҫтерергә китәсәк. Артабан ҡа­шын буята, унан һуң – сәсен. Так что, бер минут та буш ваҡыты юҡ. Туй-юбилей тиһәң, ниңә ҡатындар бере­һенән-береһе уҙҙырып би­ҙәнә-төҙәнә икән, килен?
– Атаҡ, араһында иң матуры минеке, тип һеҙ, ирҙәр, ҡыуанып ултырһын өсөн. Үҙеңә лә рубашка-салбар алғанһығыҙҙыр әле, беҙ генә, йәнәһе, расхудҡа һуғабыҙ...
– Кит, нормаль кеше ҡунаҡҡа барған һайын кейем һатып аламы ни. Кәләш алғанда ЗАГС-ҡа кейгән кәстүмем бына тигән. Беҙгә, ирҙәргә ни, таҙа нәски кейһәк, шул еткән...


Рәхәтләнеп көлдөк тә кө­лөүен... Ысынлап та, матур булып күренеү беҙгә артыҡ ҡиммәткә төшә, тип уфтанып ҡуйҙым, телефонды һалғас. Киләһе аҙнаға ҡустымдың тыуған көнөнә кафеға саҡырылғанбыҙ. Күлдәк алаһым бар, уға килешле туфли, прическа-маҙар, макияж, уф, һанай китһәң... Барлыҡ “процедуралар” аша үтмәһәң, “үҙен ҡарамаған ҡатын” тигән дан тараласаҡ.


Исмаһам, иремдең кейемдәре бына тигән. Һай, әттәгенәһе, уға ла бит яңы нәски кәрәк, нисек онотмаҫҡа икән?


Фото: vk.com

Читайте нас: