Район һәм ҡалала юлдарҙы төҙөкләндереү һәм ремонтлауға быйыл ҙур иғтибар бирелде. Быға “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу менән бер рәттән ағымдағы юл ремонтына етди саралар йүнәлтелеүе арҡаһында өлгәшеп булды. Ошо эштәр рәтендә Биксән менән Һайран ауылдары араһындағы юлды капиталь ремонтлау күләме буйынса ла, ошо тарафта йәшәүсе халыҡ өсөн әһәмиәте менән дә айырым урын алып тора.
Ер менән күк араһы.Редакция машинаһы менән асфальт түшәлгән яңы юлдан елдергәндә водителебеҙ бындағы эштәргә ошолай үҙ баһаһын бирҙе. Ысынлап та, Биксән-Һайран араһы быға тиклем хәүефһеҙлеккә, кешеләр именлегенә бәйле күп һорауҙар тыуҙырған юл ине.
- Биксән-Һайран юлын капиталь ремонтлауҙы беҙ 2005 йылдан төрлө программаларға индерергә тырыштыҡ. Әммә финанслау юлдары табылманы. Ниһайәт, водителдәр, балаларын көн дә мәктәп автобусы менән уҡыуға оҙатҡан ата-әсәләр еңел һулай ала. Ҡырсынташ юл булғас, уны грейдерламай тороп, йәйен дә үтеү ҡатмарлы ине. Рейсҡа сыҡҡан автобустар, “Тиҙ ярҙам” машинаһы үтә алмаған саҡтар аҙ булманы, - тип уртаҡлашты Һайран ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әминә Мәһәҙиева. – 2018 йыл аҙағында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров районға эш сәфәре менән килгәнендә Һайранда ла булып, ауылдаштар менән яҡындан аралашты. Юл ремонты халыҡты иң борсоған һорау икәнен аңлап, ярҙам итәсәкмен, тигәйне Радий Фәрит улы. Һүҙендә торҙо, рәхмәт уға.
Асфальт юлдың оҙонлоғо бөтәһе 5400 метр. Республиканың Юл хужалығы идаралығы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы заказын подрядсы ойошма булараҡ “Дортрансстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡыҫҡа ваҡыт арауығығында үтәп сығыуға өлгәшкән. Бөгөн-иртәгә эштәр тамамлана бында. Юлда тиҫтәгә яҡын төрлө заманса юл төҙөлөшө техникаһын күреү менән дә компанияның ҡеүәтен тойомларға була. Юл төҙөлөшө тармағында ун туғыҙ йыл эшләү дәүерендә республиканың байтаҡ объекттарында улар үҙҙәрен ыңғай яҡтан танытып өлгөргән.
- Юлдың профилен дә бер ни тиклем төҙәтергә тура килде. Ҡар-ямғыр һыуҙары йыйылып ятмаһын өсөн уның арҡырығабуйға ауышлығы һаҡланырға тейеш. Ваҡ таш өҫтөнә ике ҡатлам асфальт һалынды. Асфальт Өфөнән температура режимын һаҡлап булған махсус машиналарҙа еткерелеп торҙо, - тип ремонт барышы менән эштәрҙе етештереүсе Радик Суфьянов таныштырҙы. Заманса техника тигәндән, юл параметрҙарына ярашлы программалап булған 3D нивелирлау системаһы менән йыһазландырылған автогрейдер, линейкалы асфальт түшәү техникаһы – быларҙың барыһы юл һалыуға ҡаты талаптарҙы еренә еткереп үтәү мөмкинлеге бирә.
Әммә ремонт барышында, халыҡтан рәхмәт һүҙҙәре менән бер рәттән, һорауҙар тыуҙырған мәлдәр ҙә булды. Биксән-Һайран юлына асфальт ташыусы йөк машиналары Кинйәбулат-Этҡол, Сәлих-Әптек йүнәлешендә юлды боҙа, тигән мөрәжәғәттәр хакимиәткә лә, редакцияға ла килде. Подрядсы ойошма был яуаплылыҡты үҙенән алмай. Унегерме көн эсендә зыян килтерелгән юл участкаларын ремонтлап сығасаҡбыҙ, тинеләр. Кинйәбулат-Этҡол юлында был эште башлағандар ҙа инде.
Яҡшы юлдан йырлап йөрөлә. Яңы юлдың шәплегенән сығып, Һайранда йәшәүсе ололарҙан дөрөҫ кәңәш тә ишеттек – ҡыумағыҙ, рулдәгеләр! Иҫән-һау рәхәтен күрәйек төҙөк юлдарҙың!