Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Август 2019, 02:00

Тормош алһыу төҫтә икән, ысынлап та…

Йыл һайын май айында Яңы Зеландия мәктәптәрендә “Алһыу күлдәк“ көнө тантаналы билдәләнә. Байрам иһә коллективтан айырмалы рәүештә икенсе төрлө фекер йөрөткән кешене мәсхәрәләү һәм эҙәрлекләүгә ҡаршы көрәшкә бағышланған.

Йыл һайын май айында Яңы Зеландия мәктәптәрендә “Алһыу күлдәк“ көнө тантаналы билдәләнә. Байрам иһә коллективтан айырмалы рәүештә икенсе төрлө фекер йөрөткән кешене мәсхәрәләү һәм эҙәрлекләүгә ҡаршы көрәшкә бағышланған. Был көндә барлыҡ уҡыусылар ҙа, һөсләтеүгә ҡаршылыҡ белдереп, дәрескә алһыу кейемдә килә икән. Әммә Хеленсвилла ҡалаһында йәшәүсе бер үҫмергә байрам ҡайғыһы булмай. Уны уҡытыусылары әрләп, өйөнә ҡайтарып ебәрә. Кейемеңдә алһыу төҫ етерлек түгел, тип дәғүә белдерәләр уға. Был хәлдән шаңҡыған үҫмергә ни әсәһенә ҡайтып ошаҡлайһы ғына ҡала.
- Әлбиттә, улымдың алһыу төҫтәге кейеме аҙ. Әммә ул әмәлен тапҡан бит – артына алһыу түңәрәк төшөрөлгән майка кейеп барған, - тип аптырай Клэр Леалифано.
Етмәһә, ҡатынға, балағыҙ алһыу кейем кейеп, кире әйләнеп килмәһә, завучҡа әйтәсәкбеҙ, тип электрон хат ебәрәләр.
Кешене мәсхәрәләү һәм эҙәрлекләүгә ҡаршы көрәш көнө бына шулай тамамлана.
Ярай әле, дауамы хәйерле була. Мәғариф департаменты вәкилдәре был хәлде тикшереүгә ҡуя.
Фото: интернет.
Читайте нас: