Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2019, 02:00

Ағайым - телемастер Рәил!

Беҙ ғаиләлә дүрт бала: ике ағайым, бер апайым бар. Барыһы ла уңған, тырыш,тик бөгөн алып бараһы һүҙ оло ағайым Рәил хаҡында.

Беҙ ғаиләлә дүрт бала: ике ағайым, бер апайым бар. Барыһы ла уңған, тырыш,тик бөгөн алып бараһы һүҙ оло ағайым Рәил хаҡында.


Ауылда нисек: ҡайҙа барһаң да, һин ҡайҙан, кем балаһы тип һорайҙар. Шулай ҙа былай, атайым Миҙәхәт тим, уйланыбыраҡ торһалар, ағайым телемастер Раиль, тип өҫтәйем. Шунан: әәәә, беләм-беләм, тиҙәр. Раиль абзыйым, училищела телемастерға уҡып сыҡҡас, кемдең телевизоры ватыла, саҡырып ала торғайнылар. Ул ваҡытта - кинескоплы телевизорҙар заманы. Шулай итеп, абзыйымдың профессияһы ҡушаматҡа әйләнеп, кеше телендә йәбешеп ҡалды. Ғөмүмән, бар эшкә лә оҫта ул, бер ваҡыт та тик ултырмаҫ, йә урманда, йә баҫыу өҫтөндә. Тормош һынауҙарына бирешмәй торған кешеләр рәтендә абзыйым. Тормош һөйөүсәнлеге, дәрте күптәргә өлгө булып тора. Берәүҙең дә, уның сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән, тип әйтергә теле әйләнмәҫ, сөнки эшһөйәрлек, уңғанлыҡ буйынса абзыйым мах бирмәй. Һәр саҡ мөләйем, илгәҙәк холоҡло ағайым минең өсөн үҙ-үҙеңә ышаныс, һынмаҫ рух өлгөһө булып тора. Заманса әйткәндә - мотиватор. Кемгә мотивация кәрәк, нисек тормошто яратырға, нисек донъя көтөргә кәрәклеген килеп күрегеҙ! Йәш арабыҙ 20 йыл. Атайым мәрхүм булғас, терәк-таянысты ағайымдан эҙләнем һәм яңғылышманым. Инде үҫтек, ә ул һаман да шулай һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Һаулығын ғына бирһен Хоҙай тәғәлә!
Мин мәктәп тамамлап уҡырға киткәндә, авзыйым миңә, ҡайҙа барһаң да Әхмәтшина икәнеңде онотма, тигәйне. Шул һүҙҙәре әле лә миңә маяҡ булып тора. Еңгәм Светлана менән улар оҙаҡ йылдар матур итеп донья көтә. Улдары һәм ҡыҙҙары, ейәнсәре бар. Ҡура тулы мал, урамы тулы техника. Абзыйым фермер булып, сөгөлдөр ҙә үҫтерҙе, мунса бурап та һатты. Яҙлы-көҙлө ер һөрөп, бесән сабып-төрөп, бер ҙә генә эштән бушамай. Кем мөрәжәғәт итһә лә ярҙамлашырға тырыша. Ҡояш күңелле, ярҙамсыл ағайымды ауыл халҡы ихтирам итә, ғөмүмән, уларҙан бер ҙә кеше өҙөлмәй. Ә техникаға һөйөүҙе ағайымда атайым мәрхүм тәрбиәләне. Тимертоморға эй ғашиҡ ине! Оҫта булды: “быт-быт” тракторы эшләп һатһынмы, башҡа кәрәк-ярағынмы, барыһы ла эшкә яраны. Һыу ташыған булманы, ауылда беренселәрҙән булып өйгә һыу ҙа, канализация ла үткәргәйне атай. Өйгә йәшен ҡайтарғыс эшләргә тип, тимерен дә эҙерләп бөткәйне, тормошҡа ашырырға ғына өлгөрмәне. Шул тырышлыҡты атай-әсәй беҙҙең ҡанға һеңдергәндер инде. Раиль абзыйым да хас атай һымаҡ ғәҙел, йомарт, хисле кеше, әле бына уның тураһында ғорурланып яҙам. Бәхетле һеңлеһе мин уның. Шундай шәп ағайҙар булһын ул!
Фото: автор.
Читайте нас: