Бөгөн Көҙән ауылында ватансылыҡҡа, тоғролоҡҡа һәм туғанлыҡ хисенә бәйле матур байрамға шаһит булдыҡ.
Ватансылыҡ тойғоһон асыҡ итеп Әхмәтзәки Вәлиди һәм уның аһәңдәштәре, рухташтары миҫалында күрергә була. Улар өсөн ваҡыт та, тыуған илеңдән айырып торған меңәр-меңәр саҡрымдар ҙа кәртә була алмаған.
«Вәлидовсылар»ға ҡара мөһөр һуҡҡан замандан алып ниндәй генә ҡапма-ҡаршылыҡтар, сәйәси үҙгәрештәр кисерергә яҙмаһын, арабыҙҙа бөгөн дә Әхмәтзәкиҙең эшен дауам итеүселәр бар. Халҡыбыҙҙың рухиәт тотҡолары арабыҙҙа. Әхмәтзәки Вәлиди музейына нигеҙ һалған һәм уның экспонаттарын туплаған Шәйәхмәтов Кәрим Фәтҡулла улы тап шундай оло шәхестәрҙән. Ошо көндәрҙә көҙәндәр музейҙа Кәрим ағайҙың 85 йәшлек юбилейына бағышлап күргәҙмә ойошторған. Экспозицияла уның төрлө йылдағы фотоларын, документтарын һәм наградаларын күреп була. Зәки Вәлиди тураһында иҫтәлекте мәңгеләштергән стелаға сәскәләр һалғандан һуң, сара мәҙәниәт йортонда дауам итте.
– Беҙҙең быуын кешеләре бындай тантаналарға күнегеп үҫмәгән. Әммә ошондай сараларҙа халыҡтың ихтирамын тойоп, үҙең башҡарған эштәрҙең әһәмиәтен, баһаһын аңлайһың. Йөрәгендә туғанлыҡ хисен һаҡлай алһаң, шунан да ҙурыраҡ бәхет юҡ, – тине Кәрим Фәтҡулла улы күңеле тулып.
Күренекле яҡташыбыҙ юбилейына арналған саранан мәҡәләне киләһе һандарҙа көтөгөҙ.